Халҡыма булһын бүләгем

Халҡыма булһын бүләгем
Аллаһ исемдәре менән
Был ғәмәлде башлайым,
Бөйөк рәхмәт һәм шәфҡәткә
Өмөтөмдө бағлайым.
Мәүлит Ямалетдин.


Күренекле яҙыусы, Муса Мортазин, Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премиялар лауреаты Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов февралдә 70 йәшлек юби­лейын билдәләй. Быйыл тап ошо айҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма» китабының исем туйы үтәсәк. Ошо ваҡиғалар айҡанлы әҙип менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Кеше рухи камиллыҡ аша ғына үҙенә бирелгән ғүмерҙең төп бурысын ғәмәлгә ашыра ала, тиелә «Йасин» сүрәһендә. Һеҙҙең өсөн нимә ул рухи камиллыҡ?

– Исламда төп нигеҙҙәрҙең береһе һаналған был фекер һәр сүрәлә тиерлек ҡыҙыл еп булып үтә. Ошо күҙлектән ҡарағанда, хатта үлем дә рухи камиллыҡҡа табан бер аҙым: гонаһлылар, йәһәннәм утында янып, таҙарына, тәҡүәлеләр, йәннәт ниғмәттәрен татып, тағы ла сафлана, паклана төшә. Рухи камиллыҡтың нимә икәнен аңлатыр өсөн бөтә Ҡөрьәнде баштан аҙағынаса һөйләргә кәрәк булыр ине. Был Изге Китапты һәр кем уҡып сығырға, унда һалынған гуманистик идеяларҙы, иҫ киткес тәрән фекерҙәрҙе йөрәге һәм зиһене аша үткәрергә тейештер. Хәтеремдә, «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма»ның нәшер ителеүендә хәл иткес роль уйнаған Ҡадурий Әбдрәхим улы: «Был Китап һәр ғаиләнең өҫтәлендә ятһа ине», – тигән теләк белдергәйне. Рухи камиллыҡ тигәндән, һуңғы йылдарҙа кешелек донъяһын тәрән хафаға һалған экология проблемаларын миҫалға килтерге килә. Ғалимдар фекеренсә, донъя бығаса күрелмәгән һәләкәттәр алдында тора. Бик төптән уйлап ҡарағанда, уның нигеҙендә әҙәм балаһының нәфсе тигән аҙғынға баш була алмауы ята бит. Йәғни быуаттар һуҙымында кешеләр, халыҡтар, илдәр бер-береһе менән үлемесле ярышып сәнәғәт предприятиелары төҙөнө (уның төбөндә әлеге лә баяғы байығыу, килем алыу). Һөҙөмтә аяныслы: уларҙың зарарлы төтөнөнән хасил булған ҡором күп миҡдарҙа атмосфераға ташлана һәм тәбиғәттә урынлаштырылған тигеҙлекте боҙа – һауа торошо үҙгәрә, тирә-яҡ мөхиткә төҙәлмәҫлек зыян килтерелә. Ҡыҫ­ҡаһы, байығыу ҡомарынан күҙе тонған әҙәм балаһы үҙ-үҙен фажиғәгә этәрә. Ирекһеҙҙән, башҡорт ерҙәрендә мәғдән эҙләү һәм уны эшкәртеү өсөн заводтар төҙөүгә ҡаршы күтәрелгән ихтилалдар иҫкә төшә. Асылда, был көрәш һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡан түгеүҙәр ер-һыуҙың сафлығы, тимәк, тирә-яҡ мөхиттең таҙалығы өсөн дә тиңһеҙ алыш булған бит. Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк итеп бирелгән тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тә рухи камиллыҡтың бер билгеһе ул.
Азалия МИРЗАЕВА әңгәмәләште.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Мәүлит Ямалетдинов Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook