Ниндәй миҙгелдән һеҙ, һылыуҡай?

Ниндәй миҙгелдән һеҙ, һылыуҡай?
Наилә Иҫәнова – ҡатын-ҡыҙҙың “нисек матур булырға?” тигән һорауына һис икеләнмәйенсә дөрөҫ яуап бирә белеүсе кеше. Уның исеме Башҡортостанда, бигерәк тә баш ҡалала юғары зауыҡ менән кейенгән һылыуҡайҙар өсөн яҡшы таныш. Йәмһеҙ ҡатын-ҡыҙ булмай, әммә кейенә, биҙәнә белмәгәндәр бар. Уларға ла, зауыҡлы кейенергә яратҡан барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ла имидж, стиль өлкәһендә иң яҡшы белгес булып танылған Наилә Иҫәнованың “Камиллыҡҡа ынтылыш” рубрикаһы бик файҙалы буласаҡ.

Башҡортостанда йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй гүзәл! Һылыуҡайҙа­рыбыҙ араһында төҫө-ҡиәфәте, килеш-килбәте менән төрлөһөн осратырға мөмкин. Иғтибарҙы тышҡы ҡиәфәттең үҙенсәлегенә йүнәлтеү, уның иң яҡшы яҡтарын күрһәтеү, холоҡ-фиғелеңде төҫтәр аша сағылдырыу – мәҡәләмдә һүҙ ошо хаҡта барыр.
Донъя стилистары араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың тышҡы ҡиәфәтен төҫтәр буйынса бүлеп ҡарау бар. Ошо ысул ярҙамында һеҙгә килешер, һеҙҙе биҙәр кейемдең буяуҙарын бик еңел күҙаллап була. Теге йәки был типажға ҡарағанды билдәләү өсөн тән тиреһенең һәм сәстең төҫөн сағыштырып ҡарайҙар.

Көндөң яҡтыһында һыу инеү кейемендә ҙур көҙгө ҡаршыһына баҫығыҙ. Иғтибарлап ҡарағыҙ әле, һеҙҙең тән тиреһе ниндәй төҫтә: һөттәй ап-аҡмы, нәфис кенә алланып торамы, фил һөйәге төҫөндәме, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡтай һарғылтмы, зәйтүн төҫмөрөндә һарғылт йәшелме, ҡуңырмы, алтынһыу-ҡуңырмы? Ә хәҙер сәсегеҙгә бағығыҙ. Етен, асыҡ һары, бойҙай төҫөндә, алтынһыу ерән, сағыу ерән, ҡуйы ерән, көлдәй аҡһыл һоро, ҡуңыр сәсле (шатен), ҡусҡыл ерән (каштан), ҡуйы ҡуңыр, ҡара – был ҡылыҡһырламаның ҡайһыһы һеҙгә тап килә? Асыҡлаһа­ғыҙ, төҫ буйынса типажды билдә­ләргә лә була.

Ниндәй миҙгелдән һеҙ, һылыуҡай?
“Ҡыш гүзәлдәре”. Йылдың иң һыуыҡ айҙарында тыуған өсөн түгел, ә был миҙгелдә тәбиғәткә хас ҡапма-ҡаршылыҡты күҙ уңында тотоп шулай атала. Ҡышын беҙ ынйылай емелдәп торған ҡарҙы һәм ағастарҙың ҡара олондарын да, күҙ сағылдырғыс ҡояш һәм ҡып-ҡыҙыл миләш тәлгәш­тәрен дә күреп һоҡланабыҙ. Ошо төргә ҡараған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сағыу тышҡы ҡиәфәте менән иғтибарҙы йәлеп итә. Элизабет Тейлор, Деми Мур кеүек сәсегеҙ ҡара, ә тән тирегеҙ аҡ (һөттәй ап-аҡ, нәфис кенә алланып тора, фил һөйәге төҫөндә) һәм сәс менән тән тирегеҙ араһында асыҡтан-асыҡ ҡапма-ҡаршылыҡ шәйләй­һегеҙ икән, һеҙ – “Ҡыш гүзәле”.
Әммә республикабыҙҙа киң таралған ҡиәфәтле – Сальма Хайек кеүек ҡара сәсле һәм ҡуңыр тиреле – ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ошо төргә ҡарай. Йыш ҡына был сибәркәйҙәр үҙҙәрен “көҙ” төрөнә ҡарай тип һанап хаталана һәм килбәтенә бөтөнләй тап килмәгән көрәнһыу кирбес төҫөндә йә һарғылт йәшел кейем кейә. Кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар, тигәнде онотмайыҡ, әхирәттәр, күлдәк-салбар һайлағанда ла иғтибарлы булайыҡ! Кейемегеҙ төҫөнөң йөҙөгөҙгә дөрөҫ тап килеүе һеҙҙе йәш, дәртле һәм һау-сәләмәт күрһәтергә һәләтле.

“Ҡыш” төрөнә ҡараған һылыуҙар­ға ҡара, күҙ яуын алырҙай аҡ, сағыу ҡыҙыл, таҙа күк, баҙыҡ йәшел, асыҡ шәмәхә, кукуруздай һары һ.б. төҫтәр килешә. Улар ҡиәфәтегеҙгә хас тәбиғәт биргән ҡапма-ҡаршылыҡтың тәьҫирен көсәйтеп ебәрер. Ҡара һәм аҡ буяуҙар ҡатыштырылған кейемдә һеҙ иҫ киткес күркәм күренәһегеҙ. Баҙыҡ, асыҡ төҫтәге әйберҙәрҙе ҡара менән яраштырып кейеү ҙә һәр саҡ тирә-яҡтағыларҙың иғтибарын үҙенә тартыр. Ә бына тоноҡ, артыҡ тыныс төҫмөрҙәр һеҙгә тап килмәй, улар ҡиәфәтегеҙҙе үҙенсәлекһеҙ һәм күрк­һеҙ итә, хатта һеҙгә ауырыу төҫө биреүе, олораҡ күрһәтеүе бар. Был төргә ҡараған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төҫтәрҙең уңышлы ярашыуына миҫалдар: ҡара костюм менән күҙ ҡамаштырғыс аҡ блузка; ҡара күлдәк менән муйындағы асыҡ йәшел төҫтәге яулыҡ; ҡара итәк, ҡара блузка менән ҡыҙыл пинжәк.

Ниндәй миҙгелдән һеҙ, һылыуҡай?
“Яҙһылыуҙар”. Асыҡ һары, бой­ҙай төҫөндәге, алтынһыу ерән сәсле һәм йылы сағылыштағы (фил һөйәге йәки ҡаймаҡтай һарғылт төҫлө) аҡ йөҙлө икәнһегеҙ, “яҙһы­лыуҙар” төрө­нә ҡарайһығыҙ. Тәүге үләндәр­ҙең наҙлы йәшел һабаҡтары, сағыу бәпембәләр һәм фирүзә төҫөндәге күк йөҙө... Әлеге билдәгә ҡараған ҡатын-ҡыҙҙың кейеме лә яҙғы тәби­ғәттәй нескә, үтә күренмәле. Улар өсөн сағыу миҫалдар итеп Джоди Фостер, Лариса Вербицкая, Свет­лана Ходченкованы килтереп була. Таҙа, асыҡ, сағыу төҫтәрҙәге кейем һеҙҙе айырыуса ҡупшы күрһәтә. “Яҙһылыуҙар” өсөн иң яҡшы төҫтәр: әфлисун сағылышлы алһыу, аҡһыл һары, мәрйендәй янып торған ҡыҙыл, кукуруздай һары, фирүзә, үләндең йәшеллеге, сирендең сағыулығы. Тө­ҫөн билдәләүе ауыр булған кейем һеҙҙең өсөн түгел, улар тәбиғи бал­ҡышығыҙҙы кәметә, ҡиәфәтегеҙҙе күркһеҙ итә. Түбәндәге төҫтәр ҡатнашмаһы уңышлы: сүл ҡомондай көрәнһыу һары төҫтәге костюм ме­нән зәңгәр блузка; янып торған ҡыҙыл күлдәк менән фирүзә биҙәүес­тәр; аҡ салбар (йәки итәк) менән кукуруздай һары джемпер.

Ниндәй миҙгелдән һеҙ, һылыуҡай?
“Йәй сибәркәйҙәре”. Был төргә етен, асыҡ һары, ҡуйы һары, көлдәй аҡһыл һоро сәсле һәм алһыуланып торған ап-аҡ тәнлеләр инә. Кристина Орбакайте, Наталья Водянованың төҫ-ҡиәфәте ошо төргә тап килә. Наҙлы, нәзәкәтле, йомшаҡ төҫтәр фәрештәләй сырайығыҙҙы тағы ла күркәмләтеп ебәрер. Кейем өсөн ињ уңышлы төҫтәр: көрәнһыу-һары (ҡом төҫө), һоро, зәңгәр, һары, ал­һыу, сирень төҫө. Ә ҡапма-ҡаршы төҫтәге кейем, әйтәйек, ҡара менән аҡты бергә кейеү, һеҙгә тап килмәй. Улар һеҙҙең һөйкөмлөлөктө, нескә наҙлылыҡты һүрелтә, хатта ҡиәфәтегеҙгә тупаҫлыҡ та сығарыуы ихтимал. “Йәй сибәркәйҙәре” өсөн төҫтәрҙең ошолай ярашыуы яҡшы: асыҡ һоро костюм менән алһыу блузка; ҡомдай һары ҡатыш аҡһыл көрән костюм менән аҡһыл һары блузка; аҡ салбар (йәки итәк) менән зәңгәр джемпер.



Ниндәй миҙгелдән һеҙ, һылыуҡай?
“Көҙ ҡупшыҡайҙары”. Уларҙы башҡалар менән бутау мөмкин түгел! Көҙгө урман ни тиклем сағыу һәм гүзәл булһа, ерән сәсле һылыуҡайҙар ҙа шул кимәлдә таң ҡалдырғыс. Ерән, ҡусҡыл ерән (каштан), баҡыр (еҙ) төҫлө сәсле һәм тоноҡ, ҡуңыр төҫ­мөрлө йә зәйтүндәй һарғылт йәшел, ҡуңыр, алтынһыу-көрән сағылышлы аҡ тәнлеһегеҙ икән, “көҙ ҡупшыҡай­ҙарының” береһе булырһығыҙ. Бәлки, һипкелдәрегеҙ ҙә барҙыр. Джулиана Мур, Джулия Робертс та ошо төргә ҡарай. Шоколадтай көрән, гәрсис, сейә, ҡуйы йәшел, аҡһыл көрән, һоро, ҡуйы күк, күкһел шәмәхә, ҡара емеш төҫө... Ошондай баҫалҡы ла, күркәм дә кейемдәрҙә һеҙ бик ҡупшы һәм көйәҙ күренерһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта үтә сағыу, күҙгә ташланып торған таҙа төҫтәрҙән ҡасығыҙ – улар һеҙҙең сырайығыҙҙы асмаҫ, ә йөҙ-ҡиәфәтегеҙгә артыҡ ябайлыҡ өҫтәр. Төҫтәрҙе түбәндәгесә яраштырыу килешер: көрән костюм менән аҡһыл-көрән блузка; ҡуйы күк костюм менән муйынға сейә һәм шәмәхә төҫтәрен берләштергән яулыҡ һалыу; һоро салбар (йәки итәк) менән ҡуйы күк джемпер.

Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк, тиҙәр. Кибеттә кейем-һа­лым һайлағанда, шуны күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ: күлдәктең төҫө генә түгел, ә шул төҫтәге кейемдә үҙегеҙҙән ҡәнәғәт ҡалыу мөһимерәк. Күңелегеҙгә ятҡан төҫтәге костюмды кейгән­дә, тирә-яҡтағыларҙа ниндәй тәьҫир ҡалдыраһығыҙ – шуныһы ҡиммәт. Ошо ҡағиҙәне иҫтә тотһағыҙ, һеҙ һәр саҡ һоҡланыулы ҡараштар солғанышында ҡалырһығыҙ!

Наилә ИҪӘНОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook