Кескәйҙәргә сағыу кейемдәр
Язғылыҡҡа кәпәс Бындай кәпәсте бәйләүе ауыр түгел, ырғаҡты яңы ҡулына алған ханымдар ҙа уны еңел бәйләй аласаҡ.
Ҡалын еп (100% акрил): 1 йәшел йомғаҡ, 1 һарғылт йәшел йомғаҡ, ¼ 1/4 өлөш аҡ йомғаҡ, 3-сө һанлы ырғаҡ, тегеү энәһе, аҡ еп, ҡайсы, 3 эре һәм 3 ваҡ мәрйен кәрәк.
Эш барышы. Йәшел еп менән ырғаҡҡа 4-6 буш күҙ йыйып тоташтырабыҙ. Сылбырға 12 салыулы бағана бәйләйбеҙ. Рәтте тоташтырыу бағанаһы менән тамамлайбыҙ. Артабан 1-се һыҙма буйынса ошо рәүешле дауам итәбеҙ.
8-се рәттән 16-сы рәткә тиклем салыулы бағаналар менән сығабыҙ. 15-16-сы рәттәрҙе аҡ еп менән бәйләйбеҙ. 17-се рәттән 27-се рәткә тиклем һарғылт йәшел еп менән салыуһыҙ бағаналар менән сығабыҙ.
Ҡолаҡсындар. Беҙҙең бөтәһе 84 бағана. 84/5=16,8 (яҡынса 17 тип алабыҙ). Тимәк, һәр ҡолаҡсынға 17 күҙ тура килә.
Епте өҙмәйенсә, туҡтаған ерҙән дауам итәбеҙ. 1-се рәттә күтәрелеү өсөн 1 буш күҙ бәйләйбеҙ. 16 салыуһыҙ бағана бәйләйбеҙ (бөтәһе 17 бағана). Артабан эште 2-се һыҙма буйынса дауам итәбеҙ. Бәйләп бөткәс, епте өҙәбеҙ.
Беренсе ҡолаҡсынды бәйләгән ергә әйләнеп ҡайтабыҙ, артабан кәпәстең ситенән 33 күҙ һанайбыҙ һәм 34-се күҙҙән икенсеһен бәйләй башлайбыҙ. Ҡолаҡсындарҙы бәйләп бөткәс, кәпәстең ситен салыуһыҙ бағана менән бәйләп сығабыҙ.
Ҡолаҡсындарға бау: һәр 3 төҫтән 90 см оҙонлоғондағы 6-шар еп ҡырҡып алабыҙ (бөтәһе 18 еп). Бер ҡолаҡсынға 3 йәшел, 3 аҡ, 3 һарғылт йәшел еп тура килә. Ептәрҙе ҡолаҡсын аша үткәрәбеҙ һәм, сәс үргән кеүек, өс төҫлө ептән толом үрәбеҙ. Осона 8-10 см етмәҫ элек бауҙы төйнәйбеҙ. Бауҙың ситен тигеҙләп ҡырҡабыҙ.
Сәскә. Һарғылт йәшел еп менән 4 буш күҙ йыйып тоташтырабыҙ. Артабан 3-сө һыҙма һәм һүрәт буйынса дауам итәбеҙ. Сәскәнең уртаһын мәрйендәр менән биҙәйбеҙ һәм кәпәскә тегеп ҡуябыҙ.
Пинетка-кеда
Ҡалын еп (100% акрил): бер йәшел йомғаҡ, бер аҡ йомғаҡ, ¼1/4 өлөш ҡыҙыл йомғаҡ, 3-сө һанлы ырғаҡ, ҙур күҙле тегеү энәһе, ҡайсы, аҡ төҫтәге ике бау, футбол тубы формаһындағы ике төймә кәрәк.
Аҡ еп менән 10 буш күҙҙән торған сылбыр йыябыҙ. Артабан 4-се һыҙма буйынса дауам итәбеҙ.
4-се рәттә күтәрелеү өсөн 3 буш күҙ бәйләйбеҙ, шунан һәр күҙгә бер рельефлы салыулы бағана менән сығабыҙ (бөтәһе 10+ 16+10+16=52 күҙ). Рәтте тоташтырыу бағанаһы менән тамамлайбыҙ. Рельефлы салыулы бағаналарҙы рәттең артынан бәйләргә (һүрәтте ҡарағыҙ). Аҡ епте өҙмәй торабыҙ.
5-се рәтте ҡыҙыл еп менән бәйләйбеҙ. Рәтте тамамлағас, ҡыҙыл епте өҙәбеҙ.
6-сы рәтте аҡ еп менән бәйләйбеҙ. 7-се рәтте бәйләгәс, епте өҙәбеҙ.
Пинетканы оҙонлоғо буйынса йәйеп һалабыҙ. Пинетканың уртаһынан (баш яғынан) 7 күҙ һанайбыҙ, һигеҙенсе күҙенән бәйләүҙе башлайбыҙ.
8-се рәттә (йәшел еп менән) күтәрелеү өсөн 3 буш күҙ бәйләйбеҙ. 38 салыулы бағана бәйләйбеҙ – һәр күҙгә бер бағана. Ҡалған 14 күҙ бәйләнмәйсә ҡала.
9-сы рәт. Эште борабыҙ. Күтәрелеү өсөн 1 буш күҙ бәйләйбеҙ. Рәтте салыуһыҙ бағаналар менән сығабыҙ һәм тоташтырыу бағанаһы менән тамамлайбыҙ.
10-сы рәт. Эште борабыҙ. 4 буш күҙ бәйләйбеҙ, 4-се күҙгә салыулы бағана бәйләйбеҙ. Һәр күҙгә берәр салыулы бағана бәйләп эште дауам итәбеҙ, аҙағында 3 күҙҙе бәйләмәйбеҙ. Һуңғы күҙгә 2 салыулы бағана бәйләйбеҙ.
11-се рәт. Эште борабыҙ. Күтәрелеү өсөн 1 буш күҙ бәйләйбеҙ. Рәтте һәр күҙгә бер салыуһыҙ бағана менән сығабыҙ.
12-се, 14-се, 16-сы рәттәрҙе 10-сы рәт кеүек бәйләйбеҙ. 13-сө, 15-се, 17-се рәттәрҙе 11-се рәт кеүек бәйләйбеҙ.
5-се һыҙма буйынса 2 түңәрәк бәйләйбеҙ. Уларҙы пинеткаларҙың тышҡы яғына тегәбеҙ. Сағыу төймәләр менән биҙәргә мөмкин.
Кеданың телен 6-сы һыҙма буйынса бәйләйбеҙ. Аҡ еп менән 4 буш күҙ йыябыҙ.
1-се рәт. Күтәрелеү өсөн 3 буш күҙ, шунан беренсе күҙгә 6 салыулы бағана бәйләйбеҙ (бөтәһе 7 бағана).
2-се рәт. Эште борабыҙ. Күтәрелеү өсөн 3 буш күҙ бәйләйбеҙ. Һәр күҙгә 2-шәр салыулы бағана бәйләйбеҙ. Епте өҙәбеҙ.
3-сө – 12-се рәттәрҙе йәшел еп менән һыҙма буйынса бәйләйбеҙ.
Әҙер телдәрҙе кедаларға тегәбеҙ.
Тигеҙ күренһен өсөн пинеткаларҙың йәшел төҫ менән бәйләнгән өҫкө өлөшөн салыуһыҙ бағаналар менән бәйләп сығабыҙ. Еп өсөн ҡалдырылған тишектәрҙе энәгә йоҡа аҡ еп һаплап сигәбеҙ. Эш барышында ҡалған ҡойроҡ ептәрҙе ырғаҡ менән йәшерәбеҙ. Бауҙарҙы кедаларға кейҙерәбеҙ. Бәпескә пинетка-кеда әҙер!

Көнһылыу Хасаева
Салауат ҡалаһы
Салауат ҡалаһы
Теги: