Ҡурай тик башҡорт ерендә генә үҫә!..

Ҡурай тик башҡорт ерендә генә үҫә!..Донъяла тиңе булмаған музыка ҡоралы, башҡорт халҡының моң сығанаҡтарының береһе мәшһүр ҡурайыбыҙ тик Урал тауҙарында ғына үҫә тип беләбеҙ. Ысынлап та, ул донъяның башҡа бер ерендә лә тамырланмай, ул – халҡыбыҙҙың изге ере тыуҙырған, Аллаһ Тәғәлә тик башҡорттоң ихлас күңеле өсөн яралтҡан илаһи үҫемлек. Шуның өсөн урыҫса рәсми атамаһы «реброплодник уральский» тип йөрөтөлә. Беҙ уны «ҡырлы ҡурай» ҙа тибеҙ.

Был хикмәтле үҫемлек башҡорт өсөн изге тауҙа ғына түгел, ә йортонда ла үҫеүе ихтимал икән. Әбйәлил районының Урал теҙмәләре итәгендә генә ятҡан Әбделғәзе ауылында бесән сапҡанда, метр ярым оҙонлоғондағы төп-төҙ һәм йыуан ҡурайҙы осратып, уны ҡырҡып өйгә алып ҡайтып, эсенә ҡом тултырып, киптерергә элеп киткәйнем. Бер йыл буйы шунда, әүеҫлек аҫтында элеүле торҙо ул.
Икенсе йыл барғанда уны Өфөгә алып ҡайттым. Әммә тажы менән ҡуша киптерергә эленгән был ҡурайҙың орлоҡтары ҡойолоп ҡалған да үҙ сәғәте еткәнен көткән икән. 10 йыллап ғүмер үткәс, былтыр ауылға барғанымда, ҡыйыҡ аҫтында, тап шул ҡурай эленеп торған тәңгәлдә йәш ҡурай үҫентеһен күреп шаҡ ҡаттым.

Бына бит Алланың хикмәте: байтаҡ йылдар буйы шул йомшаҡ ҡына орлоҡ ерҙә ятҡан, ошо арауыҡ эсендә уның өҫтөнә әллә нисә тапҡыр ямғыр һәм ҡар яуып, хисапһыҙ мәртәбә йәй эҫеһе өтөп, ҡыш һыуығы туңдырып, әллә күпме төрлө үлән үҫеп, һулып, серегән, әммә был тылсымлы орлоҡ сереп юҡҡа сыҡмаған...
Быйыл да Әҡембәткә (ауылдың икенсе исеме шулай) юлыбыҙ төшөп, хәҙер инде икенсе ғаилә йәшәгән, егерме йыл буйына йәй һайын мин бесән эшләшергә ҡайтып йөрөгән был ҡәҙерле йортҡа хәл белергә ингәндә, ҡурайымдың быйыл да тап шул урында үҫеп ултырғанын күреп, күҙемә йәш, тамағыма төйөр тығылды.
Сәлмән ЯРМУЛЛИН.
Автор фотоһы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook