Спорт матурлыҡ тыуҙыра

Спорт матурлыҡ тыуҙыра Һуңғы йылдарҙа спорт стиле подиумдарҙы һәм ҡала урамдарын да яулап алды. Спорт стиле – йүгереү өсөн костюм һәм кроссовка ғына түгел. Юғары моданың ҡупшылығы менән спорт кейемдәренең сағыулығын һәм уңайлылығын үҙендә туплаған, яраштырған да ул. Тап ошо үҙенсәлеге көндәлек кейемдә ҡулланырға күп мөмкинлектәр аса.

XIX быуат аҙағы – XX быуат башында спорттың йылдам үҫеше махсус кейемдең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Ҡатын-ҡыҙҙар әүҙем рәүештә йөҙөү менән шөғөлләнә, теннис уйнай, велосипедта йөрөү менән мауыға. Велосипедта йөрөгән дә тубыҡҡа тиклем оҙонлоҡта киң салбар кейгәндәр. Билдә – ҡыҫып бәйләнгән киң ҡайыш, башта – артыҡ сағыу биҙәлмәгән ыҡсым ғына эшләпә, аяҡта – ҡарағусҡыл ойоҡ. Кизе-мамыҡтан йәки ебәктән тегелгән блуза алғы яҡтан эләктерелә, ул корсет өҫтөнән кейелә. Йомшаҡ табанлы туфли, ҡаптырмалы, төймәле йә бау менән бәйләп эләктерелә торған күн ботинка образды тулыландыра.

XX быуаттың 20-30-сы йылдарында спорт менән шөғөлләнеү инде «байҙар эше» генә булыуынан туҡтай. Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы ла инде корсеттарҙа, кәүҙәнең һомғоллоғон ҡаплаған оҙон күләмле күлдәктәрҙә тип һаналмай. Хәҙер замандан артта ҡалмаҫ өсөн һынкәүҙәне камиллаштырыу кәрәклеге тыуа, бының өсөн гимнастика һәм диетаға мөрәжәғәт итәләр. Маҡсатты тормошҡа ашырыр өсөн уңайлы кейем дә кәрәк була...

Үткән быуаттың 70-се йылдарында спорт стиле яңынан сәскә атыу осорон кисерә. Иреклелек һәм эклектика, йәғни төрлө идея йүнәлештәрен, теорияларҙы, ҡараштарҙы бергә ҡушыу осоронда был бик урынлы була. Фитнес, аэробика менән ныҡлап шөғөлләнеү, латексты уйлап сығарыу дизайнерҙарға кейем моделдәрен төрлөләндереү мөмкинлеге бирә. Һылашып торған ыштандар, шорты, төрлө заманса һүрәтле футболкалар һәр ҡыҙҙың тиерлек яратҡан әйберенә әүерелә. Ваҡ-ваҡ баҫып йүгереүҙе үҙ итеүселәрҙең һаны артыу менән бергә махсус аяҡ кейемдәре лә киң тарала.

Рәсәйҙә спорт стиленә һөйөү 90-сы йылдарҙа барлыҡҡа килә. Барыһыла баҙарҙа һатылған арзанлы спорт костюмдарында йөрөгән мәлдәрҙе күптәр хәтерләйҙер әле. Тап ошо йылдарҙа артыҡ сағыу лосиналар ҙа һатыуға сыға, улар хатта тупаҫ һәм әҙәпһеҙ күренә. Быны беҙҙең илдә оҙаҡ йылдар модаға иғтибар бирелмәүе, был тәңгәлдәге яңылыҡтарҙың һуңлап килеүе менән аңлатырға мөмкин.

Бөгөн иһә спорт кейемдәренең ниндәйе генә юҡ, ул күптән инде спорт залдарынан сығып, беҙҙең көндәлек кейемебеҙгә әйлән де. Уңайлы, һәр кемгә лә килешә, еңел. Кибет-баҙарҙарҙа теләһә ҡайһы төҫтәге, һәр кемдең зауығына тап килерлек сифатлы кейемдәрҙән күҙҙәр ҡамаша. Бындай гүзәллекте тыуҙырыу менән билдәле дизайнерҙар шөғөлләнә. Күңелең теләгәнде һайлап алырға, уларҙы үҙең теләгәнсә яраштырырға мөмкинлек бар. Әлеге миҙгелдә кроссовкалар актуаль. Уларҙы көн һайын да – һәр ерҙә, һәр нәмә менән тап килтереп кейеп була. Салбар, итәк, шорты, күлдәк менән дә килешә. Эҫе көндәрҙә ҡалын табанлы, киң ҡайышлы сандали менән алыштырырға була. Аксессуарҙарҙан бейсболка, биштәр йәки билгә таға торған сумка менән тулыландырырға мөмкин.
Тышҡы йөй буйлап тегелгән буй таҫмалы салбар бейек үксәле туфли менән тап килә. Күлдәк өҫтөнән кейелгән свитшот йәки толстовкалар киске һалҡындан һаҡлар. Барыһын да үҙ-ара яраштырып була. Ҡаты ҡағиҙәләр юҡ. Классика менән спорт матурлыҡ тыуҙыра. Төрлө кейемдәрҙе үҙегеҙсә яраштырыуҙан ҡурҡмағыҙ – заманса күренерһегеҙ.
Айгөл КИРАНОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook