Мөғжизәле һүрәттәр донъяһында
Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе һәүәҫкәр рәссам Марат Ғафаровтың оҫта ҡулдары тыуҙырған үҙенсәлекле һүрәттәр, картиналар бөгөн Башҡортостан, Рәсәй кимәлендә генә түгел, хатта сит ил кешеләрендә лә ҡыҙыҡһыныу уята. 3D форматында биҙәлгән иҙән, диуар янында үҙең дә һиҙмәҫтән баҙап, туҡтап ҡалаһың, күңелдә кеше ҡулдарының тылсымлы ҡөҙрәтенә һоҡланыу ҙа, ғәжәпләнеү ҙә уяна.
... Артабан уҡырға, тәбиғәт биргән һәләтен үҫтерергә теләге көслө була үҫмерҙең. Күңелендә осоусы булып, тимер ҡошта зәңгәр күкте иңләү хыялы ла моронлап ҡуя. Әммә тормоштоң үҙ ҡанундары: әсәһе йәшләй генә вафат булғас, ғаиләләге иң өлкән бала Маратҡа, бәлиғ булып та өлгөрмәҫтән, Темәс урман хужалығында эш башларға тура килә. Һүрәт төшөрөүгә маһир егетте тәүҙә рәссам ярҙамсыһы итеп алалар, тиҙҙән, махсус белеме булмаһа ла, үҙ аллы эшләй башлай. Артабан Марат Алсынбай улы төрлө ерҙәрҙә йәшәп, төрлө эштәр башҡара, әммә бер ҡасан да күңеленә яҡын шөғөлдән айырылмай.
Рәссамдың 3D картиналар ижад итеүгә тотоноуы ҡыҙыҡлы. «Барыһы ла осраҡлы ғына булды. 3D һүрәттәр килеп сыҡҡас, мин дә ошолайтып эшләй аламмы икән, тип уйланым да үҙемде һынап ҡарарға булдым. 3D картина ижад итеүҙе һүҙ менән аңлатыу эшләүгә ҡарағанда ла ауырыраҡ», – тип көлә әңгәмәсем. Бөгөн уның бихисап таныштарының һәм бығаса таныш булмаған, әммә матурлыҡҡа ғашиҡ кешеләрҙең йорт-фатирҙарын, ҡапҡаларын, ҡоймаларын ошондай үҙенсәлекле һүрәттәр биҙәй. Уның хаҡында Беренсе канал тапшырыу эшләгән, үҙәк гәзиттәр яҙып сыҡҡан. Һүрәттәренә бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә йыш була икән. Мәскәүҙән килгән оператор егет йыуыныу бүлмәһенең ишеген асҡас, иҙәндә 3D форматында төшөрөлгән зәп-зәңгәр һыулы диңгеҙҙән башын ҡалҡытып торған дельфин һүрәтен күреп, бер аяғын күтәргән килеш ҡатып ҡала. Темәстәге иҫке генә бина диуарына семәрле баҫҡыс, ишек һүрәте яһап ҡуйғас, ҡайһы бер ауылдаштары рәсемдәге ишекте ысынға алып, саҡ баштары менән төкөмәй...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2017) һанында уҡығыҙ.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Баймаҡ районы.
Баймаҡ районы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2017) һанында уҡығыҙ.
Теги: Марат Ғафаров