Шаҡмаҡ ҡояш
Ишек асылып ябылыуға барыһы ла терт итте. Кәмендә ике йән һиҫкәнде. Малай тыныс ҡына дәрес әҙерләне.
– Бөгөн хәтәр хәбәр ишеттем әле. Һинең ҡыҙың да бар икән! – тип ҡаршы алды ҡатыны. Сисенергә йыйынған ир ҡапыл туҡтап ҡалды. Тултырып бисәһенә ҡараны. Күҙҙәрен селт-селт йомоп та алды. Һыр бирмәне:
– Булһа тағы. Шуна-ан, алимент-фәләнгә хат килгәнме? – Эйелеп һыңар быймаһын систе, уныһы көнө буйы һыуыҡта йөрөп ныҡ ҡына туңғайны. Оҙаҡ ҡына мәшәҡәтләнде.
– Хат ҡына тиһеңме, үҙе килгә-ән, – ҡатындың нисек тә иренең күңеленә яра һалып еткергеһе килде был хәбәрҙе.
– Ул бында? Ғәлимәме? – Эйелгән еренән Йомаҙил ҡапыл турайҙы.
– Эйе.
– Ҡайҙа ул? Ҡыҙы-ым!.. – Сисеп бөтмәгән быймаһы менән йыуылған иҙәндә еүеш эҙ ҡалдырып, бер еңенән эләккән тунын һөйрәтеп залға йүгереп килеп сыҡҡан ирҙе күреп ҡыҙ һикереп торҙо. Ҡаушап ҡалды. Уңарса булмай ир ихлас йылмайҙы ла уны ҡосағына алды. Бөршәйеп ҡалған ҡыҙ сабый ғына булып атаһы күкрәгенә һыйынды.
– Ғәлимә, ҡалай үҫкә-ән. Һаумы, аҡыллым минең! Ынйыҡайғынам…
– Әсәй ауырый, үлер, ахыры… Шуға бында ебәрҙе… килгем килмәне… сараһыҙҙан, – ҡыҙ тешен ҡыҫып йөрәгенән, бында килгәндән бирле бер кемгә әйтмәгән, әйтһә лә, аңламаған ауыр хәбәрҙе сығарҙы. Ул ғына, бына әле ҡосағына алған кеше генә, уны оло ҡайғыларҙан, ҙур ғазаптарҙан ҡурсыр тигән ышаныс һығып сығарҙы был һүҙҙәрҙе. Шым ғына әйтте. Атаһы әллә ишетте, әллә юҡ.
Йомаҙил ҡыҙының башын күкрәгенә һалып оҙаҡ ҡосаҡлап торҙо. Бик оҙаҡ. Биленән ҡосаҡлап, арҡаһына башын һалып тын ғына торған улын да шәйләмәне башта. Бисәһенең, харап, табыштылар, иҙәнде бысратып йөрөй шунда, тигәнен дә ишетмәне. Күҙенән эре йәш бөртөктәре ҡыҙының башына тамды. Оҙаҡ торҙолар шулай: атай, ҡыҙ һәм ул.
– Улым, таныш, апайың Ғәлимә, – тигән булды Йомаҙил. Шунан диванға ултырып һыңар быймаһын систе, тунын һалған ыңғай йөнлө еңе менән битен һөрттө. Кейемен Йәмилгә тотторҙо:
– Бар элеп ҡуй, быйманы ла ал. Зөләйха, табын әҙерлә, беҙгә иң ҙур ҡунаҡ килгән, ҡыҙым килгән. Ынйыҡайғынам.
Алдымда атайыммы, юҡмы тигәндәй, Ғәлимә ир кешегә текләп ҡарап торҙо, шунан уның башын, шырт сәсен һыйпаны. «Ошо минуттарҙы ғүмерем буйы көттөм» , – тине. Иламаны. Йәмил дә атаһының муйынына һырылды:
– Һүрәт буйынса икенсе урын алдым. – Атаһы уны арҡаһынан һөйҙө лә тағы ҡыҙына ҡараны.
– Ә һин нисек уҡыйһың, ҡыҙым?
– Унынсыла йөрөйөм шунда. Улай маҡтанырлыҡ бер нәмәм дә юҡ. Еңеүҙәрем дә, – бер аҙ торғас өҫтәне: – еңелеүҙәрем дә.
Ысынында ҡыҙ шәп уҡый ине. Мәктәбендә лә, ҡалала ла бер нисә фәндән әллә нисә тапҡыр еңеүсе лә булды. Өфөгә килеп биологиянан олимпиадала ҡатнашты. Телевизорға ла төшөргәйнеләр. Тик еңеүҙәре уға ләззәт бирмәне, шатлыҡты уртаҡлашыр ғәзиз кешеһе булманы. Әсәһе уның уңыштарына өйрәнеп бөткән, тәүге мәлдә күккә күтәреп маҡтай ине, хәҙер «ҡайттыңмы, балам»дан артыҡ һүҙ ҙә юҡ. Барыһы ғәҙәти. Хатта иртәгә иртән шаҡмаҡ ҡояш сыҡмаймы икән? Әсәһе ауырый башлағас, ул тәүҙә бик ҡайғырҙы, аҙаҡ ул сирҙән үҙенә йыуаныс та тапты. Ҡалай шәп, «әсәй ауырый» тип, бәлки, атайға телеграмма ла һуғырбыҙ? Ул килер, күрешерҙәр. Әсәй яңынан аяҡҡа баҫып китер. Тик… күрештеләр ҙә бына, оло теләге лә тормошҡа ашты, ә әсәй түшәктә һаман.
– Күптән ауырыймы? – Бая ишеткән икән атаһы.
– Хәҙер ярты йыл түшәктә, ныҡ ябыҡты. Атайыңды барып күреп кил, тип адресыңды бирҙе.
«Ҡыҙыҡ, атайыңа бар, тигән, ә үҙе миңә ебәргән бит».
– Ҡыҙ-ы-ыҡ, – тип һуҙҙы Йомаҙил.
– Нимә ҡыҙыҡ, атай? – Йәмил дә һүҙ ҡушҡан булды. – Миңә лә ҡыҙыҡ, минең апайым бар, үҙе матур, үҙе аҡыллы.
– Тормош ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Өйгә эшеңде ҡара, улым.
– Ниндәй өйгә эш, ти, әйҙәгеҙ, өҫтәлгә, ҡунаҡ килгән бит, – ҡатынының яһалма тауышы ишетелде.
Ашаған саҡта йылмайышып, берсә моңланып шым ғына аш һемерҙеләр. Ҡунаҡ һис кенә лә инәлтмәне, атаһы ла ҡыҙын һыйлап бер булды. Үҙең дә аша әле, тигән булып ҡатыны уны ҡыҫтаны. Ҡыҙға ҡарап ҡатын, ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ булмаһа ла, бер сама сибәрлеге бар икән, ҡалай тыйнаҡ йылмая, ирен ситтәрендәге соҡорҙарынан нурҙар бөркөлгән кеүек, тип уйланды. Улай уҡ йәмһеҙ ҙә түгел, әҙерәк оҡшаған да кеүек Йомаҙилға.
– Атайыңды барып күреп кил, тинеме, ә? Атайыңа тинеме? – тип Йомаҙил ихлас көлөмһөрәгән булып, ҡыҙының арҡаһынан һөйөп-һөйөп алды. Йәмил дә, бында мин дә бар ҙа инде, тигәндәй:
– Әсәй, беҙ атай менән һөйәк кимерергә яратабыҙ, иве-ет, – тип хәбәр һалды...
Аҙағы. Башы 2-се һанда.
Теги: Мөнир Ҡунафин