Кемдәр Йылҡы йылынан?

Нурия Ирсаева, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы:
– Һәр йылға беҙ ниндәйҙер өмөттәр бағлап инәбеҙ, үҙебеҙгә һәм яҡындарыбыҙға бәхет теләйбеҙ. Ат бит хеҙмәт өсөн яратылған, шуға киләһе йылда “ат кеүек егелеп” эшләрбеҙ, театрҙа яңы ролдәр булыр, тип өмөт итәм.
Элек йыл һайын 31 декабрҙә спектакль ҡуйыла ине. Халыҡ айырыуса яратып ҡараған “Ғәлиәбаныу”, “Ҡыҙ урлау”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” кеүек спектаклдәрҙә зал һәр саҡ шығырым тулы. Эштән һуң көскә өйгә ҡайтып етәбеҙ, сәғәт ун икегә өлгөрмәй ҡалған саҡ та була. Ә иртән, сәғәт 12-лә, йәнә тамаша залына йүгерәбеҙ. Байрамға ғаилә өсөн тәмле-татлы бешереп кенә ултыр ҙа бит... Шыршы аҫтына алдан әҙерләнгән бүләктәрҙе генә йәшереп өлгөрөлә. Яңы йыл шулай эш менән үтһә лә, тыуған көндәрҙе, ҙур иғтибар бүлеп, бик матур итеп үткәрергә тырыша инек.
Театрҙа актерҙар өсөн байрам кисәләре лә бик күңелле үтә ине. Көлкө бүлмәләре эшләйбеҙ, мода күрһәтәбеҙ. Костюм тегеүселәр батшабикәләр булып кейенә, беҙ – уларҙың хеҙмәтселәре, ә кассала ултырған ҡыҙҙарыбыҙ аҡҡош булып бейей...
Йондоҙнамәлә йылҡы йылында тыуғандарҙы билдәләгән сифаттар миңә тап килә. Ат – ул эшсән, тыңлаусан, күндәм, әммә артыҡ сыбыртҡылаһаң, түҙә-түҙә лә, тәртәне емереп ҡасып китеүе лә бар! Ат яратам, улай ғына түгел, аттың еҫен яратам. Күҙҙәренә ҡарағанығыҙ бармы, шундай аҡыллы хайуан бит ул!
Бәләкәй саҡта бигерәк шуҡ булғанбыҙ: атайымдың төшкә ҡайтып ашарға ултырғанын көтөп кенә торабыҙ. Үҙе күрмәгәндә генә атына апайым менән икәүләп менеп ултырабыҙ, ә ул беҙҙе сөйә лә төшөрә. Атайым ҡыҙҙары өсөн ҡурҡҡандыр инде, рөхсәт итмәй. Беҙгә иһә ҡыҙыҡ ҡына! Саптар атта һыбай елеү һәм боҙло һыуҙа йөҙөү – ошо ике хыялым тормошҡа ашмай ҡала килә.
Бала саҡ хәтирәләре айырыуса сағыу бит ул. Бына тағы береһе иҫкә төштө: ике туған ағайым этте егеп, күмәгебеҙҙе санаға ултыртып йөрөтә. Эй күңелле беҙгә, ҡыҙыҡ, йыш ҡына тәгәрәп тә ҡалабыҙ.
Беҙҙең яҡта (Миәкә районы. – ред.) шыршы урманда үҫмәй, тик сәсеп үҫтерәләр. Әсәйем матур, үҙенсәлекле ағас ботаҡтарын йыйып бәйләп бер композиция эшләп бирә, уны күмәкләп сынйырҙар, уйынсыҡтар менән биҙәйбеҙ. Һуңынан концерт ҡуябыҙ, кәнфиттәр таратабыҙ... Мәктәптә уҡығанда мин балерина булып кейенергә ярата инем. Еңгәм менән марляны крахмалға ҡатырып, пачка эшләйбеҙ, ыуалған уйынсыҡ киҫәктәре менән тапочкаларҙы биҙәйбеҙ. Һаҡһыҙыраҡ ҡыланһаң, быяла ярсыҡтары аяҡтарҙы ҡанатып бөтә.
Әсәйем иҫән саҡта йыл һайын туғандар менән уның янында йыйыла инек. Хәҙер инде Яңы йылды йә һылыуыбыҙҙа, йә апайыбыҙҙа ҡаршы алабыҙ. Туғыҙ бала үҫтек беҙ. Бәләкәс кенә өйҙә ғаиләләребеҙ менән йыйылһаҡ, үҙе бер ҡунаҡ! Күмәкләп билмән эшләйбеҙ, эсенә күмер, кәнфит, ҡамыр, борос, япраҡ... тағы әллә нимәләр һалып әүәләйбеҙ. Һәр беренең үҙ ырымы бар. Киләһе йыл кемгә – бәхет, кемгә байлыҡ килтерә, кемдер татлы йә әсе телле... Бик күңелле була торғайны.
Һәр кемдең йөрәгендә йөрөткән изге теләктәре тормошҡа ашһын, күңелдәребеҙ аҡ ҡарҙай саф булһын, тип теләйем.

Абдулхаҡ Игебаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты:
– Ата-әсәһе, туғандары сабыйҙы хыялы, күңеле менән нисек көтһә, һәр тыуған Яңы йылды ла мин шулай тулҡынланып көтөп алам. Яңы йылдың ҡояшы ла нурлыраҡ, йылыраҡ булыр төҫлө тойола. Кешенең күңелендә үҙен генә нурлаған йән ҡояшы ла була бит...
Һәр йылды ла өмөт менән ҡаршылайһың. Хайуанға ашарына аҙыҡ булһа, етә. Әҙәм балаһы иһә иртәгәһен, киләсәген уйлай, хәстәрләй. Иртән тораһың, көн оҙон булыр кеүек тойола, шулаймы? Ә ҡайһы саҡ, бигерәк тә бесән осоронда, уңыш йыйған ҡыҙыу мәлдәрҙә, көндөң үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ғүмер тигәнең дә шулай бит ул. Ғүмер баҫҡысынан юғарыраҡ менгән һайын йәшәү, тормош тураһында йышыраҡ уйланаһың. Нимә көтә кешелекте? Ғүмерем тотош уйҙарҙан тора...
Мин төрлө йондоҙнамәгә ышанып етмәйем. Хоҙай Тәғәләгә ышанам. Кеше нимәгәлер ышанырға тейеш, ышанмайынса иманлы, ғәмле булып булмай. Бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә булып, хәрәкәттә – бәрәкәт икәнлеген белеп йәшәргә кәрәк. Хатта кескәй генә турғайҙың да, һандуғастың да үҙ ояһы бар, “мин – хужа!” – тип һайрап ебәрә ул. Һәр кемдең үҙ донъяһы бар, шул донъяһында бәхетле булып ғүмер кисерһен ине. “Бөтә донъяны ышаныс тота” – тип яҙғайным бер шиғырымда. Ышаныс – ул иман, мөхәббәт, теләк, терәк.
Йылҡы – тынысһыҙ йән эйәһе. Мин үҙем дә тынғыһыҙ, гел уйҙа, толпар затынан мин. Гел ижад утында ҡайнайым.
Бына быйыл Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейы. Тыуған төйәгемә байрамға буш ҡул менән ҡайтып булмай бит инде – “Беҙ – баймаҡтар бит әле!” тигән китабым донъя күрҙе.
Киләсәккә ниәттәр байтаҡ инде ул, тик мин алдан һөйләп йөрөргә яратмайым, ижад емештәремде әҙер булғас ҡына халыҡ хөкөмөнә сығарам. Ғүмер бирһә, сәләмәтлек булһа, киләһе йылдарҙа ла осрашырбыҙ әле.
Байрамға өҫтәлде әҙерләшәм, турамалар яһашам. “Йәшелсәләрҙе иренмәй, бик килештереп турайһың”, – ти тормош иптәшем – Маһиҙә апайыњ.

Зифа Дәүләтбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы:
– Көнсығыш илдәрендә йондоҙнамәгә ҙур әһәмиәт биргәндәр, өйләнешкәндә лә, балаға ғүмер биргәндә лә уға мөрәжәғәт иткәндәр. Моғайын да, юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгәндер был фән, уны инљар итеп тє булмайҙыр, тип уйлайым. Мин үҙем – йондоҙнамәгә яртылаш ышаныусылар рәтендә. Бер үк йондоҙ аҫтында тыуғандар араһында уртаҡ һыҙаттар күп осрай барыбер. Йыш ҡына кешенең холҡона ҡарап, ҡайһы билдәгә ҡарағанын әйтеп бирә алам. Әммә барыһын да йондоҙҙарға ғына япһарып ҡуйып булмай, тыуған, торған ере, ғаилә тәрбиәһе холоҡ-фиғелгә ныҡ йоғонто яһай.
Институтта уҡығанда, уҡытыусыбыҙ түңәрәкләп ултыртты ла, бер-берегеҙгә ҡарағыҙ әле, кем ниндәй йәнлеккә оҡшаған, тип эш бирҙе. Шунда бер курсташым: “Мин Зифаны атҡа оҡшатам”, – тимәһенме! “Нишләп?” – “Атты тәрбиәләһәң, эшләй, кешегә әллә күпме ярҙам күрһәтә, ә инде үпкәләтһәң, кирелєнє лє ҡуя”, – ти был. Бына шулай, минең кем икәнлегемде асты ла һалды (көлә). Йылҡы йылында тыуғандар – тура һүҙле, намыҫлы, ғәҙел кешеләр. Хәйлә, мәкер уларға хас түгел. Башҡалар менән тиҙ уртаҡ тел таба, дуҫлаша. Эстән үҙенә ышанып етмәгәндә лә, һиҙҙермәй, үҙен ғорур тота. Йомарт, иғтибар үҙәгендә булырға, ҡунаҡҡа йөрөргә ярата. Атҡа дан, уңыш еңел генә килмәй, ихтирамды хеҙмәт менән яулай. Иң матур сифаттары киҫкен мәлдәрҙә асыла – хәлде тиҙ генә аңғарып, сараһын күрә белә.
Беҙҙең Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Яңы йыл тамашалары декабрҙә башлана, каникулда ла дауам итә. Балалар менән, балалар өсөн эшләүҙән иҫ киткес кинәнес алам. Улар шул тиклем ихлас, күҙҙәреңә ҡарап әкиәтен һөйләй, шиғыр уҡый, ҡушылып йырлай. Спектакль барышында геройҙарға ярҙам итә, үҙе лә ҡушылып китә. Аҙағынан кескәйҙәрҙән айырылғы килмәй хатта. Өйгә дәртләнеп, ҡанатланып ҡайтып китәһең. Ошондай мәлдәрҙә һөнәреңдең ни тиклем мөһим, ҡәҙерле булыуын аңлайһың. Балаға тылсым донъяһына юл асыуҙан да изгерәк ғәмәл бармы икән?!
Нур улым ҙурайғансы Ҡыш бабайға ышанды, көттө, хаттар яҙҙы. Алтын төѕлө ҡәләмдәр менән яҙып, шыршы төбөнә бүләктәр, матур китап-энциклопедиялар һалабыҙ. Иртән табып ҡыуаныуын күрһәгеҙ! Шыршы беҙҙә февралгә тиклем тора ине, улым уның янында йоҡлап та китә, һәр иртә кәнфит, печенье, төрлө тәм-томдар табып һыйлана. Ә бер йылды, әллә нишләп кенә инде, әллә һораған бүләге үтәй алмаҫлыҡ булдымы икән, сәбәбен дә иҫләмәйем, “Ҡыш бабай юҡ”, – тип үҙем әйттем бит. Аҙаҡ эй үкендем дә һуң... Улым илай, бар ул, бына бит миңә күпме бүләктәр килтерҙе, тип ҡарыша... Шулай итеп әкиәт донъяһынан үҙем тартып алдым баламды...
Улыма инде 21 йәш, хәҙер үҙе беҙгә бүләктәр әҙерләй, тыуған көнгә, байрамдарға сәскәләр алып ҡайта. Быйыл Ҡыш бабай ике йәшлек ҡыҙым Ирисҡа ла бүләктәр алып килә инде, Алла бойорһа. 45 йәштә икенсегә әсәй булдым, әле бәләкәсемә ҡарайым да, ошо аҙымға барғаныма ҡыуанып бөтә алмайым.
Яңы йыл – ғаилә байрамы, беҙ бар байрамдарҙа ла әсәйемде саҡырабыҙ. Юҡ-бар ырымдарға иғтибар бирмәйем. Мөмкинлек булһа, яңы кейем кейәм, юҡ икән, иҫем китмәй, яратҡан күлдәктәрем етерлек! Ғаиләм үҙ иткән ризыҡтарҙы әҙерләйем, мотлаҡ ҡаҙ тултырам, һалма, бәлеш бешерәм. Билмәнгә ҡарағанда, мантыны өҫтөн күрәбеҙ. Голубцы, бәлештәр эшләп туңдырып ҡуям. Көтөлмәгән ҡунаҡ килеп төшһә, туңдырғыстан сығараһың да, тиҙ генә бешереп тә алаһың.
Һәр Яңы йылды еребеҙгә тыныслыҡ теләп ҡаршы алам. Именлек булһа, кешеләр хеҙмәт итә, уҡый, киләсәккә матур маҡсаттар ҡуя, шул ваҡытта ғына улар шатлана, концерт-театрға ла йөрөй ала. Имен үткән һәр көнөбөҙ бәхет бит ул. “Был ерем камил түгел, шул ерем йәмһеҙ”, – тип һуҡраныр алдынан тирә-яғыңа ҡара. Ана, икәү китеп бара, атлап түгел, инвалид арбаһына ултырғандар, үҙҙәре бәхетле, балалары эргәһендә. Тормош биргән ауыр һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, уҡырға, белем алырға, хатта эшләргә өлгөрәләр! Дүрт һаның теүәл булыуына ҡыуанырға, һәр көнгә рәхмәтле булырға кәрәк!
Бәхетлемен, яратҡан эшем, ғаиләм, балаларым булыуы менән, бәхетлемен матур Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүем менән.

Радик Вәлмөхәмәтов, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Яңы йыл байрамын һәр кем үҙенсә көтөп ала. Башҡорт дәүләт филармонияһының “Ихлас” төркөмө етәксеһе булараҡ, был көндәргә гастролдәр ҡуймаҫҡа тырышам. Артистарға байрам мәлендә былай ҙа йүгереп алырға тура килә, корпоративтарҙа сығыш яһарға... Быйылѓы миҙгел – 75 йыллыҡ юбилей йылы. Ғинуар-февраль айҙарында, Алла бойорһа, Башҡортостаныбыҙ буйлап, күрше өлкәләргә лә оҙайлы гастролдәргә юлланмаҡсыбыҙ. Шулай, йылды йыр менән ҡаршылайбыҙ.
Ҡатыным Гүзәл Ленин районының ЗАГС бүлеген етәкләй. Өфөнән әллә ни алыҫ түгел, Благовар районында йорт һатып алдыҡ. Унда картуф, йәшелсәләр сәсәбеҙ, ере уңдырышлы, тәбиғәте матур урын. Ҡаланан арып киткәндә, шунда йүнәләбеҙ. Быйыл бына рәхәтләнеп мунса инеп, йортобоҙҙа Яңы йылды ҡаршы алырға ине ниәт...
11 йәшлек ҡыҙым Дилназ бәләкәсерәк саҡта Ҡыш бабайҙан ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар һорай ине, хәҙер заманса техниканың төрлөһөнә әүәҫләнеп китте. Айым ҡыҙым инде үҫте. Байрамға Ҡазандан – Айтуған, Мәскәүҙән Әдил улдарым ҡайта. Ғаилә бергә йыйылғанда, донъябыҙ түңәрәкләнә, күңелгә шатлыҡ тула.
Каникулда тыуған яғыбыҙ – Әбйәлил районына ҡайтып, туғандарҙы күреп килербеҙ. Беҙҙең яҡта күлдәр күп бит, конькиҙа шыуырбыҙ, һырғалаҡ эйербеҙ. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, ана, ер өҫтөн ап-аҡ ҡарҙар ҡапланы. Шулай ҙа беҙҙең бала саҡтағы ҡарлы бурандар, сатлама һыуыҡтар һағындырып та китә.
Бәләкәй саҡта ололар толоптарын әйләндереп кейеп, йөҙөн ҡаплап килеп инһә, ҡурҡып карауат аҫтына боҫа торғайным. Үҫә төшкәс, шулай кейенеп, үҙем башҡаларҙы “ҡурҡыта” башланым (көлә). Мәктәптә шыршы байрамына йыл һайын ниндәйҙер костюм кейеп бара инек. Барыһы ла иҫтә ҡалмаған, ә бына клоун булып йөрөгәнем хәтеремдә. Һәр байрамда гитара уйнап йырлай инем...
Дөйөм ятаҡта йәшәгәндә лә байрамдарҙы бик күңелле үткәрҙек. Барыбыҙ ҙа бер-беребеҙҙе беләбеҙ, байрам менән ҡотлашабыҙ. Үткән йыл республикабыҙ хакимиәте беҙҙе фатир биреп ҡыуандырҙы, журнал аша рәхмәт тойғоларымды еткергем килә.
Бер йыл элек, иҫләйһегеҙҙер, бөтә донъя ахырызаман көтөп шауланы. Тап 21 декабрҙә Белорет районында беҙҙең концерт планлаштырылғайны. Ни бары унлаған кеше алдында сығыш яһарға тура килде. Ә 22-ћендә халыҡ эркелеп килде, зал шығырым тулды. Шуларҙы иҫләйем дә, еребеҙ имен булһын, тәбиғәт ҡазалары Башҡортостаныбыҙҙы урап үтһен, тип теләйем!
Гөлшат ҠУНАФИНА
яҙып алды.
яҙып алды.
Теги: