Йәшәү ҡото - камиллыҡҡа ынтылыуҙа
Әсә дүрт улында ла сәнғәткә, тормошҡа һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алған булһа, дин юлын һайлаған аталары уландарына иман нуры, изгелек ҡөҙрәте, рух ныҡлығы һалырға тырыша. Егеттәрҙең дүртәүһе лә бәләкәстән бейей. Район, республика кимәлендәге сәхнәләрҙә сығыш яһап, бихисап маҡтау ҡағыҙҙарына, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булғандар.
Мәләүез районы Арыҫлан ауылында йәшәүсе Нәсимә менән Рәйес Суҡбаевтарҙың татыу ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡ. Төрлө яҡлап һәләтле лә, тырыш та, тәртипле лә үҙҙәре. Сәмләнеп, дәртләнеп донъя көткәндәрҙең генә тормоштары шулай теүәл, бәхеттәре түңәрәк булалыр.
Уңған килен ул табыр, бәхетлеһе ҡыҙ табыр, тиһәләр ҙә, һөйгәненә бер-бер артлы дүрт ул бүләк иткән Нәсимә ханым үҙен иҫ китмәле бәхетле тоя. Ғүмер юлында, ҡояшлы сағыу көндәрҙән тыш, әсе ыжғыр елдәр иҫкән саҡтар ҙа була. Ауыр саҡтарҙа яҡын кешеләреңә таянаһың. Суҡбаевтар өйҙәгеһен ғәмгә сығармай, һәммәһен үҙ-ара тыныс ҡына хәл итергә күнеккән. Уларҙың араһын нығытыусы, тормоштарын күркәмләндереүсе төп көс – мөхәббәт менән берҙәмлектәлер, моғайын.
Йәштәр, өйләнешкәс, аҡса эшләү ниәте менән Себер тарафтарына юллана. Әммә унда оҙаҡ йәшәргә тура килмәй, өлкән улдарына Себер һауаһы килешмәгәнлектән, кире тыуған яҡҡа ҡайтырға хәл итәләр. Атаһы гүр эйәһе булып ҡалғас, яңғыҙ йәшәгән әсәһен дә йәлләй Нәсимә. Сәриә апай яратҡан ҡыҙы менән кейәүенә бергәләп йәшәргә тәҡдим итә. Йәш ғаилә атай йорто янына төкәтмә күтәртә. Ни тиһәң дә, ғаиләлә бөркөттәй сая дүрт ул үҫә. Һәр береһенең иркен үҙ мөйөшө булһын, тип тә тырыша ата менән әсә. Малайҙар үҙҙәре өсөн өҙөлөп торған, татлы һүҙе, изге теләге менән күңелдәрен күтәргән, тәмле аштары менән һөйөндөргән өләсәһен сикһеҙ ярата. “Әсәйем янымда булғас, күңелем тыныс: беҙ эштә саҡта донъяны ул ҡараша, ейәндәренә лә иғтибар бүлеп өлгөрә. Уның хәстәрен, йылылығын тойоуҙан бөтәбеҙгә лә рәхәт”, – ти, әсәһенә рәхмәтен белдереп, Нәсимә Сәмиғулла ҡыҙы.
Береһенән-береһе һәләтле егеттәр, бәләкәстән сәхнәнең албырғатҡыс көсөн татып, үҙҙәрен артист итеп тойоп өйрәнһә лә, ҡәҙимге тормошта һауаланып йөрөргә ғәҙәтләнмәгән. Йорт-ҡура эштәрендә ярҙамлашыу менән бер рәттән, иҙән менән һауыт-һабаны ялтыратып йыуып ҡуйыу малайҙар өсөн бер ни тормай. Иҫәпләшеү, ваҡсыллыҡ егетлек түгел шул. Унан бигерәк, аталарының тормошҡа сәләмәт, итәғәтле мөнәсәбәтен күреп үҫкәнгә лә, ғаиләләге ихлас мөғәмәлә – малайҙар өсөн тәбиғи күренеш. Ғаиләлә, мәктәптә, йәмғиәттә тәрбиә, әхлаҡ мәсьәләһе ҡырҡыу торған заманда өләсәй һөйөүе, ата абруйы, әсә тәрбиәһе мөҡәддәс һаналған был татыу ғаиләне ысын мәғәнәһендә башҡаларға өлгө итеп ҡуйырға була.
Әлеге көндә өлкән улдары Айҙар төҙөлөш ойошмаһында мастер булып эшләй. Арыҫлан Мәскәү дәүләт технология һәм идара итеү университетында белем ала. Салауаттары Өфө политехник техникумында уҡый. Төпсөктәре Азамат башланғыс мәктәптә генә әле. Шуға ҡарамаҫтан, бейеү ене ҡағылған малайҙың һәләтенә бөтәһе лә таң ҡала. Биш йәшендә үк районда үткәрелгән “Йәш һәләттәр” бәйгеһендә “Йыл кешеһе” исеменә лә лайыҡ булып өлгөрә. 2011 йылда Башҡортостан телевидениеһы үткәргән “Байыҡ” бейеү бәйгеһендә ҡатнашып, III дәрәжәле диплом менән бүләкләнеү бәхетенә өлгәшә.
“Бейеүҙе төп һөнәр итеп һайламаһалар ҙа, күңелдәренә моң, дәрт, милли рух һеңеп ҡалһа, унда насар уйҙарға, ҡылыҡтарға бер ҡасан да урын булмаясаҡ, тип уйланым. Бейеү сәнғәте халыҡ тарихын, көнкүрешен, милли холоҡто сағылдыра, шуға уның аша үҙ асылыңды табыуы, аңлауы еңелерәк. Быға мин үҙем, бейеү менән ныҡлап шөғөлләнә башлағас, төшөндөм. Бейеүсенең ижади хыялы уны яңы асыштарға, эҙләнеүҙәргә этәрә. Бер генә хәрәкәт тә, ым-ишара ла, өн дә юҡҡа ғына тыумай, илһам нуры, йөрәк көсө, аҡыл менән һуғарылған була ул. Ошо нескә һәм бай донъяны аңлаған, үҙ йөрәге аша үткәргән бала тормош ауырлыҡтары алдында ҡаушап ҡалмай. Бейеү тәнде лә, йәнде лә сыныҡтыра. Балала үҙ көсөнә ышаныс, яуаплылыҡ тойғоһо барлыҡҡа килә”, – ти Нәсимә ханым, бейеүҙең серен асып.
Йыр-моңға ғашиҡ ғаилә районда үткәрелгән мәҙәни сараларҙа гөрләп ҡатнаша. Нәсимә, тирә-яҡ ауылдарҙағы һәләтле йәштәрҙе, балаларҙы йыйып, “Сулпылар” бейеү ансамблен ойошторған. Егет-ҡыҙҙарға үҙе бейеү һала. Әйткәндәй, талантлы ҡатын улдары өсөн дә байтаҡ бейеүҙе үҙе уйлап тапҡан.
Һәр ауылдың мәртәбәһен уның шөһрәтле кешеләре күтәрә. Был боронғо ауылдан бихисап арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан. Шуларҙың береһе – танылған яҙыусы Динис Бүләков. Ауылда әҙиптең музейы бар. Нәсимәгә музейҙың мөдире вазифаһын ышанып тапшырғандар. Арыҫлан ауылы биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ та, уға яҡташтарын борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп сығырға тура килә. Тормош иптәше Рәйес – ауылдың имам-хатибы. Яҡташтарына иман нуры, йәшәүгә ышаныс өләшеүҙе, һәммәһен дә тәрбиәлелеккә өндәүҙе үҙенең изге бурысы итеп алған ул. Арыҫландың үҙендә мәсеттең юҡлығы ғына яҡты ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыуға бер аҙ ҡамасаулай. Шулай ҙа бошонорға урын юҡ: буласаҡ мәсеттең урыны билдәләнгән, тәүге ташы һалынған. Хоҙай ярҙамы менән ул маҡсат та бойомға ашыр.
Арыҫлан ауылы халҡын ҡыуанырға ла, ғорурланырға ла мәжбүр иткән тағы бер һөйөнөс: уларҙың республикала иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” акцияһында ҡатнашыуы. Эскелек һаҙлығына батып барған ауылдар артҡанда, күмәкләшеп эсеүҙән баш тартҡан, сәләмәт тормош алып барыуға дәррәү ҡушылған ауыл кешеләренә ысын күңелдән уңыш теләйбеҙ.
Йәмғиәттең сәскә атыуы айырым ғаиләләрҙең уңышына бәйле. Әммә тырышмаһаң, камиллыҡҡа ынтылмаһаң, ғаилә ҡото ла юғала. Һәр беребеҙ ошо матур донъяның бөтөнлөгөн хасил иткән изге сығанаҡ икәнебеҙҙе оноторға ярамайҙыр.
Альбина ҒӨБЄЙҘУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Мәләүез районы.
Смысл жизни – в стремлении к совершенству
В деревне Арсланово Мелеузовского района проживает дружная семья Сукбаевых. У матери и отца растут четверо сыновей. Мать старается привить им любовь к прекрасному, оптимизм, жизнелюбие, а отец, как человек верующий, воспитывает в них доброту, духовность, уважительное отношение к религии. Все сыновья с малых лет хорошо танцуют. Они выступают на районных и республиканских сценах. Младшенький, Азамат, еще пятилетним ребенком был удостоен звания “Человек года”, выиграв в районном конкурсе “Юные дарования”. Был награжден дипломом III степени в телевизионном конкурсе «Баик» в 2011 году. Пока он учится в начальной школе. Старший Айдар стал уже взрослым – он работает мастером в строительной организации. Арслан учится в Московском государственном университете технологии и управления, а Салават – в Уфимском политехническом техникуме. Заведующая музеем известного башкирского писателя Диниса Булякова, председатель женсовета Арслановского сельского поселения Насима Сукбаева и ее муж, имам-хатиб села Раис Сукбаев вносят свою лепту в культурное и духовное развитие родной деревни.
Материал подготовили журналистка Альбина Губайдуллина и фотокорреспондент Александр Данилов.

Теги: