Әй һандуғасы
Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтановаға – 80 йәш
Тамырҙары Салауат районы Лаҡлы ауылынан булған мәшһүр йырсыбыҙ Ғәлиә Солтанова – XX быуат башҡорт моң сәнғәтенең иң сағыу балҡыған йондоҙҙарының береһе. Бала сағынан атаһының халыҡ йырҙарын тыңлап үҫкән ҡыҙ тап оҙон көйҙәрҙе тамашасы күңеленә еткереп, моңло итеп башҡара белеүе арҡылы яулай сәхнәне.
Хеҙмәт юлын Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһындағы кирбес заводында башлаған һылыу тиҙ арала алдынғылар рәтенә сыға. Уйламағандан эштә өсөнсө ҡаттан йығылып, йылға яҡын түшәктә ята. Шул мәлдәрҙә лә уны моң терелтә, ә бит аяҡҡа баҫып китеренә бер генә табип та ышанмай.
Свердловск музыка училищеһын тамамлай, кейәүгә сыға, әсәй була. Башҡорт дәүләт опера театрына эшкә алһалар ҙа, унда хеҙмәт итергә насип булмай, оҙаҡ та тормай Мәскәүгә, Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтына уҡырға китә. Байтаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһының йөҙөк ҡашы булған йырсы, тормош иптәше фажиғәле вафат булғас, тауышын юғалта. Тәрән күңел ғазаптары кисергән ҡатындың яңынан моң шишмәләре урғылып китеүе – үҙе бер мөғжизә. Төҫкә сибәр, халыҡ йырҙарын айырыуса драматик бер тәрәнлек менән башҡарған Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙын юҡҡа ғына Әй һандуғасы тип йөрөтмәйҙәр. Уға СССР-ҙың төбәктәрендә генә түгел, шулай уҡ сит ил тамашасыларының да һөйөүен яулау бәхете тейә. Ил кимәлендәге дәүләт саралары, сит илдәрҙән рәсми делегациялар ҡабул итеүҙәр ваҡытында ойоштороусыларҙың ҙур ҡунаҡтар алдында сығыш яһау өсөн тап Ғәлиә Солтанованы һайлауҙары үҙе күп нәмә хаҡында һөйләй.
Теги: Ғәлиә Солтанова