“Башҡортостан ҡыҙы”ның декабрь һанына күҙәтеү

 “Башҡортостан ҡыҙы”ның декабрь һанына күҙәтеү
2018 йыл “Башҡортостан ҡыҙы” өсөн айырыуса иҫтәлекле булды – баҫмабыҙ сыға башлауға ярты быуат тулды. Шул айҡанлы республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә ҙур байрамдар үткәрелде. Башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар журналының 50 йыллыҡ юбилейының Мәскәүҙә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты янындағы вәкиллегенең конференц-залында гөрләп уҙыуы хаҡында Гөлнара Хәлфетдинованың “Башҡортостан ҡыҙы – Мәскәүҙә!” тигән һүрәтләмәһендә уҡырһығыҙ.

Һүрәте декабрь тышлығын йәмләүсе ханымдан һирпелгән бәхет, әйтерһең, бөтә донъяны ҡойондора. “Бәхет бар ул, бар ул көткәнгә!” – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Солтанова хаҡында Гөлназ Ҡотоеваның мәҡәләһе лә шулай тип атала. Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы тәрән аҡылын, күңел көсөн, илһамын милләтебеҙҙең рухы нығынһын, балалары белемле, мәҙәниәтле булһын өсөн арнаған. Һигеҙенсе тиҫтәһен түңәрәкләгәндә һикһән кешелек хор сығышын әҙерләп, баш ҡала тамашасыһын әсир иткән Мәрйәм апай – ғүмере буйы халҡыбыҙға арымай-талмай хеҙмәт иткән шәхестәребеҙҙең береһе.

“Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәте директоры урынбаҫары Клара Әһлиуллина менән “Табындарҙың бер гүзәле” тигән баш аҫтындағы ҡыҙыҡлы әңгәмәне Фәнил Шәмсетдинов ҡорған. Унда табын ырыуы һылыуы – 40-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт, өс шиғыр китабы авторы, Башҡортостандың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты Клара Ишбулды ҡыҙы ифрат киң яҡлы, ижади шәхес булараҡ асыла

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа декабрҙә 80 йәш тулды. Ошо уңайҙан әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы хаҡында Гөлназ Ҡотоева әҙерләгән “Күңелдәрҙә йәйғор балҡышы” тигән йөкмәткеле очерк та, әҙиптең уйға һалыр, хистәр ҡойононда өйөрөлтөр шиғырҙары ла бер тында уҡыла. “Уның ижадына төшкән кисерештәре – яһалма түгел, сейәлеп-буталып тәгәрләгән ғүмер йомғағы яҡтыһы, яҙмыш офоҡтары, күңел ҡойондарының өйөрмәләре, йәйғорҙарының балҡышы уҡыусыһына яҙ, наҙ, яҡтылыҡ илтә”, – был юлдар Рауил Төхфәт улының шиғриәттәге йәйғорҙай яҙмышын сағылдыра.

“Аҡ иңдәренә суҡлы һары шәлен һалған әсә: “Балаларым минән бәхетлерәк булһын!” – тип теләне. – Әлиә Саматованың “Өлөш барҙа үлеш бар” хикәйәһен тамамлаған был юлдар күп әсәләрҙе һиҫкәндерер, моғайын. V Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһенең Башҡортостанда үткән төбәк өлөшөндә өсөнсө урынды алған әҫәрҙе, ысынлап та, һис битараф ҡына уҡып булмай.

Бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһен юғары технологиялы медицинанан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Был ярҙам ниндәй йүнәлештәрҙә, кемдәргә күрһәтелә, уны бушлай алыу шарттары ниндәй? Башҡортостан Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының Үҙәк филиалы эксперты Светлана Минһажева шул һорауҙарға яуап бирә. “Яңы быуын медицинаһы” тип аталған был әңгәмәне Альмира Кирәева әҙерләгән.

“Һин көслөһөң,
Ҡалғанһың бит
Гелән рух түбәһендә”,
– тип яҙа билдәле әҙип Тимер Йосопов дуҫы Маҙһарға бағышланған шиғырында. Һәм был юлдар Мәсетле районында оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе йөгөн тартҡан ялан батырының ысын булмышын асып һала. Уның үҙе кеүек рухлы ҡыҙҙары Фирҙәүес менән Гөлшат та – абруйлы шәхестәр. Альбина Ғөбәйҙуллина “Лайыҡлы ҡыҙҙарҙы абруйлы атайҙар үҫтерә” тигән мәҡәләһендә ғүмер иртә өҙөлгән батыр йөрәкле уҙаман Маҙһар Абдулхаҡ улы Сафиндың ялҡынлы яҙмышын тасуирлай.

Данлыҡлы яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшеваның олатаһы менән өләсәһе – Әлшәй районында йәшәүсе Зөбәржәт апай һәм Солтангәрәй ағай Кираевтарҙың быйыл гөрләтеп гәүһәр туйҙарын үткәреүе хаҡында “Йондоҙло яңылыҡтар” рубрикаһы һөйләй. Билдәле шағирә, “Башҡортостан ҡыҙы”ның тәүге мөхәррире Кәтибә Кинйәбулатованың тыуған яғы Силәбе өлкәһендә уның яҡты рухына арнап уҙғарылған хәтер кисәһе тураһында ла “Йондоҙло яңылыҡтар”ҙа уҡырһығыҙ. “Байыҡ”та нәжәғәйле бейеүе менән беренселекте алған Зәбиҙә Хажиева һәм фортепианоның яңы төрөн уйлап тапҡан Альбина Лищинская менән тап ошо рубрикала танышырһығыҙ!

Мөсәлде тамамлаусы киләһе йыл – Ҡабан йылы беҙгә нимәләр вәғәҙәләй? Ниндәй улар –“ҡабандар”, йәғни шул йылда тыуған кешеләр? Йондоҙнамәгә күҙәтеү яһаған Гөлшат Ҡунафина яҙмалары ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Йылдың “хужалары” – танылған сәнғәт йондоҙҙары Рәмзиә Хисамова, Ләйсән Кәримова, Рәмзил Сәлмәнов иһә Яңы йылға өмөттәре менән бүлешә, был мөғжизәүи байрамда булған мажаралы хәлдәр тураһында бәйән итә.

Алдағы һандарҙа донъя күргән “Башҡорт шәле тигән мөғжизә” тип аталған яҙма халыҡсанлығы, һутлы теле менән уҡыусыларыбыҙҙың иғтибарын яулап өлгөргәйне. Билдәле журналист һәм әҙибә Сәрүәр Сурина халҡыбыҙ көнитмешенең айырылғыһыҙ өлөшө булған башҡорт шәле тигән күренеште сикһеҙ һөйөү, ғәжәйеп йылылыҡ менән тасуирлай.

Популяр “Башҡорт ҡурсағы” бәйгеһенә Гүзәл Фәйзуллина, Фәнзилә Бураканова ебәргән ҡурсаҡ һүрәттәре журналыбыҙға ҡабатланмаҫ биҙәк өҫтәһә, Гөлназ Ҡорамшинаның “Таҡыя нағышы” конкурсына тәҡдим иткән эштәре сағыу йөкмәтке менән байыта.
“Тәмлекәс” рубрикаһы өсөн Гөлшат Ҡунафина Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тормош юлдашы Фәриҙә ханымдан гөбәҙиә бешереү серҙәре менән уртаҡлашыуын һораған. Затлы милли тәғәмебеҙ күптәрҙең Яңы йыл табынын йәмләр, тип уйлайбыҙ.

Йыл аҙағында матур йола буйынса “Башҡортостан ҡыҙы” үҙ лауреаттарын, айырыуса әүҙем хеҙмәттәшлек иткән авторҙарҙы билдәләй. Быйылғы лауреаттар – илһамлы ижадтары менән уҡыусыларыбыҙҙың күңел шишмәләрен һуғарған Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Азат Ғарипов, Гөлдәр Яҡшығолова, Артур Василовтарҙы ихлас ҡотлайбыҙ, яңы йылда яңы балҡыштар теләйбеҙ!

Яңы йыл алдынан ҡулығыҙға алған “Башҡортостан ҡыҙы” журналы һәр берегеҙгә, һис шикһеҙ, байрам кәйефе бүләк итер, мөғжизәгә көйләр, тип ышанабыҙ.
Альмира Кирәева әҙерләне.







Теги: журнал Күҙәтеү яңы һан




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook