«Һин – миңә, мин һиңә терәү булып Ғүмер үтеп бара түгелме?..»

«Һин – миңә, мин һиңә терәү булып  Ғүмер үтеп бара түгелме?..»
Фирүзә АБДУЛЛИНА


Ҡырмыҫҡалыға килен булып төшөп, шунда ғүмер кисергән Баймаҡ ҡыҙы Фирүзә Абдуллинаның ижадындағы төп һыҙат – ихлас халыҡсанлыҡ, уйсан тормошсанлыҡ. Шиғырҙары интернетта ла бик популяр, сере, моғайын, авторҙың тормошҡа илаҡ иләк аша түгел, ә яҡты тәҙрәнән ҡарап һоҡлана белеүендәлер.

Мең сәбәп бар...
Тормошомдан риза булмаҫ өсөн,
Уйлай китһәң, сәбәп бихисап:
Ваҡыт етмәй яҡындарым менән
Һөйләшергә хатта ихласлап!

Алға килмәй торған хыялдар бар,
Менеп етә алмаҫ үрҙәр бар,
Ҡабатланмай торған миҙгелдәр бар,
Саҡырылмай торған түрҙәр бар.

Әрәм-шәрәм иткән көндәрем бар,
Йоҡо алмай үткән төндәр бар,
Боғаҙымда ҡалған өндәрем бар,
Сер бүлешер иптәш – мендәр бар!

Яҙмышыма үпкәләргә булһам,
Мең сәбәп бар. Йомоп күҙемде,
Йәшәп ятам, шөкөр итә-итә,
Иң бәхетле тойоп үҙемде!
«Һин – миңә, мин һиңә терәү булып  Ғүмер үтеп бара түгелме?..»
Ҡағиҙә
– Ошо һинең ҡағиҙәләрең! – тип,
Балам миңә ғәйеп ташланы,
Мин заманса түгел, артта ҡалған,
Артыҡ бер ҡатлыҡта фашланы.

Эйе, ҡағиҙәләр миңә мөһим,
Талаптарым, беләм, юғары,
Һеҙгә ҡуйған талап нигеҙендә
Бәхет теләү ята ни бары.

Кеше өлөшөнә ҡағылма, тим,
Хәләл булһын ашар аҙығың,
Алдама, тим, тағы урлама, тим,
Дөрөҫ булһын баҫҡан аҙымың...

Әҙәп барҙа, балам, иман бар, тим,
Намыҫыңды, зинһар, таплама,
Рәнйетһәләр – кисер, яуап бирмә,
Ауырлыҡта туған ташлама!

Үпкәләмә, әҙәп-ҡағиҙәгә
Һин тайпылмай тырыш һыйырға.
Мин дә һыям. ...Бары бала хаҡы
Мәжбүр итер сиктәр ҡыйырға.

Тормош ҡай саҡ инә бүре итеп
Әсәйҙәрҙе, ҡуя һынауын...
Тик һәр әсә теләй балаһының
Әҙәп-ҡағиҙәне һанлауын.

Кәңәш
Сикәңдәге күҙ йәштәрең –
Йәнемдә ярам...
Үҙеңде уйламағанды
Уйлама, балам!
Сәсеңдән һыйпап, ҡулыңды
Ҡулыма алам...
Үҙеңде ҡәҙерләмәгәнгә
Өҙөлмә, балам!

Күҙҙәреңдә һағыш ҡына,
Мин эстән янам:
Үҙеңде һағынмағанды
Һағынма, балам!

Яратҡандың гонаһы юҡ –
Яҡлайһың һаман...
Үҙеңде яҡламағанды
Яҡлама, балам!

Әрәм итмә хистәреңде
Лайыҡ түгелгә!
Бәхет үҙе эҙләп килер
Сабыр күңелгә.

Ваҡыт үҙе иҫбат итер
Минең хаҡлыҡты,
Ысын яратҡан баһалар
Һинең сафлыҡты.

Көт, сабыр ит! Һине генә
Уйлап йәшәйем,
Ышан: һиңә насар кәңәш
Бирмәҫ әсәйең!

Ҡат-ҡат әйтеп, күңелеңә
Ойотҡо һалам:
Үҙеңде яратмағанды
Яратма, балам!

Терәү
Һин эш башлар булһаң, һинән алда
Мин йүгерәм, сабам тәгәрләп:
Эш ҡоралың ҡул осонда булһын,
Аш-һыуымды ҡуям хәстәрләп.

Бесән сапһаң – минең бакуй йәнәш,
Утын ярһаң – өйөп өлгөрәм,
Һыуһап китһәң – сәйем әҙер генә,
Ымлау етә – хәҙер йүгерәм!

Ир-ат эше менән дуҫлығым бар:
Эш өйрәтте миңә атайым,
Улдарымды һаҡлай алманым шул,
Шуға үҙем йәнәш атлайым.

Шөкөр, хәҙер ейәндәрем үҫә,
Билдән балта төшөр, моғайын,
Олоғайған көндә сүкеш, көрәк,
Балта, бысҡы, һәнәк, салғыларҙан
Азат итер мине Хоҙайым!

...Ир эшендә йәнәш мин ир булдым,
Бисә эше – тик үҙ иңемдә,
Зарланғанды берәй ишеттеңме?
Асыуланғаның юҡ һинең дә...

Йылдар үткән һайын ауырыраҡ,
Яңғыҙлатып, берүк, ҡуймайым?!
Арыным тип һиңә әйтеү түгел,
Эстән уйларға ла ҡыймайым.

Минең менән һиңә – еңелерәк,
Һинең менән миңә – күңелле.
Һин – миңә, мин һиңә терәү булып
Ғүмер үтеп бара түгелме?



Теги: Фирүзә Абдуллина




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook