Батыр малайҙарға кейемдәр

Был юлы ла май айының иң мөһим байрамы – Еңеү көнө беҙҙе буласаҡ ил һаҡлаусылар өсөн зауыҡлы һәм килешле әйбер уйлап табыуға дәртләндерҙе.
Талпандар хәүеф уятҡан миҙгелдә – ҡояш ҡыҙҙырған май һәм июнь айҙарында өйҙә ултырырға яратмаған һәр шаян малайҙың махсус еңел курткаһы булырға тейеш, тип уйлайым. Ә шул кейемгә яраҡлаштырып тегелгән балалар береты башҡа эҫе тейеүҙән дә һаҡлай.
Костюм өсөн тығыҙ мамыҡ йәки плащлыҡ йоҡа туҡыма ла бара. Күберәк ниндәй маҡсатта кейендереүегеҙгә ҡарап та һайлай алаһығыҙ.

Кеҫәләрҙең күп булыуы мажаралар яратыусы малайҙы ҡыуандырасаҡ ҡына! Ә камуфляж төҫө улығыҙға үҙен ысын һалдат итеп тойорға ярҙам итер! Өлгөләрҙә ентекле итеп үлсәмдәре лә күрһәтелгән. Туҡыманы баланың үлсәменә тап килтереп бесеү ауырлыҡ тыуҙырмаҫ. Улар 7-8 йәшлектәргә лә ярай.
Каратэ – малайҙарҙың иң яратҡан спорт төрө, минеңсә. Һәр бәләкәс батыр кимоно һәм ҡара билбау хаҡында хыяллана. Спорт кейемдәре кибеттәрҙә ҡыйбат тора. Шундай уҡ сифатлы әйберҙе үҙ ҡулдарыбыҙ менән дә тегә алабыҙ. Беҙ тәҡдим иткән өлгөләр яҡынса 7-8 йәшкә (оҙонлоғо – 122–128 сантиметр) тәғәйенләнгән. Уны халат урынына файҙаланып, өйҙә ял иткәндә йәки мунсанан һуң да кейергә мөмкин. Бының өсөн бары йөнтәҫ (махровый) туҡыма һайларға тура киләсәк. Ундай халат сәйәхәттә лә, ял йортонда ла алмаштырғыһыҙ. Бассейнда йәки тәбиғәттә һыу ингәндә тиҙ кибенеү өсөн уңайлы. Бала йылы, йомшаҡ халатта үҙен ҡурсалаулы ла тоя.
Ысын әсә һәм уның батыр улы өсөн еңә алмаҫтай ҡаршылыҡтар юҡтыр! Иң мөһиме: теләк һәм ижади хыял!
Йондоҙ СУЛПАНОВА,
Альбина ШЄЋРЕТДИНОВА.
Теги: