Ҡәҙер кисендә

Ҡәҙер кисендә Бөрйән ҡыҙы, Әбйәлил килене, әлеге ваҡытта Исхаҡ ауылында йәшәп ижад иткән, ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән өс бала әсәһе Мәҙинә Йәғәфәрова һуңғы йылдарҙа үҙен яңы юҫыҡта – эшҡыуарлыҡта һынай. Ижадты ла онотмай, әүҙем ҡатын проза өлкәһендә ҡыйыу аҙымдар яһай. Хикәйәләрендә бөгөнгө һынылышлы заман, мөхит, ҡибла эҙләгән ябай кешеләр, уларға насип һынауҙар, йәнә уҡыусы яратҡан мөғжизәгә лә урын бар.

Ҡәҙер кисендә
Хикәйә
...36 йәшендә өс бала менән тороп ҡалды Миңлегөл. Донъяһының күптән яйға һалынған бер төрлө ағышына күнгән, иренең арҡаһына ышыҡланып, уның һүҙенән сыҡмай өйҙә генә ултыр- ған Миңлегөлдөң аяҡ аҫтында ер ишелеп төштөмө ни! Аңы инерле-сығырлы йөрөп, нисек Илсенен ҡара гүргә алып барып һалғандарын да иҫләмәй, өсөн, етеһен уҡытҡандарын да яҙа-йоҙа ғына хәтерләй. Ни тиһәң дә, күп кешегә яҡшылығы тейҙе шул иренең: туған-тыумасаһы, күрше-күләне, дуҫ-иштәре, таныш-тоноштарынан өй эсе шығырым тулды.
Илсенде ҡуйғандан һуң күпмелер ваҡыт үткәс кенә бер сама иҫенә килгәндәй булды Миңлегөл...

...Эйе, бик-бик мохтаж Ғәҙел тыуған төйәгенең тын алыуын тойоуға... Хаҡлы ялға сыҡһа ла, дүрт-биш йыллап ҡайтҡаны юҡ ине ауылына. Ҡатынының хәйерһеҙ яман шешкә дусар булып, ваҡытынан алда үлеп ҡалыуы, бер бөртөк улының Себер тарафтарына әҙәмсә аҡса эшләргә тип китеп, сит-ят ерҙә тамырланып-төпләнеүе – ирҙең күптәнән көйләнгән, бер яйға һалынған йәшәү рәүешен юҡҡа сығарҙы. Бигерәк тә, һуңғы арала болоҡһоно күңеле, ятһа ла, торһа ла, тыуған яҡтары, бала сағы үткән ерҙәр тартты ла торҙо...

Хикәйәне журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook