Башҡортостан Ҡыҙы

ОҪТА ҠУЛЛЫЛАР ҺӘР ЕРҘӘ КӘРӘК

ОҪТА ҠУЛЛЫЛАР ҺӘР ЕРҘӘ КӘРӘККейеҙҙән баҫылған балаҫта йәм-йәшел болон буйлап сапҡан ҡанатлы Аҡбуҙат, ҡараштарын аҫҡа төбәп, талғын көйгә бейергә төшкән, һын-тотоштарында саялыҡ һәм нәзәкәтлек тә, ғорурлыҡ һәм гүзәллек тә сағылған ете ҡыҙ, күҙҙең яуын алырлыҡ биҙәктәр менән ҡайылған үҙенсәлекле милли кейемдәр... Йәшмәнән яһалған зауыҡлы картиналар, биҙәүестәр, семәрле ҡумталар... Ағастан, туҙҙан, туҡыманан ысын сәнғәт өлгөләре кимәлендәге ҡул эштәре... Быларҙың барыһын да Сибай институтының технология факультетында булдырылған күргәҙмә-музейҙа күреп таң ҡалаһың һәм ирекһеҙҙән бында кемдәр уҡыуы, уларға ниндәй уҡытыусылар белем биреүе менән ҡыҙыҡһынаһың.

...Факультет студенттары үҙҙәренең ижади эштәре менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулап тора. Бындай саралар һөнәри яҡтан үҫергә, тәжрибә тупларға, үҙеңде башҡалар менән сағыштырып, камиллашырға булышлыҡ итә, ти йәштәр. Мәҫәлән, Өфөлә Мода аҙналығы сиктәрендә үткән «Йыл модельеры» Бөтә Рәсәй конкурсында «Яҙғы блюз» тип аталған коллектив эш менән икенсе урын яулауға өлгәшкәндәр. Ҡыҙҙарға дипломды билдәле мода белгесе Вячеслав Зайцев үҙе тапшырған...
ОҪТА ҠУЛЛЫЛАР ҺӘР ЕРҘӘ КӘРӘК
...«Сығарылыш студенттарыбыҙ араһында үҙ эшен асыусылар күп», – тип әйтеп үткәйне факультет уҡытыусылары. Бына, мәҫәлән, Сибай ҡалаһында йәшәүсе Эльмира Әминева туй өсөн аксессуарҙар эшләү, төҫлө таҫманан гөлләмәләр яһауҙы яйға һалған. Бөгөн беҙ тап шундай һөнәрмәндәр өсөн юлдар асылған, ҡулы эш белгәндәр юғары баһаланған заманда йәшәйбеҙ. Быны Сибай институтының технология факультетында уҡыусылар яҡшы аңлай һәм, үҙҙәре өсөн тыуҙырылған барлыҡ мөмкинлектәрҙе ҡулланып заманға ярашлы төплө белем алырға тырыша...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Сибай ҡалаһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се һанында уҡығыҙ.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook