«Маруся»ның һыйлы аштары

«Маруся»ның һыйлы аштарыЖурналыбыҙ биттәрендә республикабыҙ төбәктәрендә йәшәүсе уңған хужабикәләрҙең генә түгел, төрлө ресторан-кафеларҙа профессиональ ашнаҡсыларҙың ризыҡ әҙерләү ысулдарын да еткерергә тырышабыҙ.
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡайһы бер тәмлекәстәрҙе тап беҙҙән өйрәнеп, яҡындарын ҡыуандырғанын белеп, беҙ ҙә ихлас шатланабыҙ һәм уларҙың егәрлелегенә һоҡланабыҙ. Юғиһә, миллиондан ашыу кеше йәшәгән баш ҡалабыҙҙа ғына түгел, район-ауылдарыбыҙҙа ла бөгөн ашап-эсеү, күңел асыу, туғандар һәм дуҫтар, хеҙмәттәштәреңде саҡырып байрамдар үткәреү өсөн урындар етерлек. Улай ғына түгел, улар көндән-көн арта бара
ши­келле. Ресторан-кафеларға, ашханаларға кешеләр шулай күп йөрөймө? Ошо тиклем күп туҡланыу урындары булғанда, тап үҙенә өҫ­төнлөк бирһендәр өсөн ниндәй юлдар таба, килеүселәрҙе нисек ылыҡ­тыра улар? Ошо һорауҙар менән «Кофейник» ресторандар төркөмө­нөң генераль директоры Александр Кислицинға мөрәжәғәт иттек. Һо­рауҙарыбыҙға ул ихлас яуап бирҙе.
– Эйе, дөйөм туҡланыу урындарына халыҡ торған һайын йышыраҡ йөрөй. Быға тормош ағышының йылдамлана барыуы ла, кешеләрҙең йәшәйешкә ҡараштары үҙгәреүе лә йоғонто яһайҙыр. Был тиклем конкуренттар араһында тап беҙҙе һайлаһындар өсөн, ысынлап та, эшебеҙгә ижади ҡарарға тырышабыҙ. Бер яҡтан, бында әллә ни ҙур сер юҡ: үҙеңә килгән ҡунаҡтарҙы яратһаң, улар ҙа һиңә ҡарата шундай уҡ мөнәсәбәттә булыр. Беҙҙең ресторандар төркөмөнә «Кофейник», «Маруся» ресторандары, «Шоколад» кафеһы, «Досыта» бистроһы – барыһы ун ике туҡланыу-күңел асыу ойошмаһы инә. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле, ләкин барыһында ла төп ҡағиҙә ошо. Әлбиттә, аҙыҡ-түлектең сифатына, әҙерләгән ризыҡтарыбыҙҙың тәмле булыуына иғтибар ҙур. Беҙ төрлө етештереүселәр менән бәйләнештәбеҙ. Кофе – Африканан, еләктәр – Испаниянан, балыҡ Норвегиянан килә, үҙебеҙҙең етештереүселәр менән дә эшләйбеҙ.
Килеүселәрҙе хеҙмәтләндереү ҙә юғары кимәлдә булырға тейеш. Тағы ла – һәр ерҙән таҙалыҡ, матурлыҡ бөркөп торһон, сөнки беҙгә тик ашап-эсергә генә түгел, ә ял итеү, ваҡытты күңелле үткәреү өсөн дә ки­ләләр. Ә зауыҡ менән биҙәлгән ерҙә күңел ял итә, шуға ла биҙәлештә, төҫ­тәрҙе һайлағанда беҙгә ваҡ-төйәк юҡ.
Һәр кем бүләк алырға ярата. Беҙгә килгән кешеләр өсөн төрлө акциялар, уйындар ойошторабыҙ, бүләктәр әҙерләйбеҙ. Бына, мәҫә­лән, үткән айҙа бер уңайлыҡ уйлап таптыҡ: хәҙер дисконт карталарын үҙең менән алып йөрөү мотлаҡ түгел, уны телефонда һаҡлап була. Был яңылыҡ буйынса Өфөлә беҙ беренсе. Ошо сараларҙан ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалһын өсөн ҙур тырышлыҡ, ижади ҡараш кәрәк. Беҙҙә йы­лы, күңелле, тәмле булһын, тибеҙ.
«Маруся» рестораны ашнаҡсылары журналыбыҙҙы уҡыусыларға бер нисә ризыҡты әҙер­ләү серҙәрен асырға булды. Байрам табынығыҙға үҙенсә биҙәк һәм йәм өҫтәр улар, тип ышанабыҙ.


«Винсент» турамаһы

Бер кеше өсөн 35 грамм һыйыр теле, 35 грамм шампиньон бәшмәктәре, 30 грамм
помидор, 20 грамм «Гауда» сыры, 5 грамм єстерхан сәтләүеге, 20 грамм майонез, 2 грамм әнис, шәфәри үләндәре, 25 грамм салат япрағы кәрәк.
Бәшмәктәрҙе майлы табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Телде бешереп һыуытабыҙ. Һаламлап турайбыҙ. Сыр менән помидорҙы ла һаламлап турайбыҙ. Барыһын бергә ҡушып, таҙартылған сәтләүек, майонез һалып болғатабыҙ. Яҫы тәрилкәгә салат япраҡтарын йәйеп, өҫтөнә тураманы һалабыҙ, йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәйбеҙ.

«Тунлы балыҡ» турамаһы

50 грамм аҙ тоҙланған сельдь балығы, 30 грамм аҙ тоҙланған һөмбаш балығы, 25 грамм сөгөлдөр, 20 грамм кишер, 25 грамм картуф, 10 грамм маринадланған һуған, 25 грамм равигот соусы, 10 грамм бүҙәнә йомортҡаһы, 2 грамм ҡыҙыл һөмбаш балығы ыуылдырығы, 10 грамм майонез, 3 грамм паприкалы май, 3 грамм песто соусы, 2 грамм порей һуғаны кәрәк.
Сельдь балығын таҙартабыҙ ҙа шаҡмаҡлап турайбыҙ. Йәшелсәләрҙе бешереп таҙартабыҙ, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Тәрилкәгә ҡулса аша ошондай тәртиптә һалабыҙ: картуф, соус, һуған, сельдь балығы, соус, кишер, сөгөлдөр, ҡалған соусты ҡоябыҙ. Өҫтөн майонез менән биҙәйбеҙ. Бешкән бүҙәнә йомортҡаһына ҡыҙыл ыуылдырыҡ һалып, турама өҫтөнә урынлаштырабыҙ. Һөмбаш балығынан рауза сәскәһе эшләп ҡуябыҙ, порей һуғаны менән биҙәйбеҙ. Тәрилкәгә песто соусын, паприкалы майҙы ҡоябыҙ ҙа табынға бирәбеҙ. Равигот соусы ошолай әҙерләнә. 200 грамм маринадланған ҡыярҙы, 100 грамм һуғанды, 26 грамм әнис, шәфәри тәмләткес үләндәрен ваҡ ҡына итеп турап, 100 грамм керән, 400 грамм йогурт, 200 грамм 10 процентлы һөт өҫтө менән яҡшылап болға­табыҙ.

Тултырылған балыҡ

1 дорадо балығы, 32 грамм лимон, 45 грамм цукини, 42 грамм помидор, 50 грамм баклажан, 40 грамм болғар боросо, 36 грамм ҡыҙыл Шалот һуғаны, 22 грамм порей һуғаны, 20 грамм тоҙ, 20 миллилитр шампан шарабы, 20 грамм йәшел үләндәрҙә төнәтелгән май, 3 грамм тимьян, 3 грамм орегано тәмләткес үләндәре кәрәк.
Балыҡты тәңкәләренән, айғолаҡтарынан таҙартабыҙ, эсен алабыҙ. Буйлатып ҡырҡып, шарап бөр­кәбеҙ.Цукини, баклажанды уртаса ҙурлыҡта шаҡмаҡлап турайбыҙ. Болғар боросон өсмө­йөшләп,ҡыҙыл һуғанды оҙонсалап ҡырҡабыҙ. Йәшелсәләрҙе тоҙ, йәшел тәмләткес үләндәрҙә төнәтелгән май менән болғатабыҙ. Ошо эслек менән балыҡты тултырабыҙ. Тултырылған балыҡты фольгаға урап, мейестә 200 градус эҫелектә бешерәбеҙ. Тәрилкәгә балыҡты урынлаштырабыҙ,
порей һуғаны, лимон киҫәге, тәмләткес үләндәр менән биҙәп табынға бирәбеҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook