«Башҡортостан ҡыҙы»ның тәүге сәйәхәттәре

«Башҡортостан ҡыҙы»ның тәүге сәйәхәттәре
Әнисә ТАҺИРОВА,
яҙыусы, тәржемәсе, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты


«Башҡортостан ҡыҙы»ның сәйәхәттәренә әҙерлек 1967 йылда уҡ башланды. Был сәйәхәткә фатиха биреүсе Зәйнәб Биишева, ә юл күрһәтеүсе журналдың буласаҡ яуаплы секретары Рәми Ғарипов ине. Ҡатын-ҡыҙҙар журналы сығарыу Рәми ағайҙың күптәнге хыялы була торғайны.

…1967 йылдың көҙ айҙары. Күмертау район гәзите редакцияһында эшләп йөрөгән сағым. Миңә яҙған бер хатында Рәми ағай ҡатын-ҡыҙҙар журналы яҙмышының хәл ителеүе, «йәшел йортҡа» раҫлау өсөн бирелгән исемлектә минең дә исем-шәрифем барлығы хаҡында хәбәр итте. «Йәшел йорт» иләгенән үткәндән һуң, баштан-аяҡ журнал эшенә сумдым.
Рәми ағай, телгә, илгә мөкиббән киткән патриот, яңы эшкә лә рухланып тотондо. Ә беҙ, баҫманың буласаҡ әҙәби хеҙмәткәрҙәре – Фәүзиә Рәхимғолова, Мәрйәм Бураҡаева һәм мин – ҡулдан килгәнсә редактор Кәтибә Кинйәбулатованың һәм Рәми Ғарипов ағайҙың күрһәтмәләрен тормошҡа ашыра башланыҡ...

...«Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһында эшләгәндә бик ауыр шарттарҙа республиканы ҡат-ҡат урап сығырға, һәр йыл һайын йөҙәрләгән осрашыу үткәрергә тура килде. Күптәре хәтерҙән юйылған, ә бына тәүге командировка онотолмаҫлыҡ булып күңелгә уйылып ҡалған. 1968 йылдың ҡояшлы майында Фәүзиә Рәхимғолова апай менән Илеш яҡтарына юлландыҡ. Әллә күпме ауылда осрашыуҙар үткәрҙек, баҫыуҙа игенселәр янында булдыҡ, мәктәптәргә барҙыҡ. Сәфәребеҙ район мәҙәниәт йортонда бик матур осрашыу менән тамамланды. Илеш районы «Башҡортостан ҡыҙы»н алдырыу буйынса баштан уҡ алдынғылар рәтендә булды.
Эйе, «Башҡортостан ҡыҙы» тәүге аҙымдарынан уҡ халыҡ күңелен яуланы. 1969 йылдың башында журналдың тиражы 46887 дана ине…

…Тиҙҙән беҙҙең шыҡһыҙ редакциябыҙҙы яҙыусылар, журна­листар, хатта район хәбәрселәре үҙ итә башланы. Оло әҙиптәрҙән Әнүр Вахитов, Яҡуп Ҡолмой ағайҙар йыш килә торғайны. Армиянан яңы ғына ҡайтҡан Динис Бүләков Рәми ағай менән ныҡлап танышып, әҙәбиәт донъяһына инеп китте…

…Тәүге йылдарҙа яҙышыусы ҡыҙҙарҙы эҙләп табып йәлеп итергә тура килә ине. Улар араһынан бик күптәр – Зөбәржәт Йәнбирҙина, Зөһрә Ҡотлогилдина, Гөлфиә Юнысова һәм башҡалар шиғыр-хикәйәләрен журналда баҫтырып ҡанат нығытты, билдәле яҙыусы булып китте.
«Йәшел йорттоң» яңы редакцияға талабы бик етди һәм ҡәтғи. Редактор менән яуаплы секретарға ғына түгел, бер мәлде, йәш журналист булыуыма ҡарамаҫтан, миңә лә «йәшел йорт» алдында яуап тоторға тура килде. Ул хәл былай булды. Режиссер Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина тураһында мәҡәлә яҙырға булғас, уның йортонда осраштыҡ. Альбомын ҡарап ултырғанда, бер фотоға күҙем төштө, кескәй Шәүрә йомолоп ҡына атаһының итәгендә ултыра.
– Ай-һай, Әнисә, атайымдың һүрәтен бирергә рөхсәт итмәҫтәр, – тине Шәүрә апай.

Ай-вайына ҡуймай, фотоны алып киттем. Уны мәҡәлә менән бергә тапшырғандан һуң, Рәми ағай, «аһ» итеп, бер аҙға һүҙһеҙ ҡалды. Яҙмам был фото менән баҫылғас нимә буласағын күҙ алдыма ла килтермәй инем әле. Мәҡәлә донъя күрҙе. Икенсе көндө үк редакцияға Дамир Вәлиев, унан Рәшит Шәкүр килеп инде. Ни өсөндөр мәҡәләне киҫеп алып, эске түш кеҫәһенә һалып ҡуйғандар. Редакцияла мәхшәр башланды. Кәтибә апай башта яуаплы секретарҙы – Рәми ағайҙы тетеп әрләп сыҡты. Унан туҙынып миңә инде. Баҡһаң, был мәҡәлә өсөн редактор «йәшел йорт» алдында яуап бирергә тейеш икән. Икенсе көн яуап тоторға Рәми Ғарипов китте. Өсөнсө көн сират миңә етте. Унда әйтелгән һуңғы һүҙҙәр әле булһа ҡолаҡ төбөндә сыңлап торған кеүек: «Һине йәшлегең ҡотҡарып ҡала. Башҡаса бындай хаталарҙы ҡабатлама!»

Тормош ҡатмарлыҡтарына ҡарамаҫтан, эш дауам итте. Бер нисә йылдан баҫмаға ныҡлы нигеҙ һалынды. 1975 йылда уның тиражы 65000 дана булды...

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2018) һанында уҡығыҙ.



Теги: Башҡортостан ҡыҙына 50 Әнисә Таһирова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook