Ҡыҙҙары ла ҡыҙҙары!


Донъя кимәлендә юғары баһаланған модель Эльвира Хисаева, күп хеҙмәттәштәренән айырмалы рәүештә, рәсемгә сисенеп төшмәйем, тигән ҡаты талап менән эшләһә лә, билдәлелеге һәм эш хаҡы көндән-көн арта. Оҙаҡ ваҡыт «Кристиан Диор» компанияһының реклама баҙарындағы йөҙө булған, әлеге мәлдә «Рамблер» корпорацияһының коммерция бүлегендә эшләгән башҡорт һылыуы яңыраҡ үҙе эшләп тапҡан аҡсаға Мәскәүҙән фатир һатып алып, әсәһе менән һеңлеһен янына күсереп алған. «Аллаға шөкөр, минең тормошомда барыһы ла яҡшы. Туғандарыма ярҙам итә, терәк була алыуым менән бәхетлемен, ә тыуған Башҡортостаныма, әсәйемдең яратҡан журналына ҡайнар сәләмдәремде ебәрәм», –
тине ул.

Әбына Баймаҡ районынан Гөлфиә Ғайсина исемле һылыуҡайыбыҙҙың йондоҙло сәғәттәре саҡ һуғырға тора әле. Гөлфиә яңыраҡ ТНТ каналының «Экстрасенстар алышы» тапшырыуының яңы миҙгеленә һайлап алыу турында ҡатнашып, меңләгән дәғүәсе араһында еңеп, киләһе турға үтте. Гөлфиә – проектҡа эләккән беренсе башҡорт. Май аҙағында икенсе тур тура эфирҙа буласаҡ. Яҡташыбыҙҙың был тапшырыуҙағы яҙмышы беҙҙән дә тора, дуҫтар! Мөғжизәле көсөн файҙаланып, юғалған кешеләрҙе эҙләргә ярҙам иткән, һөйләшмәгән балаларға тел асҡысы табышҡан яҡты күңелле, ярҙамсыл ҡыҙға смс тауыштарыбыҙҙы йәлләмәйек һәм уңыштар юлдаш булыуын теләйек!
Теги: