"Хәҙер беҙ һеҙҙең менән тәүлек әйләнәһенә" , – ти баш мөхәррир Эльвира Айытҡолова
1 майҙан Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тәүлек әйләнәһенә эфирға сыға башланы. Бөгөнгө тормошобоҙҙо телевидениенан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы – күптәр өсөн мәғлүмәт алыу сараһы ғына түгел, рух, аң, моң сығанағы ла. Электән яратып ҡараған, яҡын күргән үҙ каналыбыҙ булғаны өсөн дә ҡәҙерле ул. Һуңғы йылдарҙа телестудиялағы ижади мөхит, тапшырыуҙарҙың сифаты һәм кимәле өсөн баш мөхәррир Эльвира Айытҡолова яуап бирә. Әйткәндәй, ул тәжрибәле һәм оҫта етәксе генә түгел, үткер һүҙле журналист та. Эльвира Ринат ҡыҙы беҙҙең һорауҙарға оло теләк менән яуап бирҙе.
– Бала сағығыҙҙа, тележурналист булырмын, тип хыяллана инегеҙме?
– Заманы өсөн алдынғы ҡарашлы, белемгә ынтылыусан, балаларына талапсан һәм эшһөйәр атай-әсәй тәрбиәһендә үҫтем. Бәләкәй саҡта журналист булырға хыялландым тип әйтә алмайым. Әммә донъямды онотоп китап уҡырға яраттым. Әсәйем, үҙе уҡытыусы ла булғас, беҙҙән – дүрт балаһынан да иң тәүҙә тәртип талап итте. Кис унынсы яртыла уҡ йоҡларға һала. Ә мин, ҡулыма алған китабымды уҡып бөтмәйенсә, ундағы ваҡиғалар сылбырын, нисек тамамланыуын белмәйенсә, тыныс ҡына йоҡлап китә алмайым. Юрған аҫтында, фонарь яҡтыртып булһа ла, йәшенеп уҡыйым. Әйткәндәй, әле лә, хатта төшөнкөлөклө ауыр мәлдәремдә лә китап минең ҡотҡарыусым, күңелемде лә, зиһенемде лә байытыусы изге дуҫым булып ҡала. Тормош бит ул – төрлө яҡлы. Һәр сатын үтеү өсөн әҙерлек тә, тормош аҡылы ла, хис-тойғо донъяһын тәрән тойоу нескәлеге лә кәрәк. Әҫәрҙәр аша үҙемде борсоған һорауҙарға яуап табам, эшемдә ҡулланырҙай фекерҙәргә юлығам.
Мәктәптән һуң әсәйемдең юлын дауам итеү ниәте менән Белорет педагогия училищеһына уҡырға ингәйнем. Уны ҡыҙыл дипломға тамамлағас, әхирәттәремә эйәреп, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына килдем. Студент йылдарында “Башҡортостан” радиоһында эш башланым. Ул ваҡытта киләсәгемә ышаныс бағлаған остаздарыма, бигерәк тә радионың баш мөхәррире Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаеваға рәхмәтлемен.
– Һеҙҙең журналистикаға бағышлаған егерме йылға яҡын арауыҡ эсендә радио һәм телевидение тарихында булған төрлө ваҡиғаларҙың, шулай уҡ уның үҫеш этабының шаһиты ла, ҡатнашыусыһы ла булырға тура килгәндер. Телевидениеның бөгөнгөһөн нисек баһалайһығыҙ?
– Бөгөн телевидение – мәғлүмәт һәм уйын-көлкө сығанағы ғына түгел, ә халыҡты туплау, уны берләштереү, аралаштырыу үҙәге лә. Тел мөхите булғанда, халыҡ булараҡ, асылыңды ћаљлау еңелерәк. Бына шуның өсөн дә бөгөн милли каналды һаҡлап ҡалыу мөһим. Беҙҙе телевидениеның киләсәге борсой. Сөнки 2015 йылғаса йә мультиплекста бушлай һанлы каналдар пакетына инергә, йә кабель каналына әйләнергә тейешбеҙ. Әлеге көндә директорыбыҙ Ғәлим Миңлеғәле улы Яҡупов мультиплексҡа инеүҙе тормошҡа ашырыу өсөн күп көс һала. Беҙ республика халҡының, ситтә йәшәгән тамашасыларыбыҙҙың Башҡортостан юлдаш телеканалына теләктәшлек күрһәтеренә ышанабыҙ. Башҡорт телевидениеһы донъяла берәү генә. Һамар, Пермь, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә лә үҙ телеканалыбыҙҙың булыуы туған телде, мәҙәниәтте һаҡлау, байытыу, аралашыу өсөн айырыуса мөһим бит.
Был ябай булмаған хәл беҙгә генә түгел, башҡа төбәк каналдарына, шул иҫәптән Татарстандыҡына ла, ҡағыла. Әлеге көндә беҙҙе Мәскәү ишетһен, тип тырышабыҙ, юғиһә, бер генә үҙәк телевидение булған элекке заманға әйләнеп ҡайтыуыбыҙ ихтимал. Шулай ҙа беҙ был мәсьәләнең уңышлы хәл ителеренә ышанабыҙ.
Әлбиттә, ниәттәр ҙур, алда – яңы ижади миҙгел. Йәй буйы яңы ҡыҙыҡлы проекттар өҫтөндә эшләп, алып барыусыларға кастинг үткәрәсәкбеҙ.
– Үҙәк телевидение каналдарында йәш быуындың аңына әхлаҡи йәһәттән емергес йоғонто яһарҙай, уртаса һәм түбән зауыҡлы тамашасыға йүнәлтелгән тапшырыуҙар байтаҡ. Күптәр, рейтинг артынан ҡыуып, мәғәнәһеҙ ток-шоуҙарға күсте. Ә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында заманға яраҡлашыу, яңы форматҡа күсеү нисек хәл ителә?
– Элекке ҡалыплаштырылған телевидение хәҙер юҡ. Бер кем дә етәксенән эш көтөп ултырмай. Һәр кем үҙ тәҡдиме менән инә, уның урынлы һәм дөрөҫ булыуын иҫбатларҙай дәлилдәр килтерә. Үҙен аҡларҙай яңы проекттар ижади кәңәшмәлә ҡаралып, фатиха алғас ҡына, әҙерләнеп эфирға бирелә. Мәҫәлән, бөгөн бөтәһе лә яратып өлгөргән «Телеүҙәк»тең эфирға сығыу яҙмышы ла еңел генә хәл ителмәне. Уның шоуға тартым булыуы, етмәһә, тура эфирҙа барыуы хәүеф тә, төрлө бәхәс тә уятты. Әммә ошо ҡыйыу аҙымды эшләмәгән булһаҡ, алға китеш тә, тамашасы һөйөүен һәм ышанысын яулау ҡыуанысы ла тәтемәҫ ине бит. Эйе, замана ауыр. Фекерле, маҡсатлы, тәрән белемле, һөнәргә тоғро хеҙмәт итерҙәй оҫталар кәрәк беҙгә бөгөн. Аҡыл өйрәткән, өгөт-нәсихәт менән ялҡытҡан тапшырыуҙар ярҙамында ғына халыҡ һөйөүен яулай алмайбыҙ. Ялҡынлы һүҙҙәрҙән кеше арыған. Буш пафос бер кемгә лә кәрәкмәй. Һәр заманда ла кешене биҙәгән ябайлыҡ, ихласлыҡ, итәғәтлек, белемлелек, ярҙамсыллыҡ сифаттары алға сыға.
Тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итерҙәй, ҡыҙыҡһыныу уятырҙай, ниндәйҙер мөһим мәғлүмәтте лә үҙенсәлекле итеп бирерҙәй сағыу саралар уйлап табыу яғындабыҙ. Әммә халҡыбыҙ менталитетын, психология нескәлектәрен иҫәпкә алып, емереүгә түгел, ә үҫешкә, тел мөхитен һаҡлауға һәм камиллаштырыуға, милләтебеҙҙең матур сифаттарын асыуға, тамырҙарыбыҙҙы, асылыбыҙҙы өйрәнеүгә йүнәлтелгән һәм балалар менән йәштәрҙең һәләтен үҫтергән, маҡсатлы йәшәүгә ынтылыш тәрбиәләгән тапшырыуҙар әҙерләргә тырышабыҙ. Был йәһәттән «Тамыр» балалар телеканалының, «Тарихи мөхит», «Эҙәрмән», «Башҡорт йыры», «Байыҡ» кеүек тапшырыуҙарҙың эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Тамашасы хөкөмөнә сығарылған яңы тапшырыуҙарҙы ла халыҡ үҙ итеп өлгөрҙө. Иртәнге “Сәләм” тапшырыуына ла, яңылыҡтарға ла үҙенсәлекле генә үҙгәрештәр индерҙек.
Бер нисә йыл элек башҡортса тапшырыуҙар – 30, ә урыҫ телендәгеләр 70 процент самаһы тәшкил итә ине. Бөгөн иһә Башҡортостан телевидениеһында күрһәтелгән башҡорт тапшырыуҙары урыҫ телендәгеләр менән тиңләште. Сифаты һәм йөкмәткеһе буйынса ла башҡорт тапшырыуҙары юғары кимәлдә. Февраль айында телевидение тарихында тәүге тапҡыр «Башҡорт теле көнө» үтте. Унда башҡорт әҙәби телендә һөйләшкән төрлө милләт вәкилдәренең ҡатнашыуы хатта йәш тамашасыларыбыҙҙың иғтибарын йәлеп итеп, балдай татлы туған телебеҙгә һөйөү уятҡандыр, тип уйлайым.
– Әйткәндәй, һеҙ үҙегеҙ ике телдә лә иркен һөйләшәһегеҙ...
– Мин – Учалы районы Яңы Байрамғол ауылынан. Ете йәшкә тиклем өләсәйем менән аралашып, уның иркәләүен, мөхәббәтен тойоп үҫтем. «Партманайымды (янсыҡ) бир әле, кибеткә барып, карманай (ҡулъяулыҡ) алып киләм» тип, «әбейҙәрсә» һөйләшә торғайным. Әсәйем, яҡындарым, хеҙмәттәштәрем менән башҡортса аралашам. Үҫмер осорҙа иһә ғаилә менән илдең төрлө ҡалаларында йәшәнек, төрлө милләт балалары менән бергә уҡыным. Урыҫ телен яҡшы белеүемә, әйтеп үтеүемсә, китап ене ҡағылыуы ла йоғонто яһағандыр, моғайын.
– Һеҙ ике ҡыҙ үҫтергән хәстәрлекле һәм йомшаҡ күңелле әсә, уңған ҡатын, өлгөр хужабикә лә. Ғаилә һеҙҙең тормошоғоҙҙа ниндәй урын биләй?
– Иптәшем Илгиз менән студент йылдарында уҡ өйләнештек. Уның ышаныслы, тоғро, аҡыллы булыуы күңелемде арбаны. Уҡығанда уҡ Диана ҡыҙыбыҙ тыуҙы, юғары уҡыу йортон өсәүләшеп тамамланыҡ, тиһәң дә була. Шул осорҙа уҡ радиола эш башланым. Ҡайным Азат Миңлеғәле улы менән ҡәйнәм Фәниә Сабирйән ҡыҙы беҙҙең йәш ғаиләгә аяҡҡа баҫырға ярҙам итте, ҡурсаланы, матди яҡтан да, рухи яҡтан да беҙгә ышаныслы таяныс һәм терәк булды. Әле лә ниндәйҙер етди мәсьәлә килеп тыуһа, ғаилә кәңәшмәһенә йыйылабыҙ. Ҡәйнәмдән күп нәмәгә өйрәндем. Ике ҡәйнешем, ике килендәшем бар, улар менән бик татыу йәшәйбеҙ. Өлкән ҡыҙыбыҙ күберәк өләсәһе менән олатаһы тәрбиәһендә үҫте, тиһәм дә арттырыу булмаҫ. Бер ҡунаҡҡа барғандарында, йырлап, бейеп, бөтәһен дә үҙенә ҡаратып тотҡан Диананы музыка уҡытыусыһы Елена Олейник күреп, үҙендә шөғөлләнергә саҡырҙы. Ҡыҙыбыҙ фортепиано класын тамамланы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамблендә шөғөлләнде. Сәнғәткә ғашиҡ булһа ла, медицина юлын һайларға ҡарар итте. Кешеләргә яғымлы, ихлас, яҡты күңелле бала, уға яҡшы киләсәк юрайбыҙ. Бәләкәсебеҙ Әмиләгә биш йәш тула, ул да китап ярата.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым иртә донъя ҡуйҙы. Инәйем (беҙҙең яҡта әсәйҙе шулай тиҙәр) Гөлсирә Йосоп ҡыҙының янымда булыуы менән бәхетлемен. Ул – көслө, зирәк кеше. Арыһам, уның янында ял итеп, тынысланып ҡалғандай, көс туплағандай булам. Эргәмдә аҡыллы, изге, мине яратҡан һәм көсөмә ышанған ғәзиз кешеләрем булғанға Хоҙайға рәхмәтлемен.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Теләктәрегеҙ юш килһен. Эшегеҙҙә лә, шәхси тормошоғоҙҙа ла уңыштарға өлгәшеп, сағыу, һүнмәҫ тәьҫораттар солғанышында йәшәү насип итһен!
Альбина ҒӨБӘЙҙУЛЛИНА
һөйләште.

Теги: