«Йөрәктәге усаҡ һүнмәһен»

«Йөрәктәге усаҡ һүнмәһен»Гүзәл заттарыбыҙҙың йән таянысы булған Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы – республикабыҙҙа ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә ҙур абруй яулаған йәмәғәт ойошмаһы. Ауылдарҙа, райондарҙа, ҡалаларҙа ике меңләп ҡатын-ҡыҙҙар советын берләштереүсе был ойошма утыҙ йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына. Ике тиҫтә йылға яҡын уның алмаштырғыһыҙ рәйесе, арҙаҡлы йәмәғәтсе, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы СОЛТАНОВА менән шул уңайҙан төбәгебеҙҙәге ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең үткәнен байҡайбыҙ һәм бөгөнгөһөн барлайбыҙ.

...– Ысынында иһә Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенә рәсми рәүештә нигеҙ һалыныуына быйыл 110 йыл тула – 1907 йылда Өфөлә алдынғы ҡарашлы мөслимәләрҙең йәмғиәте төҙөлә. Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, хәйриәсе Мәрйәм Солтанова етәкселегендәге был йәмғиәт баһалап бөткөһөҙ файҙалы эштәр башҡара. Бигерәк тә мәғрифәтселеккә ҙур иғтибар бүләләр: мәктәптәр асалар, ҡыҙҙарҙы ауылдарҙан алып килеп, уҡыталар, һөнәрле итәләр (мәҫәлән, күптәре шәфҡәт туташы булып китә), хатта кейәүгә бирәләр. Бай кешеләрҙе хәйриәселеккә йәлеп итеп, мохтаждарға ярҙам ойошторалар.
Төбәгебеҙҙәге ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте тарихындағы һәр әһәмиәтле ваҡиға беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле. 1917 йылдың йәйендә Ырымбурҙағы Бөтә башҡорт ҡоролтайында ун ете йәшлек Рабиға Ҡушаеваның ҡатын-ҡыҙҙың тиң хоҡуҡлығын талап итеп сығыш яһағанда «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе!» тигән һүҙҙәре бөгөн, бер быуат аша ла, күңелдәрҙә шаңдау булып яңғырай. Революциянан һуң иғлан ителгән наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәштә уҡымышлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ иң алғы сафҡа баҫа. Ә 1923 йылда йәмәғәтсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың беренсе йыйынында тикшерелгән мәсьәләләр: мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, йәмғиәттә гүзәл заттың ижтимағи әүҙемлеген күтәреү, уның көнитмеше хаҡындағы проблемалар әле көнүҙәк булыуҙан туҡтағанмы? Юҡ, әлбиттә! Улар бары тик заманса яңғыраш алған. Советтар Союзы дәүерендә лә ойошма советтары ҡатын-ҡыҙ мәнфәғәте генә түгел, ғаилә бөтөнлөгө һағында ла тороусы ҡеүәтле көс булды. Шулай итеп, утыҙ йыл элек, 1987 йылдың апреле – Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ойошма булараҡ яңынан теркәлеү үткән, яңы үҫеш юлын башлаған ай, тип әйтеү тарихи хәҡиҡәткә нығыраҡ тура килер.

– Ойошма, гүзәл заттың терәге, ғаилә ҡиммәттәрен, әхлаҡи бағаналарыбыҙҙы һаҡлаусы булып ҡына ҡалмайынса, уның йәмғиәт һәм дәүләт өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнашыусы булараҡ үҫеүенә лә ҙур өлөш индерә.

– Эйе, был өлкәлә беҙҙең ҡаҙаныштарыбыҙ менән ғорурланырлыҡ. Бөгөн Рәсәй Федерация Советында Башҡортостан вәкиленең, Дәүләт Думаһында республикабыҙҙан һайланған депутаттарыбыҙҙың өсөһө – гүзәл зат. Республика парламентында ла ҡатын-ҡыҙ депутаттар артты, уларҙың береһе – вице-спикер, өсөһө – комитет етәксеһе. Башҡортостаныбыҙҙа юғары дәрәжәләге етәкселәр – министрҙарҙың дүртеһе ҡатын-ҡыҙ булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Көнитмеш еңел булмаған ауылдарҙа һәр өсөнсө хакимиәт башлығы йөгөн ҡатын-ҡыҙ тартыуы ла юҡҡа түгел. Халҡыбыҙ тарихына күҙ һалһаҡ, ҡатмарлы дәүерҙәрҙә етәкселекте ҡатындар үҙ өҫтөнә алыуын күрербеҙ. Тәбиғәт шулай яралтҡан: балаһы хаҡында һүҙ барғанда йәнен бирергә әҙер әсә халыҡ, ил яҙмышы өсөн дә ҙур яуаплылыҡ тоя...
«Йөрәктәге усаҡ һүнмәһен»
... – Ойошма ғәмәлгә ашырған байтаҡ проекттар бөтә ил кимәлендә билдәлелек яуланы. Шул турала ла һөйләп үтһәгеҙ ине.

– Иң элек беҙ башлап ебәреп, бөтә республикала таралыу алған «Айыҡ ауыл» акцияһын әйтер инем. Тормошто тамуҡҡа әйләндергән араҡынан баш тартыусы ауылдар артҡандан-артты, күп ғаиләләргә тыныслыҡ һәм татыулыҡ ҡайтты...

... Район-ҡалаларҙа дәррәү күтәреп алынған «Эсмә, әсәй!» проекты йөкмәткеһе буйынса «Айыҡ ауыл»ға ауаздаш булды. «Йәшел йылан» ҡолона әйләнгән 40 ҡатын-ҡыҙ, проект барышында психотерапия сеанстары үтеп, эскенән арынды, араҡыға кире мөнәсәбәте дарыуҙар менән нығытылды. Ҡалаларҙа эскеселеккә ҡаршы флэшмобтар үтте, йәштәр араһында плакаттар, лозунгылар конкурсы ойошторолдо, Өфө урамдарында ҙур-ҙур баннерҙар ҡуйылды...

... Йәнә бер әһәмиәтле эшебеҙ – колонияларҙан иреккә сығырға әҙерләнгән ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү ниәтенән ғәмәлгә ашырылған «Өйгә илткән юл» тигән социаль проектҡа ифрат ҙур күңел көсө һалынды. Ул башта минең күңелемдә яралыуын әйтеп үтер инем – 12 йыл инде ҡыҙҙар өсөн Ишембайҙағы ябыҡ махсус училищеға барып йөрөйөм. Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килтерелгән, уңышһыҙ ғаиләләрҙә үҫеп, ғүмерҙә лә йылы күрмәгән күп ҡыҙҙар Башҡортостаныбыҙ хәстәрлеген, ойошмабыҙҙың әсәләрсә ҡайғыртыуын тойоп, яҙмыштарын яйға һала алды. Улар кейәүгә сығыуҙары, бәпес табыуҙары, матур эшкә урынлашыуҙары хаҡында яҙып, рәхмәт хаттары ебәрә икән, тимәк, тырышлығыбыҙ бушҡа булмаған. Проект тамамланһа ла, был ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙамыбыҙҙы дауам итәбеҙ...

... – Журналыбыҙҙы уҡыусы ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй теләктәрегеҙ булыр икән?

– Ҡатын-ҡыҙҙың тәғәйенләнеше – донъя ҡотон, ғаилә усағын һаҡлау. Ләкин йөрәгеңдә ут булмаһа йәки ул быҫҡып ҡына янһа, ғаиләң усағы ҡайҙан тоҡанһын?! Беҙҙең кәйефебеҙ генә түгел, тормоштағы ынтылыштарыбыҙ ҙа ғаиләнең күңел торошонда көҙгөләй ап-асыҡ сағыла. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар осраһа ла, йөрәктәге усаҡ һүнмәһен, өмөт уты дөрләп янһын, әхирәттәр!
Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште
.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы Рәшиҙә Солтанова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook