Гөлсәсәк Шәрипова: «Ҡыҙҙарым – һөйөүем көҙгөһө»

Гөлсәсәк Шәрипова:  «Ҡыҙҙарым – һөйөүем көҙгөһө» Салауат дәүләт драма театры артистары – тиҫтә йылдар дауамында сәнғәт күген балҡытҡан арҙаҡлы сәхнә йондоҙҙары Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтарҙың талантлы һәм сағыу ғаиләһе ҡаҡшамаҫ рухы, тотороҡлоғо менән һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Гөл-сәскәләй наҙлап ҡына үҫтергән ҡыҙҙары – сәнғәт юлын һайлаған Ләйсән менән Миләүшә лә – ата-әсәһенең лайыҡлы дауамы, таянысы һәм ғорурлығы хәҙер. Абруйлы атай менән әсәй, һөнәри уңышҡа өлгәшеү, дан ҡаҙаныу менән бер рәттән, йәшләй генә ҡабынған ҡайнар мөхәббәттәрен ел-ямғыр тейҙермәй һаҡлай, ҡыҙҙарын да ошо һөйөү ҡөҙрәтенә сорнап үҫтерә һәм бәхеткә көйләй алған. Тормоштағы әсә роле – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлсәсәк Шәрипованың иң татлы, иң яҡты, иң уңышлы ижад емешелер, тип уйлайым.

Гөлсәсәк Шәрипова:  «Ҡыҙҙарым – һөйөүем көҙгөһө»
«Ҡыҙҙарымды бик йәшләй генә ҡулдарыма алдым. Ләйсән тыуғанда – 19, Миләүшә донъяға килгәндә 22 йәштә инем. Әле уйлаһам, хатта ҡурҡып китәм... бигерәк бала булғанмын тип... Шулай ҙа уҫал, талапсан, тырыш холоҡло, донъяға айыҡ ҡарашлы өлгөргән ҡыҙ инем. Атайым һәм әсәйем яғынан да олатай-өләсәйҙәрем, инәйҙәрем араһында күбеһенсә тегенсе, умартасы, баҡсасы, балта оҫтаһы кеүек үҙенсәлекле һәләт, нәзәкәтлек талап иткән һөнәр эйәләре булған. Ошо уңған, рухлы, ныҡлы ихтыярлы нәҫел-ырыуыма яҙмышым, барлы­ғым, булмышым менән рәхмәтлемен, сөнки шул тамырҙарым бәхеткә өлгәшергә аҡыл, һут һәм көс биргән, – ти Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы, киләсәккә тәьҫир иткән төп нигеҙҙәрҙе билдәләп. – Ҡыҙҙарҙы тәрбиәләүҙә атайҙың роле лә мөһим.
Гөлсәсәк Шәрипова:  «Ҡыҙҙарым – һөйөүем көҙгөһө» Тормош иптәшем Яҡуп янында һәр ваҡыт йылы, ышыҡ, тотороҡло. Ҡыҙҙарыма, Аллаға шөкөр, наҙлы атай тәрбиәһендә иркәләнеп кенә үҫеү бәхете яҙҙы, улар менән бергә мин дә үҫтем, нығындым. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә бик ипле, шаян, зирәк һәм иң мөһиме – яратҡан олатай ул. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, сәхнәлә бихисап һүнмәҫ ролдәр ижад иткән Яҡуп – өйҙә алтын ҡуллы йөҙләгән һөнәр эйәһе. Әле генә компьютерҙа музыка яҙһа йә видео эшләһә (видеооператор һәм фотограф та үҙе), шул уҡ ҡулдар бысҡы, йышҡы тотоп, тыуған яғы Ишембай районы Этҡолда йорт һала, иҙән түшәй. Берәй әйбере ватылһа, тиҙ генә һүтеп, төҙәтеп ҡуя. Был яҡлап Миләүшә ҡыҙыбыҙ атаһына тартҡан. Ул дизайнерҙар курсын тамамланы. Ағастан боронғо, ватыҡ мебель күрһә, иҫе китә... Шуларҙы таҙартып, йышып, йүнәтеп, ғәжәйеп мебель яһап ҡуя».
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Салауат ҡалаһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook