Ниңә күп ҡатындар сатанлай?

Ниңә күп ҡатындар сатанлай?Әле ғүмер көҙөнә лә етмәгән ҡатындарҙың урам буйлап сатанлап барыуын күреп, “бөгөнгө көслө медицинаның был ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы ниндәйҙер сараһы барҙыр бит?!” тигән һорау тыуа. Был һорауҙы беҙ Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының ревматология бүлеге табибы, юғары категориялы ревматолог, медицина фәндәре кандидаты Гөлшат Флүр ҡыҙы Фәтхуллинаға бирҙек.
“Йылдың иң яҡшы терапевы” исеменә лайыҡ табип менән әңгәмә журналдың киләһе һанына әҙерләнә. Ә әлегә уның ҡыҫҡаса яуаптарын тәҡдим итәбеҙ.


– Артроз – донъяла иң таралған ауырыуҙарҙың береһе. Ул быуындар араһындағы һеңерҙәрҙең ялҡынһынып, яйлап ҡына тарҡалыуынан ғибәрәт. Был иһә кешенең хәрәкәттәрен сикләп, тормош сифатын ҡырҡа насарайта. Сир уҙынғанда, мәҫәлән, яҡтар ныҡлап сатанлап, һыҙлағанда, төндәрен ауыртыу йоҡо бирмәгәндә, ғәҙәттә, һеңерҙәр генә түгел, мускулдар, улар янындағы һөйәк тә ялҡынһынған була.

Һуңғы йылдарҙа артроз бик “йәшәрҙе”. Мәҫәлән, 40 йәште үткән һәр икенсе ҡатында тубыҡ артрозы күҙәтелә. Әммә сир тубыҡта сағыла икән, тимәк, ул ҡалған быуындарға ла ҡағылған. “Туҙған” тубыҡ быуындарын яңыртып булмай, ләкин ауырыуҙы баҫып, хәлеңде һәйбәтләп йәшәргә мөмкин.

Быуын сиренә килтергән сәбәптәр күп: артыҡ ауырлыҡ, имгәнеүҙәр, аҙ хәрәкәтле тормош йә киреһенсә, быуындарға ҙур көс төшөрөү, шәкәр диабеты һәм матдәләр алмашыныуы боҙолоуға килтергән башҡа сирҙәр… Артроз менән бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар яфалана, уға әүәҫлек йыш ҡына әсәнән ҡыҙға күсә.

– Был сирҙән һаҡланыу өсөн ни эшләргә?

– Кәүҙә ауырлығын контролдә тотоу мөһим. Сөнки артыҡ килограмдарҙан быуындар таушала. Туҡланыуҙы яйға һалып, матдәләр алмашыныуын көйләргә кәрәк. Кальцийға, фосфорға, аҡһымға, микроэлементтарға бай ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Мәҫәлән, өҫтәлегеҙҙә эремсек, ҡатыҡ, балыҡ, майһыҙ ит, кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишер, ҡабаҡ кеүек йәшелсәләр булһын. Һурпаны түбәндәгесә әҙерләргә кәңәш итәм: ит һалынған һыуҙы, ҡайнап сыҡҡас, түгегеҙ ҙә яңы һыу һалып ҡайнатығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, һурпала быуын өсөн зарарлы пурин тигән матдә юҡҡа сығыр. Өшөмәҫкә, ауыр күтәрмәҫкә тырышығыҙ. Быуындарға гимнастика, массаж файҙалы. Хәрәкәттә бәрәкәт икәнен онотмағыҙ, тик артыҡ көс төшмәһен. Көндәлек тормошта бейек күтәрмәле туфлиҙа түгел, өс-дүрт сантиметрлы үксәле уңайлы аяҡ кейемендә йөрөгөҙ.

– Ә был сиргә тарыған ҡатындарға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

– Артроз – аҡрынлап үҫешеүсе ауырыу. Ауыртыныу тойғанһығыҙ икән, тимәк, биш-ете йыл элек үк быуындар үҙгәрә башлаған. Тубыҡ тирәһендә саҡ ҡына сәнсеү һиҙһәгеҙ ҙә, атлағанда әҙ генә һыҙланһағыҙ ҙа, балтырҙы көҙән йыйырған һымаҡ булһа, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Бөгөн артрозды дауалау алымдары күп, улар сирҙең кимәленә ҡарап һайлана. Дарыуҙар, физиотерапия, шифаханаларҙа сихәтләнеү һеҙгә ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырға, йәшәү сифатын яҡшыртырға ярҙам итә. Сир ныҡлап көсәйгән икән, операция яһап, эндопротездар ҡуйыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Мин журнал уҡыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙ һаулығына бик иғтибарлы булырға саҡырам!
Альмира Кирәева яҙып алды.




Теги: Һаулыҡ - ҙур байлыҡ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook