Аҫалы балаҫ – донъя йәме
Аҫалы балаҫ, йондоҙ аҫалы…
Өләсәйемдең һуҡҡан балаҫы!
Таныйым һеҙҙе, гүзәл аҫалар,
Һеҙҙә мөғжизә, серле хикмәт бар.
Минең иҫемдә – орсоҡ әйләнә,
Томандай йомшаҡ аҡ йөн иләнә.
Ә мин йөн тетәм, тауҙай була йөн,
Танауға етһә, ҡойолор мәрйен.
Алдаштырғанһың, өләсәйкәйем,
Эшкә өйрәтәм, тиеп балаңды.
Аҫалы балаҫ нисәмә йылдар
Тапшыра миңә йөрәк йылыңды.
Аҫалы балаҫ бөтә Башҡортостанда тиерлек һуғылған, башҡорт аҫалары Мәскәү, Себер, Урта Азия, сит илдәргә таралған. Был күркәм халыҡ һөнәри сәнғәте өлгөһө хаҡында балаҫ һуғыусылар үҙҙәре иҫте китәреп һөйләй.
... Минира Харрасова (Ғафури районы, Сәйетбаба ауылы):
– Аҫалы балаҫлы йортҡа инһәң, күңел тыныслана. «Беҙҙең өйҙә иң матуры – көйөҙ», – тип кинәнеп ҡыуаныша торғайны Сәйетбаба ауылы балалары.
Аҫа, аҫа, аҫа, аҫа…
Аҫа иле тылсымлы,
Аҫа биҙәктәре бер саҡ
Таң ҡалдырыр донъяны.
Ҡояштан алдыҡ төҫтәрҙе,
Йәйғорҙан оттоҡ биҙәк.
Мең-мең йылдар был аҫалар
Донъяны тора биҙәп.
Аҫа, аҫа, аҫа, аҫа…
Аҫа иле тылсымлы,
Аҫа биҙәктәре бер саҡ
Таң ҡалдырыр донъяны.
Аҫа, аҫа, аҫа,
Аҫа иле тылсымлы,
Аҫа иле серле, моңло,
Аҫа иле нур тулы.
Матурлыҡтың үҙе беҙ,
Ай-ҡояштың күҙе беҙ,
Ата-баба һүҙе беҙ.
Аҫа, аҫа, аҫа беҙ,
Сал тарихтың эҙе беҙ.
Аҫалы балаҫ келәм, көйөҙ, барсалы балаҫ тип тә йөрөтөлә. Аҫалап һуғыу – иң ҡотло, файҙалы, зауыҡлы һөнәрмәнлек күренеше. Башҡорт халҡының егәрле һәм бөтмөр булмышын сағылдырған был кәсеп бөгөн дә күп оҫталарҙың ҡулынан төшмәй.
Сәрүәр СУРИНА,
РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы.
РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2018) һанында уҡығыҙ.
Теги: Аҫа Балаҫ Милли биҙәк