Халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһе!

Халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһе!Евразия Яҙыусылар берлеге «Ағиҙел» һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара III хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Хикәйәләр 2014 йылдың 30 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр 1 ноябрҙә билдәле була. Беренсе урынға лайыҡ хикәйә, артабанғы турҙа ҡатнашыу өсөн, Төркиәгә ебәреләсәк. Халыҡ-ара турҙы йомғаҡлау – 2014 йылдың ноябрь айында. Еңеүселәрҙе бүләкләү Әзербайжандың Баҡы ҡалаһында, 2014 йылдың декабрендә, уҙасаҡ.
Башҡортостанда еңеүселәргә:
• I урынға – 1000 лира – яҡынса 18 мең;
• II урынға – 750 лира;
• III урын яулаусыға 500 лира күләмендә премия билдәләнгән.
Бәйге шарттары:
Конкурска ебәрелгән хикәйәләр почта йәки курьер аша ҡабул ителә. Бәләкәй конвертҡа исем-фамилияғыҙҙы, бәйләнеш координаттарын күрһәтеп, фотоғыҙҙы һалып йәбештерегеҙ ҙә уны хикәйә тексы һәм электрон версияһы яҙылған диск менән ҙурыраҡ конвертта беҙгә ебәрегеҙ. Хикәйәлә һеҙҙең псевдоним торорға тейеш. Ошо шарттар үтәлмәһә, әҫәр бәйгелә ҡатнаша алмай. Диск эсендә лә авторҙың ысын исеме торһа, бәйгенең шарты боҙола һәм әҫәре конкурста ҡатнашыу хоҡуғын юғалта.
1. Хикәйә бығаса бер конкурста ла ҡатнашмауы һәм матбуғатта баҫылмауы мотлаҡ.
2. Хикәйә темаһы ирекле, башҡорт телендә.
3. Жюри ағзалары һәм уларҙың яҡын туғандары конкурста ҡатнаша алмай.
4. Бер үк автор ике хикәйә тәҡдим итеүе мөмкин.
5. Хикәйәнең күләме 1000 (мең) һүҙҙән 10 000 (ун мең) һүҙгә тиклем.
6. Хикәйәләр 12-се шрифт менән 1,5 интервалда компьютерҙа баҫылып, 6 данала ебәрелә. Электрон версияһы дискыға һалынырға тейеш.
7. Ҡулъяҙмалар авторға кире ҡайтарылмай һәм рецензиялан-май.
8. Бәйгелә еңгән хикәйәләрҙең авторлыҡ хоҡуҡтары Евразия Яҙыусылар союзыныҡы һаналасаҡ.
Халыҡ-ара турҙа еңеүселәр өсөн премия түбәндәгесә:
• I урын – 10 000;
• II урын – 7 500;
• III урын – 5 000 лира;
• Дәртләндереү – 2 500 лира күләмендә.
Иҫкәрмә: Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара III хикәйәләр конкурсы 25 төрки ил-республикала барасаҡ, һорауҙар булһа, бәйгенең координаторы Гөлназ Ҡотоеваға (тел: 273-26-89) шылтыратырға мөмкин. Бәйгегә хикәйәләрҙе «Ағиҙел» һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары редакцияларына ебәрергә.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook