Аҡҡош тоғролоғо

Аҡҡош тоғролоғоТоғролоҡ... Ошо бер һүҙҙә ни тиклем тәрән мәғәнә ята. Яңы өйләнешкән йәштәргә беҙ: «Пар күгәрсендәрҙәй, пар аҡҡоштарҙай йәшәгеҙ!» – тип теләйбеҙ. Күгәрсендәр ҙә, аҡҡоштар ҙа үҙҙәре һайлап алған яртыһына ғүмергә тоғро ҡала. Аҡҡош тоғролоғо тураһындағы риүәйәттәр, йырҙар, шиғырҙар ошоно раҫлай.
Мәҡәләмдә оло мөхәббәттән яралған, нигеҙендә аҡҡош тоғролоғо ятҡан бер ғаилә тураһында бәйән итмәксемен. Һүҙем Төйәләҫ ауылында ғүмер итеүсе Гөлнур Фазлиәхмәт ҡыҙы менән Хәйҙәр Ситдыҡ улы Ырыҫҡоловтар хаҡында.

Гөлнур Фазлиәхмәт ҡыҙы – Баймаҡ районының Тоҡтағол ауылында, ә Хәйҙәр Ситдыҡ улы Түбә ҡасабаһында 1935 йылда тыуған. Хәйҙәр ағай һигеҙ балалы ғаиләлә үҫә. Аталары бик иртә гүр эйәһе була. Ишейҙән утын алып ҡайтып килгәндә, Һаҡмар йылғаһында аты-санаһы менән боҙло һыуға төшөп китә. Шунан мандый алмай, ун ике йыл түшәктә ята. Бөтә ауыр эш әле быуындары ла нығынып өлгөрмәгән Хәйҙәрҙең иңенә төшә. Әсәһе Хәҙисә шахтала эшләй. Хәйҙәр ағайға көтөүсе булып та, баҫыу эшендә лә, пекарняла ла эшләргә тура килә. 8-се кластан һуң уҡыуын дауам итеү мөмкинлеге булмай.
...23 йәш тулғас, уны Гөлнур исемле ҡыҙ менән таныштыралар. Бер аҙ дуҫлашып йөрөйҙәр ҙә өйләнешәләр. Йәш ғаилә тимер юлда эш башлай. 1963 йылда «Дружба» ярҙамсы хужалығына, хәҙерге Төйәләҫ ауылына, күсеп киләләр. Хәйҙәр Ситдыҡ улы 20 йыл малсылыҡта, унан, хаҡлы ялға сыҡҡансы, төҙөүселәр бригадаһында балта оҫтаһы булып эшләй. «Хеҙмәт ветераны», «Хеҙмәт ҡаҙа­ныштары өсөн» миҙалдары, «Коммунистик хеҙмәт ударнигы», «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәләре һәм бик күп Почет грамоталары менән бүләкләнгән ул.

Гөлнур апай ҙа ауыр һуғыш осороноң бөтә михнәтен татый: атаһынан иртә етем ҡала, ағаһы фронтта саҡта, бөтә ғаилә күҙ терәп торған берҙән-бер һыйырҙарын тартып алалар. Яҙа башлаһаң, бер китапҡа ла һыймаҫ уның күргән-кисергәндәре. Ә бына яҙмышын Хәйҙәр ағай менән бәйләгәндән алып, ул иң бәхетле ҡатын-ҡыҙға әйләнә тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Изге күңелле, кешелекле, кеселекле, эшлекле, юғары мәҙәниәтле Хәйҙәр ағай менән осраштырғанға ул яҙмышына мең рәхмәтле. Хәйҙәр ағай Гөлнур апайҙы эшләтмәй. Ҡатын-ҡыҙ – ғаилә усағын һаҡлаусы, уның бурысы – балаларҙы матур итеп тәрбиәләү, тип иҫәпләй ул. (Ә бөгөн күпме ирҙәр эшлә­мәйенсә, ҡатындарының, әсәләренең елкәһендә йәшәй.)
Ырыҫҡоловтар бер ул менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, башлы-күҙле иткән. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен күреп, олатай-өләсәй бәхете кисерәләр.

Бына шулай 56 йыл пар аҡҡоштарҙай гөрләшеп, татыу ғүмер итә был һоҡланғыс ғаилә. Уларҙың икәү-ара мөнәсәбәтен күреп, «кинолағы һымаҡ», тип уйлап ҡуяһың. Бер ҡасан да бер-береһенә күңел ҡалдырырлыҡ һүҙ әйтмәү, тауыш күтәрмәү, бер күҙ ҡарашынан, ярты һүҙҙән аңлашыу – ғаиләләге татыулыҡтың нигеҙе. Хәйҙәр ағайҙың әле лә Гөлнур апайға «Гөлнурым – күҙ нурым» тип кенә өндәшеүе, миңә ҡалһа, ғәҙәти булмағаныраҡ мөнәсәбәт булып тойола. Һигеҙенсе тиҫтәһен тултырған был ағай менән апайҙың үґ-ара булған яҡты мөхәббәтте ошоғаса һаҡлап ҡалыуы һоҡланыу, хөрмәт, ихтирам уята.

Уларҙың өйө – ауылдағы иң матур йорттарҙың береһе. Өйҙә лә, ихатала ла тәртип: бер бөртөк сүп тә тапмаҫһың. Үҙҙәре ихлас күңелле, ҡунаҡсылдар. Кешеләргә эскерһеҙ ярҙам итергә әҙер торалар.

Тормош гел ал да гөл бармай бит. Был бәхетле ғаиләне лә яҙмыш ҡаты һынау алдына ҡуйҙы: Гөлнур апай ете йыл инде ҡаты ауырый, һуңғы йылдарҙа түшәктә ята. Ләкин был һынау ҙа уларҙың йылы мөнәсәбәтен һыуыта алмай. Хәйҙәр ағай Гөлнур апайҙы ҡарай. Һаман да «күҙ нурым» тип өндәшә. «Алтынсәсемдең (Гөлнур апай һары сәсле) толомдарын тарап үрҙем әле» йә «Гөлнурыма бынау гәзиттәге мәҡәләне уҡып ишеттерҙем әле», – ти. Кәрәк саҡта күтәреп кенә алып йөрөй. Оҫта ҡуллы ағай, апайға яйлы булһын өсөн, ниндәй генә ҡулайламалар уйлап сығарып, эшләп ҡуймаған. Сибек кенә ғаилә башлығының ҡатынын ҡулдарына һалып күтәреп йөрөткәнен күргән бер ағай (хәл белешергә ингән булған) уға һоҡланып: «Арыҫлан бит был Хәйҙәр!» – тип әйтеүе менән тулыһынса килешәм. Арыҫлан кәүҙәле булмаһа ла, арыҫлан йөрәкле шул Хәйҙәр ағай. Уныњ һис ҡасан «уф» тип әйткәнен, зарланғанын ишетмәҫһең. Мөхәббәт көс бирәлер, тип уйлап ҡуям.

Балалары килеп ярҙам итеп тора. «Атай, бер аҙ ял итеп ал, үҙебеҙгә алып торайыҡ әсәйҙе», – тиһәләр ҙә, аталары ишетергә лә теләмәй. «Юҡ, Гөлнурымды берәү ҙә минең һымаҡ ҡарай алмай, үҙем генә бағам», – ти. Апайға файҙаһы тейер тип, һауын кәзәһе тота, һµтµнєн ҡымыҙ яһап эсерә. Хәйҙәр ағай ғүмерҙә лә араҡы эсмәгән, тәмәке тартмаған. Дин юлында, биш намаҙын ҡалдырмай уҡый.
Оптимист күңелле ағай тормоштан да артта ҡалмай, башҡортса матбуғатты даими алдырып уҡый.
Һоҡланғыс ғаилә, һоҡланғыс кешеләр... Аҡҡош тоғролоғо, тиер инем мин был осраҡты. Гөлнур апай менән Хәйҙәр ағай Ырыҫҡоловтар араһындағы мөнәсәбәт – тормоштоң бәләкәй генә ауырлыҡтары алдында бөгөлөп төшкән ҡайһы бер йәш парҙарға матур өлгө ул. Ошондай мөхәббәтле, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған ғаиләләр күберәк булһын.

Сәғиҙә БАЙНАЗАРОВА.
Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ауылы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook