Моң шишмәһен эскәндер ул, Илһам диңгеҙҙәрен кискәндер...

Моң шишмәһен эскәндер ул, Илһам диңгеҙҙәрен кискәндер...Фидан һәм Азамат Ғафаровтарҙың “Бергә йәшәү – бүләк”, Вәсилә Фәттәхова йырлаған «Тыуған яҡ», Айҙар Ғәлимовтың «Ҡыҙыл раузалар», Сәғиҙулла яңғыратҡан «Башҡорт ҡыҙына», Фәдис Ғәниев башҡарған «Башҡортостан», Лилиә Биктимерова менән парлап йырлаған «Бәхет ҡошо», Салауат Фәтхетдинов епертуарынан «Сөләймән балдағы», Хәниә Фәрхиҙең «Әлдермешкә ҡайтам әле»һе — асылда “Урал Рәшитов ижады” тигән моң тулҡынының айырым тамсылары ғына. Кемдәр генә ул тыуҙырған көйҙәр ярҙамында йондоҙҙар бейеклегенә күтәрелмәгән, ҙур майҙандар йыйып, исем яһамаған икән!?

«Хоҙай ошо хозур ер йөҙөнә яңы көйҙәрен, йөрәк елкендерер моңдарын еткерер өсөн аралашсы итеп мине һайлаған икән, бының менән, әлбиттә, сикһеҙ, бәхетлемен һәм уға бөтмәҫ рәхмәтлемен. Йөҙәрләгән йыр яҙып та, шуларҙың һәр береһе тиерлек хит булып китеүенең сере, бәлки, минең үҙ-үҙемде ҡабатлауҙан ҡурҡып, бер туҡтауһыҙ донъя мәҙәниәтенән һут алырға тырышыуымдалыр. Рәсәй һәм сит ил классиктарының китаптарын уҡырға, төрлө милләттәрҙең йыр-моңдарын тыңларға яратам мин. Яңы йырҙың яҙмышын йыш ҡына алдан тоям, уны халыҡтың нисек ҡабул итерен самалауҙа артыҡ яңылышҡаным юҡ. Ләкин иң популяр йырҙарым — миңә иң оҡшағандары, тип әйтмәҫ инем. Йөрәк майын һыҙҙырып тыуған, үҙемә ғәзиз баламдай ҡәҙерле ҡайһы бер көйҙәрем улай иҫ киткес билдәлеләр исемлегенә инмәне. Айҙар Ғәлимов йырлаған «Ҡоштар» һәм Вәсилә Фәттәхова репертуарынан «Миләш», мәҫәлән, үҙем шуларҙан бик әҫәрләнәм. Халыҡҡа көтөлмәгәнсәрәк яңғыраған боролоштары, бер -ике булһа ла күңел елкеткес дәртле нотаһы булған йырҙарҙың айырыуса оҡшағаны берәүгә лә сер түгел.
Артыҡ үҙенсәлекле һәм үҙем киләсәктә халыҡтыњ һушын китәрәсәген тойған йырҙарымды ла, тыуҙыр­ғас та, һата һалып ебәреп булмай. Уның яңы хит икә­нен башҡарыусы бер тыңлауҙан аңғара һалып бармай. Ғәҙәттә, бер, хатта күберәк йырсы: “Юҡ, был йыр киң таралмаҫ”,– тип баш тартҡандан һуң, уйламаған бер башҡарыусы килеп алып, оло юлға сығара ундай­ҙарҙы. Бына «Башҡортостан» тигән йырымды алдан үтенес менән яҙҙырып та аҙаҡ баш тартҡастары, Фәдис Ғәниев эләктерҙе лә, йыр йәһәт кенә хит-парадтарҙың башына күтәрелде лә китте. Хатта «Тыуған яҡ» ты ла шунда уҡ ҡабул итмәнеләр, һуҡма инструменттарҙың дәртле итеп шаҡылдап тороуын, килешмәй, беҙҙеңсә түгел, ундайҙы тамашасы ҡабул итмәйәсәк, тип иҫбатлап, алып ташлауымды талап иттеләр. Шул көйө ҡалдырҙым һәм бына ун йылдан ашыу Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәй мосолмандарының яратҡан йырҙарының береһе ул. Хәҙер уны Рада Рай тигән йырсы урыҫ телендә лә йырлай».
Сығышы менән Ауырғазы башҡорто ул, атаһы – Үтәймулланан, әсәһе Ләкәнде ҡыҙы була. Әммә уға алты ғына йәштә ғәзиз кешеләренең ғүмер юлдары айырылыу сәбәпле, Уралдың аңлы бала сағы Раевкала үтә, үгәй атаһы мишәр затынан булғас, һөйләшеү теле лә шулай формалаша. Ижад бураҙнаһына төшөп, композитор булып дан ҡаҙанғансы, ниндәй генә хеҙмәттә йөрөргә тура килмәй уға, слесарь ҙа, электрик та булдым, булышмаған эшем ҡалманы инде, тип хәтерләй ул йәшлек йылдарын. Музыка буйынса махсус уҡыу йорттарын да тамамламай ул, ләкин, мөҙҙәте етеп, сәғәте һуҡҡас, яҙмыш уны үҙе моң-даръяға сумдыра. Өфөлә «Аманат» студияһында гөрләтеп эшләп ала, көйҙәренә үҙе аранжировкалар эшләргә өйрәнә. Легендар Рим Хәсәновтың фатихаһын алыу бәхетенә ирешә.
Моң шишмәһен эскәндер ул, Илһам диңгеҙҙәрен кискәндер...
«Рим Мәхмүт улы менән уйламағанда таныштыҡ һәм ул миңә: «Минең уҡыусыларым булманы, бына һиңә кәңәштәремде биреп, бәғзе бер ижад серҙәрем менән бүлешкем килә», – тип бер нисә тапҡыр саҡыртып алды. Уның иғтибарына эләгеүем мине ҡанатлы итте, үҙ-үҙемә ышаныс өҫтәне. Дәртләнеп яңынан-яңы көйҙәр ижад итеп ташланым, ҡайһы берҙә­рен Мәскәү йырсылары ла алды, бигерәк тә «На-на» төркөмө башҡарған «Йәй» йыры уңыш ҡаҙанды», – тип хәтерләй Урал Камил улы.
Шунан яҙмыш уны оҙаҡ йылдарға күрше республикаға, Татарстанға алып китә. Урал Рәшитов унда ла юғалып ҡалмай, башҡарыусылар уның йырҙарына сират тора. Татарстан мәҙәниәте тарихында ун йыл рәттән «Аҡ барс» премияһына лайыҡ булған берҙән-бер композитор булып дан ҡаҙанып, Республика Президенты ҡулынан рәхмәт ҡағыҙҙары ала. Ләкин йөрәге уны тыуған яҡтарына, Башҡортостанына әйҙәй. Өрмәгән ергә ултыртмай йөрөткән мөхиттән баш тартып, ҡайһы берәүҙәрҙе ҙур аптырауға һалып, Өфөгә ҡайтып китә ул. Ашҡыныуы ла бушҡа булмаған икән, инде ҡырҡты артылдым тигәндә, ниһайәт, баш ҡалабыҙҙа яҙмышын, икенсе яртыһын тап итә ул. Үҙенән ун һигеҙ йәшкә кесе һылыуҡайға үлеп ғашиҡ була. «Айгөл менән танышҡанға тиклем минең тормошомда өс ҡыуаныс бар ине: ҡәһүә, тәмәке һәм ижад. Мөхәббәт мине ҡырҡа үҙгәртте. Ләкин быны йәһәт кенә танырға ынтылманым, хистәремә буйһонорға теләмәй, егеттәр менән Себергә гастролгә сығып киттем. Шунда ғазап­ланып йөрөй торғас, ҡуй әле, миңә яҙмышым рәхмәте менән мөхәббәт килгән икән, ниңә мин унан ҡасып йөрөргә тейеш әле, тип ныҡлы бер ҡарарға килдем дә, ҡайтҡас та, тәҡдим яһаным».
Һүҙгә кәләше Айгөл ҡушыла: «Мин ул ваҡытта «Азалия» төркөмөндә «Ғәле, Ғәле, Ғәләр әле, Ғәлегә барам әле», – тип йырлап йөрөй инем. Юлымда Ғәлеләр осраманы, яҙмыш Уралды тап итте. Әлбиттә, тәүҙә атайым-әсәйем һәм барса туғандарым ниндәйҙер тетрәнеү кисерҙе, мөнәсәбәттәребеҙгә ҡаршы булды. Нисек инде егермене саҡ уҙған ҡыҙҙы ҡырҡты артылған уҙаманға тоттороп ебәрергә мөмкин, тип «аһ» иттеләр. Етмәһә, рәсми рәүештә бер ерҙә лә эшләмәй, үҙ аллы ижад итә, көйҙәр яҙа икән, ти, ярай... Уралды тыуған яғыма, Бишбүләк районы Аҙнай ауылына алып ҡайтып, яҡындарым менән таныштырғас та, уларҙың фекере ҡапма-ҡаршыға үҙгәрҙе. Хәҙер, кейәү, тип өҙөлөп торалар. Урал миңә атап йырҙар яҙһа ла, бер туҡтауһыҙ сәхнәлә генә йөрөргә ашыҡманым, «Азалия» исеме аҫтында һирәкләп сығыш яһап алам-алыуын. Үҙемде ғаиләгә арнаным. Улыбыҙ Морат, ҡыҙыбыҙ Әмирә тыуҙы. Унан бит ижад кешеһенә ҡурсалаусы кәрәк, ирем тыныс эшләй алһын өсөн шарттар тыуҙырырға тырышам».
Дөрөҫ әйтә Айгөл-Азалия, Урал Рәшитов өйләнгәндә, диңгеҙҙән алтын балыҡ тартып сығарған балыҡсылай, сәпкә тейгән. Ҡатыны хәҙер композиторҙың рәсми продюсеры, уның йүнселлеге һәм донъя көтөүгә маһирлығы арҡаһында элек, киң күңеллелегенә барып, яҙғандарын бушҡа тоттороп ебәргән композиторҙың йырҙары хәҙер бик ҡыйбат тора һәм, шуға ҡарамаҫтан, бер көн дә хужаһыҙ ятмай.
Моң шишмәһен эскәндер ул, Илһам диңгеҙҙәрен кискәндер...
Йәмғиәт ни тиклем юғарыраҡ үҫешкән булһа, унда аҡыл хеҙмәтенең хаҡы шул тиклем юғары баһалана. Ә беҙҙең илдә ни өсөндөр шағир шиғырҙы илһамы кил­гән өсөн генә яҙа, композитор күңелен бушатыр өсөн көй тыуҙыра, ә уларҙың ашҡаҙаны ризыҡ һорамай, ғаи­ләләре аҡсаһыҙ ҙа йәшәй ала, тип уйлаусылар, ижадсыларҙың хеҙмәтен һанламаусылар байтаҡ. Һәр әҫәрҙең әллә күпме көс түгелеп тыуыуын аңларға ла теләмәүсе­ләр, нимәлер яҙҙырып алғандан һуң әжерен биреүҙе башына ла индереп ҡарамаусылар етерлек. Шулай уҡ ижадсыларҙың авторлыҡ хоҡуҡтары ла күҙәтелмәй тиерлек. Сөнки беҙҙәге авторлыҡ хоҡуғын яҡлаусы йәмғиәт Мәскәүгә буйһона, ә үҙәккә төбәктәге ваҡ-төйәк концерттан йөҙәр тәңкә аҡса йыйыуға ҡарағанда, Өфөгә йылына бер килеп киткән Киркоров йә Ротаруҙың документтарын тикшереп, улары теүәл булғанда, йөҙәр меңләп иғәнә, теүәл булмаһа – тағы ла күберәк штраф түләтеп алыу, әлбиттә, отошлораҡ.
«Татарстанда, ошоно күҙ уңында тотоп, ун йыл самаһы элек Зөфәр Хәйретдинов урындағы авторлыҡ ойошмаһын булдырғайны. Һөҙөмтәлә, башҡарыусылар һаны уртаса бер сама булыуға ҡарамаҫтан, Уралдың автор булараҡ, күрше республика биләмәһендә үткән концерттарҙан йыллыҡ килеме ҡырҡ мең һумдан кәм сыҡмай, ә үҙебеҙҙә – йөҙ-йөҙ илле тәңкә. Шул чектарҙы сағыштырып күрһәткәс, хөкүмәтебеҙҙә лә «аһ» иттеләр. Ул саҡта вице-премьер Зөһрә Рәхмәтуллина ярҙамы менән мин республикабыҙ ижадсыларының авторлыҡ хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы күҙәтеүе аҫтында булған урындағы йәмғиәтте асыуға тәүәккәлләнем. Ул коммерция ойошмаһы булмаясаҡ, шулай булғас, ни эшләп был эш менән шөғөлләнәһең, тиерһегеҙ. Мин башҡаларға ярҙам итеп, үҙ ғаиләмә лә файҙа килтерәсәкмен, сөнки минең иптәшем дә шунан гонорар аласаҡ бит. Алла бирһә, беҙ Рәсәй авторлыҡ йәмғиәте менән параллель рәүештә эшләйәсәкбеҙ, ләкин айырмалыҡтарыбыҙ ҙа бар. Уларҙа, мәҫәлән, Рияз Исхаҡовтың үҙенсәлекле клиптарын, Зөһрә Бураҡаеваның сценарийҙарын йә Сулпан Асҡарова ҡуйған бейеүҙәрҙе бер нисек тә теркәп булмай. Ә беҙҙең йәмғиәттә ҡабул ителгән реестр буйынса былар барыһы ла иҫәпкә алынасаҡ һәм яңынан ҡабатлап ҡуйылған йә башҡарылған һайын, авторға үҙ өлөшөнә дәғүә итеү мөмкинлеген бирәсәк. Әле эшебеҙ юлға һалынмаған, бер юрист менән секретарь эш башланы, ләкин бер ни тиклем ваҡыт үтеү менән, барыһы ла яйланыр тигән ышаныстамын», – ти Айгөл. Барса ижади көстәребеҙҙең хоҡуҡтарын яҡлау теләге менән изге эшкә тотонған Рәшитовтарҙың ҡыйыу­лығына ла һоҡланырлыҡ.
«Рәсми ойошмала эшләмәй, өйҙә генә ижад итеүем арҡаһында балаларым менән теләгәнсә аралаша, тулыһынса уларҙы тәрбиәләүҙә ҡатнаша алыуым менән бәхетлемен. Бәләкәс ҡыҙымды көршәккә ултыртыу, йыуындырыу кеүек эштәрҙе Айгөлгә тоттормай, үҙем генә башҡарам. Йорт эштәрен яратып эшләйем, бигерәк тә бешеренергә яратам»,– тип мин өйҙәренә килеп ингәндә әҙерләй башлаған хуш еҫле былауын да өлгөртөп, өҫтәлгә килтереп ултыртты Урал ағай. М-м-м, телеңде йоторлоҡ, ир-егет ҡулы әҙерләгән ризыҡ тәмле була, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер инде.
«Урал Камил улының бер хыялы бар,– тип дауам итә кәләше, – Алла бирһә, яңы фатирға сыҡһаҡ, шәмбе һайын дуҫтарын саҡырып, үҙе бешергән аштар менән һыйлау».
«Ғүмерем буйы яҙҙым да яҙҙым, һорағандарға былай тараттым һәм кәрәк кенә нәмәне лә алырға хәлемдән килмәгән саҡтарымда, ошолай көй сығарам, тип төн йоҡоларымды йоҡламай, ғүмер кисергәнсе, әллә берәй икенсе юлдан китәйемме, тип уйлаған саҡтарым да булды. Йырҙарҙы һатыу, уларҙан һиҙелерлек килем алыу бит һуңғы осор ғына килде. Төрлө йылдарҙа төрлөсә эшҡыуарлыҡ менән дә маташтырып ҡараным. Көсөмдө әллә нисә йүнәлештә сарыф итеүемде күреп, бер ғаилә дуҫыбыҙ : «Туғаным, Хоҙай биргән һәләтең бар икән, шул бер юҫыҡта ғына тир түк, булмышыңа тоғро булһаң, малы ла, даны ла үҙе киләсәк»,– тигәйне. Мин ул саҡта аптырап та ҡуйғайным, нисек инде үҙе килә, тип. Шөкөр, шулай икән ул. Әле, хөкүмәтебеҙгә рәхмәт, яландай фатир асҡысы тотторҙолар. Бесән сабып, мал көтөп үҫкән ябай ауыл малайының фатир тәҙрәһенән генә Ағиҙелгә ҡарап илһамлана алыуы үҙе шатлыҡ түгелме ни? Һөйгән йәрем, туптай балаларым, ижад ҡомарым бар, һөйөнөп бөтә алмайым. Һуңғы йылдарҙа кәләшкә иш янына ҡуш булып сәхнәгә сығырға ла батырсылыҡ иттем әле. Ҡайһы берәүҙәрҙең, иҫ киткес тауышы булғандай булып, кеше алдына сығып, тип ғәйеп ташлауын да ишетергә тура килде. «Тамашасы һорай икән, уларға йырҙың авторын күреү ҡыҙыҡ икән, ниңә онотҡанда бер сығып күренмәҫкә», – тип, кәләш күндерҙе әле ул. Хәҙер төрлө ғаилә байрамдарында парлашып сығыш яһауыбыҙҙы һораусыларға яуап биреп өлгөрә алмайбыҙ. Үҙебеҙҙең медиа һәм продюсерлыҡ үҙәктәребеҙ, тамашалар үткәреүсе төркөмөбөҙ бар. Үҙебеҙҙеке тиһәм дә, уларға мин ҡыҫылмайым инде ул, барыһын да Айгөл алып бара. Мин ижад итәм».
– Бәхетегеҙгә күрә тормошта һәр эштә лә янып торған Айгөл-Азалия осраған. Ул һеҙҙең тормошто бөтә яҡлап түңәрәк иткән, тыныслыҡ тулҡынына көйләгән. Ижадсы өсөн һәүетемсә көнкүреш зыянлы түгел микән? Әҫәр яҙыр өсөн көсөргәнешле хистәр дауылы, кисерештәр төрлөлөгө кәрәк һымаҡ, – тип һорайым.
«Урыҫтарҙың, рәссам әҙ генә ас булырға тейеш, тигән әйтеменә ишарамы инде был? Кисерештәрҙе мин көй яҙыласаҡ шиғырҙан алам. Шул шиғыр эсенә бөтөнләйе менән сумам, шиғри әҫәр тыуҙырған хис-тойғоларға тулыһынса сорналам да ҡуям. Аҙаҡ, шунан тиҙ генә ҡотола алмай, әҫәрләнеп йөрөйөм әле ул. Көсөргәнеш тигәндәй, кәләшкә тиң булам тип, үҙемде бер формала тоторға тырышам инде. Спорт менән ныҡлы шөғөлләнәм, эсмәйем-тартмайым, файҙалы аҙыҡтар менән генә туҡланырға тырышабыҙ. Ҡәйнәмдәргә рәхмәт, ауыл һөтө, ит-йәшелсәнән өҙмәйҙәр. Консервантлы кибет ризығын үҙһенмәйем. Айгөл, халыҡтың күҙе алдында йөрөгән кеше матур булырға тейеш, тип матурлыҡ салонына массажға йә бүтән төрлө процедураларға ҡыуалап йөрөтә, тәүҙә ситен ине, хәҙер өйрәндем инде. Әйткәндәй, үткән йылдарҙа ун алты килограмм ташланым, әтеү, өйҙә иркәләнеп ултырып, бөтөнләй ағайға әйләнеп киткәйнем», – тип көлә композитор.
Ситтән күренгәнсә, Урал Рәшитов балда-майҙа йөҙә, теттереп йәшәй белә, тип уйларға ла, уны шуның өсөн ғәйепләргә лә күп кәрәкмәйҙер. Ләкин бер нәмәнең дә күктән яуып тормауын, көй эйәһенең дә уңышҡа урау-урау юлдар аша килеүен күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Яҡындан белгәндәр тормошта уның ябайлығын, мәрхәмәтлелеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Билдәле йырсы һәм көйҙәр ижад итеүсе Гөлдәр Ишҡыуатованың: «Уралға, аранжировка эшләп бирсе, тип мөрәжәғәт иткәс, һин ни эшләп улайтып, өс бала ҡарай тороп, аҡса түгеп ундай нәмәләрҙе кешенән эшләтәһең әле ул, әйҙә, үҙең өйрәнеп ал, тип, хатта синтезаторын ҡосаҡлап үҙе килеп, йыр биҙәү серҙәренә төшөндөрөп китте», – тип аптырап та, ҡыуанып та һөйләүе хәтерҙә ҡалған. Ғәмәлдә үҙ икмәген башҡаға тотторған бит инде. Ошо бер генә миҫалда ла уның холоҡ-фиғеле, башҡортобоҙға хас киң күңеллелеге ярылып ята бит.
«Күңелдәрем мине әйҙәй
Яңы моң эстәренә,
Йырҙар менән йәшәйем мин,
Йыр инә төштәремә»,
– тип үҙенең бер йырында яңғырағанса, эҙләнеүҙәрен дауам итеп, яңынан-яңы моңло хазиналарға юлығып, уның һәр бер табышына эскерһеҙ ҡыуанған тамашасыһының өмөттәрен аҡлап, үҙенсәлекле көйҙәрен яҙыуын туҡтатмаһын һөйөклө композиторыбыҙ.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook