Әсәй бит ул – аҡ фәрештә!

Әсәй бит ул – аҡ фәрештә!
Башҡортостан автономияһына ғына түгел, Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, халҡыбыҙҙың бөйөк улы, донъя кимәлендә танылыу алған тарихсы, фәйләсүф һәм ғалим Зәки Вәлиди Туған үҙенең күңел донъяһын үҫтереүсе, рухын көсәйтеүсе төп остазы итеп фәҡәт әсәһен атай.

…Атаҡлы «Хәтирәләр» китабында Зәки Вәлиди Туған әсәһе тураһында бик йылы иҫтәлектәр урынлаштырған. Улар аша әсә менән улдың үҙ-ара мөнәсәбәтен, ҡатындың тәрбиәүи ысулдарын тойомларға була. «1918 йылда Ырымбурҙа Советтар һәм 1944 йылда Төркиәлә Исмәт Паша тарафынан төрмәгә ябылып, китап уҡыуҙан мәхрүм ителгәс, һәр саҡ әсәйемдән өйрәнгән шиғырҙарҙы, Йәсәүи мөнәжәттәрен уҡыр инем. Шул ваҡыт әсәйем тәьҫиренең ни тиклем мөһим булғанын аңланым. 1944 йыл ваҡиғалары заманында атайым хаҡындағы хәтирәләрҙең күбеһе онотолған, әсәйем иһә һаҡсы фәрештә кеүек һәр саҡ янымда булды. Әсәйемдең иң ныҡ йәлеп иткән сифаты – күңелендә әҙәпкә өндәгән бихисап әхлаҡи шиғырҙар һаҡланыуы. Мин уны ғүмер буйы һис бер ваҡыт, хатта кескәй генә лә гонаһ эшләмәгән һәм миңә ҡарата сикһеҙ изгелекле кеше итеп иҫемдә ҡалдырғанмын. Миңә йәштән өйрәткән әхлаҡи шиғыр һәм хикәйәләр ниндәйҙер «хрестоматия»ла, антология кеүек бер китапҡа тупланған әҫәрҙәр булһа кәрәк, уларҙың күбеһен әсәйем хәтерендә һаҡлаған. Улар башлыса Аттар, Руми, Навои, Йәсәүи, суфый Аллаяр һымаҡ авторҙарҙан алынған өҙөктәр. Фарсы теленең әсәйемдән өйрәнгән әйтелеше дөрөҫ булыуын мин аҙаҡ белдем. Иран дәүләтенең хәҙерге хөкөмдары Мөхәммәт Риза шаһ менән ике тапҡыр осрашыуҙа һөйләшкән саҡта ул: «Фарсыса ҡайҙа өйрәндегеҙ?» – тип һораны. «Әсәйемдән», – тип яуап бирҙем. «Әсәйегеҙ Иран ҡыҙы инеме ни?» – тип ғәжәпләнде. Урта һәм Яҡын шәреҡтең тормошон бик яҡшы өйрәнеү, ул илдәрҙә күп самими дуҫтар ҡаҙаныу мөмкинлеге биргән фарсы телен миңә ихлас өйрәткәне өсөн әсәйемә ғүмер буйы рәхмәт уҡыйым», – тип яҙа ул.

Өммөлхаят йорттарына байтаҡ баҫма килһә лә, гәзит уҡымай, әммә унда Аллаһ һүҙе яҙылған булыуы бар тип, уларға үтә һаҡсыл ҡарашта була. Бер намаҙын ҡалдырмаған дини, тәртипле ҡатын йоҡонан таң менән тороп, йорт эштәрен бөтөрә. Балаларына ныҡ иғтибарлы була, улар менән аралашҡанда ябай һүҙ ҡулланмай, һәр саҡ кинәйәләп, йөмләһенә шиғыр, мәҡәлдәр ҡушып һөйләшә.

Юҡҡа ғына «Хәтирәләр» китабында: «Әсәйем фатиха бирмәгән хәлдә, йыраҡ мәмләкәттәргә китеп уҡыу фекеренән баш тартыр инем. Тормошомда атайымдың миңә асыуланған саҡтары булды, әммә әсәйемдең күңелен һис бер ваҡыт ҡырмаҫҡа тырыштым», – тимәгән. Тимәк, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы өсөн әсәй фатихаһы ҙур ҡиммәт булған, бөйөк ғалим әсәһенең рәхмәтен алып йәшәүҙе хуп күргән...
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Зәки Вәлиди Туған




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook