Йыһанға олғашыр рәхмәт

Йыһанға олғашыр рәхмәт Сибай ҡалаһы «Ағинәйҙәр ҡоро» (етәксеһе Асия Ғәйнуллина) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһы (етәксеһе Гөлфиә Янбаева) менән берлектә Мөнәжәт башҡарыусылар бәйгеһе уҙғарҙы. Быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолған сарала Өфө, Сибай, Магнитогорск ҡалаларынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы, Хәйбулла, Белорет, Күгәрсен, Йылайыр райондарынан, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондарынан, Ырымбурҙан килгән бәйгеселәр сәсәнлектә, башҡарыу оҫталығында көс һынашты.

Cәрүәр Рәшит ҡыҙы Сурина, баһалама ағзаһы, яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М. Аҡмулла, З. Биишева, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты:
–Етмеш йыллыҡ дәһри дәүерҙән һуң мөнәжәт – донъя менән әхирәт араһын тоташтыра торған бер һалам баҫма. Һалам баҫма таш күпергә нисек, ҡасан әйләнер, быныһын Аллаһ белә, иллә мәгәр һынау, икеләнеү, ҡамасаулау етерлек. Аллаһ менән Йән араһына алтын күпер бары тик ихласлыҡ вә тәҡүәлек (Аллаға инаныу) тигән кешелек ҡиммәттәренән «төҙөлә» торғандыр. Бәхеткә күрә, был ҡиммәтле сифаттар һәр әҙәм балаһына тыумыштан биреләлер, мәгәр уларҙы файҙаланырға ғына кәрәк. Мөнәжәт байрамы милләттең, кешенең бөгөнгө көндә Аллаға ынтылышын сағылдыра. Мөнәжәт байрамын үткәреү кәрәкме-юҡмы икәнен белеү өсөн уға йыйылған халыҡты күреү етә – үҙ теләге, үҙ аҡсаһы, үҙ мөнәжәте менән килгән ил инәләре. Улар яңы иман асҡысы – мөнәжәт моңо һәм һүҙҙәре аша Аллаға яҡынайыу юлын табыуҙарына ғәләмәт риза һәм ғорур. Шоу, прогон, показуха шауҡымдары йонсотмаһын өсөн байрамдың үҙ форматы –үткәреү вәзене (стиле) кәрәк. Мөнәжәтселәр жанр буйынса сығыш яһай. Боронғо (китаптан, суфыйҙар ижадынан, халыҡ ауыҙ-тел ижадынан) һәм заманса (авторлы) мөнәжәттәр, халыҡсан көйлө, лирик йә фәлсәфәүи мөнәжәт айырым баһалана. Баһаламасылар араһында һис шикһеҙ ғалим (теолог, психолог, филолог), йыр сәнғәте һәм халыҡ ижады белгесе булырға тейеш.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Сибай ҡалаһы.

Мөнәжәт башҡарыусылар бәйгеһе тураһындағы мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook