Кем хаҡына был ҡорбан?
Ун дүрт йәшлек А. март аҙағында өйөнән сығып киткән һәм ҡайтмаған. 1 апрелдә атаһы, улын табып биреүҙе һорап, милицияға мөрәжәғәт иткән. Ә бер нисә көндән паркта уны аҫылынған килеш табалар.
Апаһы һөйләгәндәрҙән: «А. миңә килгәнендә бик кәйефһеҙ ине. Атайым менән әсәйем инвалидлыҡ буйынса пособие урынына бирелгән аҙыҡ-түлекте араҡыға алмаштыра һәм бер туҡтауһыҙ эсә, тип һөйләне. Бындай тормош ялҡытты, аҫылынам, тине. Кешене күмеү бик ҡыйбатҡа төшә, тинем мин уға. Ә А.: «Минең мәйетемде тапмаясаҡтар, ә тапҡанда инде, ерләр нәмә ҡалмаясаҡ», – тип яуап бирҙе».
«А. тыныс, тигеҙ холоҡло, көслө ихтыярлы...» Быныһы мәктәп тултырған ҡылыҡһырламанан.
Малайҙың атаһы һөйләй: «Уртансы улым һуңғы арала үҙен сәйер тотто: өйгә һуң ҡайта, минең менән дә, әсәһе менән дә һөйләшмәй. Күптән түгел аҫылынып үлгән дуҫының үлеме өсөн ҡайғырҙы, күп ваҡытын уның ҡәбере янында үткәрҙе. Теге донъяла рәхәт, тип һөйләнде. Мин иҫерткес эсемлектәр ҡулланам, моғайын, инде эскесе тип һаналамдыр, кейемде, аҙыҡ-түлекте һатып эсәм. Улым бының өсөн миңә бик үпкәләп йөрөнө. «Мин бер ҡыҙға ла оҡшамайым, сөнки бер матур кейемем дә юҡ», – тине А. Ә минең уға кейем алырға аҡсам юҡ, хатта уны ерләргә лә аҡсам юҡ...»
«А. тулы, ғәҙәти ғаиләлә йәшәне. Ата-әсәһе эсә, ә кем эсмәй һуң хәҙер?!» Күршеләре шулай ти.
Тәфтишсе яҙмаһынан юлдар: «Енәйәт составы юҡлыҡҡа бәйле А.-ның үлеме буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыуҙан баш тартырға. Был үҙ-үҙен үлтереү осрағын алдан күреп туҡтатыу мөмкинлеге булмаған. Бер кемдең дә ғәйебе билдәләнмәгән»...
Республика матбуғатында ла, интернет селтәрендә лә үҙенә ҡул һалған замандаштарыбыҙ хаҡындағы йөҙҙәрсә мәғлүмәттең береһе генә был. Ҡыҙғанысҡа, оло үкенескә, ундай хәбәрҙәр һаны көн һайын арта ғына бара. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда, республикабыҙҙа демография хәле артыҡ зарланырлыҡ түгел, тип һанала. Тыуым артыу яғында, үлем-китем осраҡтары кәмей бара. Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы мәғлүмәттәре буйынса, үткән йылдың ун айында 1312 суицид осрағы теркәлгән. 2010 йылда – 1627, 2011 йылда 1667 кеше үҙ ғүмеренә ҡул һуҙған. Былтыр үҙ-үҙенә ҡул һалғандарҙың егерме өсө бәлиғ булмаған.
Үлем хәбәре һәр кемде оло ҡайғыға һалһа, йәштәрҙең, хатта балаларҙың яҡты донъянан китеүе икеләтә ҡыҙғаныс. Үҙ ғүмеренә ҡул һалыусылар араһында уларҙың булыуы бигерәк тә ауыр. Балаларҙың үҙ теләге менән был тормоштан китеүенән дә мәғәнәһеҙерәк нәмә бармы икән донъяла?! Өмөттәр бөрөләнгән генә мәлдә, йәшәү башланып ҡына торғанда, ғүмерҙе өҙөү теләге ҡайҙан килә һуң йәш кешегә? Тыумыштан һалынған үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинктын, үлемдән ҡурҡыу тойғоһон да еңерлек ниҙәр кисерә әҙәм балаһы?
Заманында Зигмунд Фрейд «үлем инстинкты» тигән төшөнсәне ҡулланыуға индергән. Кеше үҙенә ҡарата ҡылған күп гөнаһтарҙы башҡаса аңлата алмаған ул. Үҙ-үҙеңде юҡҡа сығарырға ынтылыу ҙа кешегә тәбиғәт тарафынан бирелгәнме әллә? Ер йөҙөндәге һәр тере йән бар булмышы менән тереклек итергә ынтылһа, ҡайһы бер әҙәм балалары, киреһенсә, үҙ тормошон боҙорға, ғүмерендәге бар яҡшы нәмәне емерергә тырыша, хатта яҡты донъя менән хушлашыу ҙа уға бер ни тормай. Бик сәйер йән эйәһе шул кеше тигәндәре. Ғалимдар, үҙ теләге менән донъянан китеүселәрҙең холоҡ-фиғелен күпме генә өйрәнмәһен, әлегәсә суицидҡа килтереүсе сәбәптәрҙе аңлатыусы бер генә теория юҡ. В.А.Тихоненко, суицидтың нигеҙендә нимәгәлер ҡаршы тороу, үс алыу, иғтибар талап итеү, ярҙамға саҡырыу, язанан ҡасыу, ғазапланыуҙан ҡотолоу, үҙ-үҙеңә яза биреү, йәшәүҙән баш тартыу ята, тип яҙа. Был теманы өйрәнеүсе ғалимдар үҙ ғүмереңде ҡыйыуҙың төп сәбәптәрен ошолай билдәләй:
яңғыҙлыҡ тойғоһо, бер кем дә мине аңламай, минең менән ҡыҙыҡһынмай, тигән уйҙар;
үҙ тормошоңа хужа була алмау, ҡулыңдан килмәү, был донъяла һинән бер ни ҙә тормау тойғоһо;
өмөтһөҙлөк, киләсәктең бер яҡты тойғо ла уятмауы;
үҙ-үҙеңде түбән баһалау, ғәрләнеү, ауыр хистәргә бирелеү.
Психолог В.Ф.Войцех, үҫмерҙең аңында суицидҡа ҡарата кире ҡараш юҡ, тип һанай. «Беҙҙең йәмғиәттә үҙен үҙе үлтереүсе йәлләү, ҡыҙғаныу тойғоһо уята, ә асыу һәм нәфрәт түгел. Кеше ошондай мәҙәниәттә тәрбиәләнә икән, ул, ауыр хәлдә ҡалғанда, үҙ ғүмеренә ҡул һуҙырға ынтыла. Был саҡта ул үҙен «барыһына ла күрһәтәйем әле», «был оят түгел» тип аҡлай. Рәсәйҙәрҙең үҙ-үҙен үлтереү ғәҙәтен нисектер үҙгәртергә кәрәк. Ә бының өсөн тәүҙә ғазапланыу, көсһөҙлөк һәм меҫкенлек абруйынан, тик яфаланып, ҡорбан булып ҡына бәхеткә ирешергә мөмкин, тигән ышаныс-уйҙарҙан ҡотолорға кәрәк», – ти ул.
Үҙ ғүмереңә ҡул һуҙыуҙың сәбәбе тәү сиратта йәшәүҙең мәғәнәһе юғалыуҙа икәнлеген аңлау өсөн юғары белемле психолог булыу кәрәкмәйҙер ҙә. Тик ошо ябай ғына хәҡиҡәтте төшөнөп бөтөр өсөн аҡыл, тәрбиә етмәй, ахыры, беҙгә. Эйе, балаларҙан бигерәк – уларҙы үҫтергән үҙебеҙгә. Тирә-яҡтан ташҡын булып урғылған беҙгә хас булмаған нәмәләрҙе таратҡан, маҡсатлы рәүештә беҙҙе юҡ итергә тырышҡан көстәргә ҡаршы торор өсөн.
Аҙҙырғыс фильмдар ҡарап, бәғерһеҙлекте, хыянатсылыҡты ғәҙәти күренеш һанап өйрәнгән егет, ата-әсәһе ҡанаты аҫтынан һәм глобаль селтәр-ауҙан сығып, ысын тормошҡа аяҡ баҫһа, юғалып ҡалыр, тип кем әйтмәҫ? Лайыҡлы тормош иптәшен табып, ғаилә ҡорор, балалар тәрбиәләр, ғөмүмән, тулы ҡанлы тормош алып бара алырмы ул? Бәләкәстән Барби ҡурсағы менән генә уйнап, үҙен Винкс урынында күреп, донъя мәғәнәһе – юғары хистәрҙән азат булған тән матурлығында, ялтыр-йолторҙа һәм аҡсала ғына, тигән ҡарашты һеңдереп үҫкән ҡыҙ ниндәй балалар үҫтерер? Тормошҡа ашмаҫ хыялдарын ҡосоп, эргәһендәгеләрҙән булмаҫтайҙы таптырып, ахыр сиктә, өмөттәре өҙөлөп, был гүзәл тормоштоң ҡыҙығын юғалтмаһын өсөн балаларыбыҙҙы емерткес нәмәләрҙән һаҡлау, ҡурҡыныстарҙан яҡлау сараһын күрергә кәрәктер. «Атанан күргән уҡ юныр, әсәнән күргән тун бесер» тигән боронғолар. Баланы үҙ миҫалыңда тәрбиәләүҙән дә отошлораҡ юл юҡтыр. Ә бының өсөн иң тәүҙә үҙ яҙмышыңа баш булырға өйрәнеү мотлаҡ.
Бөгөн йәмғиәтебеҙҙә атай абруйының төшөүе күҙәтелә, ғөмүмән, балаларға ир-ат тәрбиәһе етмәй кеүек. Халыҡ педагогикаһында ныҡлы урын алған «аҡыл сыбығы» кем ҡулында булырға тейеш? Балалар баҡсаһында, мәктәптә ирҙәр юҡ дәрәжәһендә, ә ул ғаиләлә лә булмаһа? Булып та, тапҡан-таянғанын эсеүгә, күңел асыуға тотонһа? Бындай атайҙың ғаиләләге абруйы хаҡында һүҙ алып барыу ҙа ситен. Ә былай ҙа күңеле китек балаға экрандарҙан әле ахырызаман менән янайҙар, әле ҡолап төшкән һауа лайнеры тураһында һөйләйҙәр, йә үлтереш-ҡырылыш «серен сисәләр». Үҫмерҙең яратҡан артистары иһә тәҙрәнән ырғый, наркотик ҡулланып үлә, араҡы эсеп руль артына ултыра ла кеше тапата... Бар матбуғат сараларында ошоларға баҫым яһалып, мәғлүмәттәр ҡабартыла ғына. Ә тәртипле һәм әҙәпле балалар үҫтергән, тирә-яғындағыларға яҡшылыҡ ҡылған кешеләр хаҡында наҡыҫ ҡына яҙалар. Ирекһеҙҙән 1945 йылда уҡ АҠШ разведкаһы етәксеһе Аллен Даллес иғлан иткән доктрина иҫкә төшә. Донъялағы иң көслө илде – СССР-ҙы тарҡатыу юлы – маҡсатлы рәүештә кешеләрҙең аңын бутауҙа икәнлеген әйтеп биргән ул. Әҙәбиәт, театр, кино, матбуғат, хәҙерге заманда инде телевидение, интернетты мотлаҡ өҫтәргә кәрәк, кешенең иң түбән сифаттарын һүрәтләргә һәм данларға тейеш, тигән ул. Секс, йәбер-золом, вәхшилек, хыянатсылыҡ – бер һүҙ менән әйткәндә, әхлаҡһыҙлыҡты кешеләр аңына һеңдереүселәргә ярҙам күрһәтеү өсөн алтындарҙы йәлләмәҫкә ҡушҡан. Дәүләт идараһында низағ, буталыш тыуҙырырға, чиновниктарҙың шашыныуына, ришүәтселеккә, тотанаҡһыҙлығына юл асырға кәрәк, тип иҫәпләгән. «Бына шулай быуын артынан быуындарҙы ҡаҡшатасаҡбыҙ. Беҙ йәштәргә иҫәп тотабыҙ, уларҙы бала сағынан уҡ тарҡатырбыҙ, аҙҙырырбыҙ, юлдан яҙҙырырбыҙ»,– тип яҙған.
Эйе, Даллестың хыялы тормошҡа ашты: СССР ғына түгел, уның халҡы ла тарҡалды. Ә бит кеше үлтерергә өйрәткән фильмдарҙы американдар үҙҙәре күрһәтмәй, матбуғатын да шундай уҡ йөкмәткеле мәҡәләләр менән тултырмай. Ишетеүемсә, голливуд йондоҙҙары, ана, үҙҙәренең балаларына телевизор ҙа ҡаратмай, ти. Ә иң бәләкәстәргә тәғәйенләнгән йәнһүрәттәр һуң?
Ни өсөн яҙҙым әле быларҙы? Рухлылыҡ, илһөйәрлек, ата-әсәң алдында яуаплылыҡ, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәү кеүек изге төшөнсәләр юғалған бер мәлдә үҫеп килеүсе быуынды ла юғалтабыҙ. Ҡайһы саҡ йәмғиәт, кешелек үҙе суицидҡа табан барған кеүек тойола башлай. Илде һөйөүсе, милләтен ҡайғыртыусы шәхестең «үҙ-үҙемә ҡул һалайым әле» тигән ише мәғәнәһеҙ уй башына ла инеп сыҡмай. Юғары маҡсаттары булмаған үҫмер иһә шәхес булып үҫешә алмай. Ә шәхес бер ҡасан да нәҫеленә, ҡәүеменә, үҙенә килгән ҡурҡыныстан ҡасмай, боҫмай (был юлы – муйынына бау һалмай), киреһенсә, уға ҡаршы көрәш аса, яуға ынтыла. Изге яуҙа ҡорбан булырға ла риза. Азатлыҡ, еңеү хаҡына үҙ ғүмерен аямаған, үҙ кәүҙәһе менән амбразура ҡаплаған Матросовтар (үлемдең дә төрлөһө була, был инде мәсхәрәле суицид түгел, был – дан) бармы бөгөн? Нишләп беҙ бөгөн Ғөбәйҙуллиндар тәрбиәләй алмайбыҙ? Бер үҫмер ҡыҙ бала өләсәһе клубҡа сығармаған өсөн үс итеп (кемгә?) аҫылынып үлә. Ә икенсе үҫмер егет, компьютер артында күп ултырып, башы буталып, интернет селтәрендәге, йән үлмәй, ул яңынан терелә, тигән сафсатаға ышанып, туғыҙынсы ҡаттан һикерә... Үҙен хөрмәт иткән ил балаларҙы ҡурсаларға тейеш. Юҡ, туғыҙынсы ҡаттан һикереүҙән түгел, ә уларҙың башына, зиһененә сүп-сар индермәүҙән башларға тейеш түгелме икән был эште? Үҙ-үҙенә ҡул һалған һәр ғүмер өсөн, тимәк, беҙ, ул мәрхүмде белгән дә, белмәгән дә, ошо мөхитте тыуҙырыусылар, йәмғиәттә йәшәүселәр ғәйепле. Тимәк, нисә ғүмер өҙөлгән, шунса гөнаһ беҙҙең өҫтә. Яҙмыш китаптарының бала саҡ мәлендә үк яҙылыуҙан туҡтап, өҙөлөп ҡалмауы ниндәйҙер кимәлдә беҙҙең ҡулда.
Гөлшат ҠУНАФИНА.

Теги: