Рәмил ЙӘНБӘК: Таң еле булып иҫкәйнең, таңғы ел инең бары...

Хәбәр көтәм
Шат сағыңда хәбәр ебәр миңә,
Шат булыуҙар һиңә килешә.
Телефоның оҙаҡ өндәшмәһә,
Мин хафаға төшәм, бирешәм.

Ауыр саҡта миңә шылтыратсы,
Уртаҡ булһын әрнеү, ғазаптар.
Йыраҡтарҙан һиңә иң ҡуярмын –
Үкенестәр ҡалмаҫ аҙаҡтан.

Һағынғаның һайын хәбәр юлла,
Мин тойормон һинең һөйөүҙе,
Ниҙәр һиңә тынғы бирмәгәнен,
Һинең ниңә янып көйөүҙе.

Һин борсолма, минең тарафтарҙан
Шылтырау йә хәбәр булмаһа;
Кискә ҡаршы дауыл-фәлән ҡубып,
Ул таңын да әгәр тынмаһа –

Түҙә алмай һине һағыныуға,
Түҙә алмай эске ялҡынға,
Һинең янға, тиеп, юлға сығам:
Көҙгө рашҡы, ҡышҡы һалҡында.

Юлға сығам яҙғы юлһыҙ мәлдә,
Юлда булам йәйге селләлә.
Тик көт мине, иркәм, һағынып көт,
Йөрәк йылың ғына йәлләмә.

Таңдағы ел
Ҡырыҫ булмаҫ таңдағы ел,
Таңғы ел була йылы;
Сәстәрҙән һыйпай иркәләп,
Наҙҙарға була тулы.

Һин – таңдағы елем минең,
Иҫтең йәшлек таңымда.
Иҫтең дә тилерттең тамам
Аҡ хистәр ҡосағында.

Иҫтең дә остоң һин ары –
Һыйпарға бүтән сәсен.
Һин ҡуҙғатҡан йөрәгемә
Һағыш орлоғо сәстем.

Инде һағыштар өлгөрә:
Арыштар төҫлө һары.
Таң еле булып иҫкәйнең,
Таңғы ел инең бары.

Кем уйлаған
Кем уйлаған, йылдар үтерҙәр ҙә
Еткерерҙәр, тиеп, шул көнгә.
Шаңғып ултырамын, сәсәгәндәй
Ҡара мунсалағы төтөнгә.

Кем уйлаған, йәшлек ярҙарынан
Ырғытылырмын, тип, был ярға.
Хаяһыҙлыҡ өсөн ошондай ҙа
Көлөргәме? Үкһеп иларға?!

Кем уйлаған, беҙҙең ғүмерҙәр ҙә –
Бер күҙ асып йомған ара, тип;
Бәхет-ҡыуаныстар онотола,
Моңһоу һағыш ҡына ҡала, тип.

Кем уйлаған...
Мәңге йәшел шыршы
Энәләрен һибә аҡ ҡарға.
Ҡасан икән шулай ваҡландыҡ беҙ –
Иҫтәр китмәй ине юҡ-барға?..

Кем уйлаған...
Хәйер, киреләргә
Әйләндереп булмай ҡулсаны.
Хәтер генәң... Ҡайҙа әле шырпы –
Яғып ебәрәйем мунсаны.

Беҙҙең әсәйҙәр
Юҡ, юҡ! Кеше булып йәшәмәне,
Ҡол булдылар беҙҙең әсәйҙәр.
Тыйнаҡ ҡына көлөп, тыйнаҡ булып
Аңыбыҙҙа һаман йәшәйҙәр.

Улар һәр саҡ көтөп көн күрҙеләр,
Башта – ирен, аҙаҡ – улдарын.
Ас көйөнсә ашлыҡ урҙы улар –
Замананың зарһыҙ ҡолдары.

Балаларын асҡа ҡаҡлап, улар
Үҙ һыйырын екте һабанға.
Ятып ҡалған башаҡ һуҡҡан өсөн
Үҙҙәре, их, ҡалды яманға.

Бер ус ашлыҡ өсөн уполномуш
Ун ҡатынды ҡуйған бикләтеп –
Мәңге ҡурҡыу һалып йөрәктәргә,
Күңелдәрен мәңге миктәтеп.

Шул замандан ҡалған хәүеф, ҡурҡыу
Әсәм зиһененән китмәне.
Шуғалыр ҙа һис бер зарланманы,
Түрә һүҙен инҡар итмәне.

Тамам йығылғанса донъя көттө,
Көңгөр-ҡаңғыр итеп, үҙенсә.
Бөгөнгәсә баш эйәмен уға,
Унда булған рухи түҙемгә.

Юҡ, юҡ! Бер ҡасан да күрмәнеләр
Донъя рәхәтлеген әсәйҙәр.
Шундай сабыр, тыйнаҡ, изге булып
Беҙҙең күңелдәрҙә йәшәйҙәр
Заманыбыҙ ҡоло – әсәйҙәр...




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook