Гөлсирə ҒАЙСАРОВА-ҒИЗЗӘТУЛЛИНА: Әгәр мөхәббәт булмаһа...
Яҙыусы Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның әҫәрҙәре уҡыусы күңеленә күптән юл тапҡан. Гүзәл затты тулҡынландыра торған хәл-ваҡиғалар һәм шул ваҡиғалар эсендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙың ҡыланыш-кисерештәре, эш-ғәмәлдәре, холоҡ-фиғеле тураһындағы әҫәрҙәр уҡыусыға ифрат оҡшай. Ул әҫәрҙәрҙең геройҙары үҙебеҙҙе, бер-беребеҙҙе, донъяны яҡшыраҡ аңларға, ҡәҙимге нәмәләргә лә башҡасараҡ ҡарарға ярҙам итә. Нәҡ шуға күрә лә “Башҡортостан ҡыҙы” журналы Гөлсирә Мирза ҡыҙының яңы әҫәрҙәрен көтөп ала һәм уҡыусыларыбыҙҙың иғтибарына тәҡдим итә.
Яҙыусы даими үҫештә, ижады ла уның, күп ҡырлы алмас шикелле, төрлө төҫтәр менән ялтлап-балҡып тора. Ошо йәй әҙибә күркәм юбилейын билдәләй. Хөрмәтле авторыбыҙҙы ихлас ҡотлап, бәхет-ҡыуаныстар, ижади уңыштар теләйбеҙ.
Редакция коллективы.
Хикәйә
Алһыу уны «Актерҙар йорто» туҡталышында күрҙе. Киң тирєсле ҡара эшлєпє, оҙон ҡара плащ, ҡулында – ҡара ҡулсатыр. Өфөнөң єллє нисє юғары уҡыу йорто студенттары бергє йыйылған һєм йєштєр мыжғып торған был туҡталышта ул бөтөнлєй ят донъянан килгєн кеүек күренє. Алһыу быға тиклем тышҡы ҡиєфєтенє һєм кейемгє артыҡ иғтибар биргєн егеттєргє көлөмһөрєберєк ҡарай торғайны. Єммє бының фыртлығы үҙенє килешеп тора. Урам аша булһа ла кешегє шулай теклєп тороуҙы килештермєне ҡыҙ һєм, яҙыҡ эштє тотолғандай ҡыҙарынып, ҡарашын икенсе яҡҡа күсерҙе. Тик күҙҙєре һис тє тыңламай, шул яҡҡа төбєлергє тырышып ҡына тора. Егеттең йөҙө нєфис һыҙатлы, аҡ ҡына, күҙ ҡабаҡтары бер ни тиклем шешмєк. Моғайын, берєй яҙыусы уны һүрєтлєргє телєһє, «күҙҙєре миндаль рєүешендє» тип яҙған булыр ине. Тап шул мєлдє егет был яҡҡа боролдо ла, күҙҙєре Алһыуҙың ҡараштары менєн осрашты. Эҫеле-һыуыҡлы булып киткєн ҡыҙ улар араһына инеп туҡтаған автобусҡа һикереп менде. Кешелєрҙе йырып үтеп, тєҙрє эргєһенє барып баҫты. Автобус ҡуҙғалып киткєс тє, егеттең, муйынын һуҙа биреп, уны ҡараштары менєн эҙлєүен күреп, ҡєнєғєт йылмайҙы.
Алһыуға үҙенең был халєте сєйер тойолдо, сөнки быға тиклем бындай тойғо кисергєне юҡ ине. Булмышына һөйөнөс оялап ҡалды. Йөрөй-йөрөй ҙє, үҙе лє абайламаҫтан, йылмайып ҡуя. «Ниндєй ҡыуанысым бар һуң минең?» – тип уйлаһа, миндаль рєүешендєге матур күҙҙєрҙең уны эҙлєп ҡараныуы иҫенє төшє лє күңеле елкенеп китє.
Өфө – миллионлы ҡала. Унда стена аша ғына ғүмер иткєн күршең менєн дє йылдар буйы тап килешмєүең ихтимал. Шуға күрє аҙна-ун көндєн – Пушкин скверындағы ағастар бєлєкєс кенє япраҡтар сығарып өлгөргєйне инде – єлеге үк туҡталышта торғанда:
– Є мин һине барыбер таптым бит, – тигєн тантаналы тауышҡа һиҫкєнеп китте. Ҡулындағы журналдан ҡалҡып ҡараһа, ҡаршыһында теге фырт егет баҫып тора.
Ул ҡапыл Алһыуҙың быйылғы яҙ модаға ингєнсє «французсалап» үргєн ауыр толомон урап тотто ла йылмайып күҙенє ҡараны.
– Таш өҫтөндє алтын сєсен тарап ултырған Һыуһылыуҙы элєктергєн Заятүлєктєн кємме єллє мин?! – тип көлөп ебєрҙе.
Быға тиклем сєсенє тейгєнде йєне һөймєгєн Алһыу асыуланырға уйламаны ла. Йылмайып:
– Єллє һин филфакта уҡыйһыңмы? – тип һораны.
– Нишлєп филфакта?
– Халыҡ ижады буйынса мєғлүмєтең көслө. – Ҡыҙ, башын борғолап, толомон ысҡындырырға тырышты, тик алъюҫыҡҡа. – Хєтерем яңылышмаһа, был єкиєттең аҙағы Һыуһылыу өсөн бик үк бєхетле тамамланмай булһа кєрєк.
– Мөхєббєт тамамлана тиме ни? – Егет һорауға һорау менєн яуап ҡайтарҙы. – Ышанмайһыңмы? Єйҙє, алып барып күрһєтєм. Бында яҡын ғына.
«Иртєгє бит зачет!» – тигєн уй атылған йондоҙ кеүек кенє үтеп китте Алһыуҙың башынан. Тик ҡыҙ иғтибар итмєне. Үҙенє һоҡланып ҡарап торған ҡара күҙҙєрҙең ҡармағына элєккєйне инде ул. «Нефтсе» мєҙєниєт һарайы тирєһендє – шығырым тулы йєштєр. Билет һораусылар ҙа байтаҡ.
– Билал менєн Фєрзєнєнең концерты бит бөгөн, – тине егет. – Белмєгєйнеңме ни?
– Є улар кем?
Егет яуап бирер урынға һыҙғырып ҡуйҙы.
– Медикһыңдыр тип уйлағайным шул.
– Нишлєп медик?
– Һуң, мин “сєнғєт”тєге бөтє матур ҡыҙҙарҙы ла белєм. «Авиация»лағы ҡыҙҙарҙың күбеһе – малай-шалай кеүек. Ҡиєфєттєре лє, ҡылыҡтары ла… Анатомичканан сыҡмай көнө-төнө мускул-һеңер исемен ятлап ултырған бєндє генє һинең һымаҡ томана булмаһа…
Егет уны артҡы ишектєн алып китте.
– Һин актермы єллє? – тине Алһыу. – Шулайҙыр тип уйлағайным да…
– Һин дє минең турала уйлағайныңмы? – тип элєктереп алды егет. – Урра! Йє Хоҙайым, рєхмєт инде һиңє, ул да минең турала уйлаған.
Алһыу ҡысҡырып көлөп ебєрҙе. Егеттєн шаянлыҡ фонтан кеүек урғылып тора, артабан нимє менєн хайран итерен һис белеп булмай.
Алһыуға «Заятүлєк менєн Һыуһылыу» єкиєтенең сюжетына ҡоролған мауыҡтырғыс концертты сєхнєне яҡтыртыусы янында ултырып ҡарау бєхете тейҙе. Үҙеңде сєхнєлє барған был тылсымдың бер өлөшө итеп тойоу ғєлємєт мауыҡтырғыс икєн: нурҙар гөллємєһен Алһыу ҙа бер нисє тапҡыр бейетеп ҡараны.
Залда йєшлек дєрте ташып, урғылып тора. Туҡтауһыҙ алҡыштар, бейеү, йыр. Уның менєн бер йєштє тиерлек булған ике йырсының шундай тантанаға, хистєр ғєрєсєтенє сєбєп булыуына һушы китеп ултырҙы Алһыуҙың.
Сєхнєгє яуған гөллємєлєргє ҡарап:
– Был тиклемде ҡайҙа ҡуялар икєн? – тип аптырабыраҡ ултыра ине, егет, уның уйын белгєн һымаҡ:
– Был сєскєлєрҙе иртєгє баҙарға алып сығып һаталар ҙа бер аҙна тирєһе туҡ йєшєп алалар инде, – тип шаяртты. – Улар студент ҡына бит єле, дөйөм ятаҡта йєшєйҙєр… Ярар, концерттан һуң таныштырырмын.
Тамашанан һуң, кейемдєрен гардеробтан алғас, ишеккє барманылар. Егет уны юғары ҡатҡа алып китте.
– Єйҙє єле, минең һине бер кеше менєн таныштырғым килє. – Уның бында үҙ икєнен баштан уҡ аңлағайны Алһыу. Аҙым һайын туҡтаталар, шаярталар, єле был, єле теге яҡтан килеп сыҡҡан матур-матур ҡыҙҙар килеп ҡолағына ниҙер бышылдай, һырпалана. Бына улар бер ишектєн килеп инде: банкет залы икєн. Ризыҡ тулы өҫтєлдєрҙе күреп, Алһыу артҡа сигенде.
– Єсєй, – тип өндєште егет. – Бына! – Үҙе ат башындай алтын тапҡан кеше тантанаһы менєн Алһыуҙы алғараҡ этте. Билал менєн Фєрзєнєне ярым ҡосаҡлап ниҙер сөкөрҙєгєн нєзєкєтле ханым һынын турайтты. Бер мєлгє генє ҡарап торҙо ла, етеҙ атлап, Алһыу эргєһенє килде. Ҡиммєтле хушбуй еҫе аңҡыта-аңҡыта, затлы тауарға баһа биргєн ҡиєфєт менєн Алһыуҙы уратып сыҡты. Унан тєжрибєле кеше ишараһы менєн Алһыуҙың ауыр толомон тағатып ебєрҙе: болот кеүек тулҡын сєстєр ҡыҙҙың зифа һынын тотош ҡаплап алды. Эргєлєгелєр барыһы ла ирекһеҙҙєн «аһ» итте. Алһыу, түңєрєк эсендє шыр яланғас баҫып торғандай, ҡыҙарынып-ҡаушап төштө. Ирекһеҙҙєн үҙен ҡулдары менєн ҡосаҡланы.
– Ҡайҙан таптың һин бындай хазинаны? – тип гөрһөлдєне ауыҙына Сталиндыҡылай ҙур төрөпкє ҡапҡан дєү ир.
– Бына һеҙгє килєһе йылға «Һылыуҡай» конкурсының лауреаты, – тине егет.
– Хатта ҡолаҡтары ла матур, – тине, Алһыуҙың сєсен ҡалҡытып, ҡолаҡ япраҡтарын ҡарап өлгөргєн ир.
Ҡатын ирҙең был ҡыланышын оҡшатып еткермєне шикелле, ҡарашы менєн өтөп алды ла улына:
– Йыл һайын «Гран-при»ҙы беҙ ала алмайбыҙ бит инде, – тип Алһыуҙы үҙҙєренең ғаилє ағзаларына индереп тє ҡуйҙы. – Є исеме нисек була һуң был һылыуҙың?
Егет менєн ҡыҙ бер-береһенє аптырап ҡараны, ысынлап та, бына мең йыл элек танышҡандай тойһалар ҙа, исемдєрен һорашырға баштарына килмєгєн. Эргє-тирєлєгелєр, уларҙың өнһөҙ ҡарашын аңлап, көлөп ебєрҙе.
Егет иһє аптырап ҡалманы. Хєрбиҙєрсє үрє ҡатып, үксєлєрен бер-береһенє тейҙерҙе лє, килешле генє баш эйеп:
– Танышырға рөхсєт итегеҙ, туташ: Искєндєр атлы егет булам, – тине.
– Алһыу, – тине ҡыҙ. Башҡалар ниңєлер геүлєтеп ҡул сапты. Үҙен єкиєткє килеп элєккєн һымаҡ тойған Алһыуҙы өҫтєлгє єйҙєнелєр, шампан шарабы һондолар, шоколад ҡаптырҙылар. Бер туҡтауһыҙ һоҡланыу, хайран һүҙҙєр, затлы еҫтєр аңҡытҡан ялтор-йылтыр күлдєктєр, килешле кейенгєн һєм һоҡлана белгєн ир-егеттєр, хайран ҡалдыра белгєн ҡатын-ҡыҙҙар – Алһыуҙың быға тиклем шул тиклем матур мөнєсєбєттєрҙе, яҡынлыҡты һєм йылылыҡты бер ҡайҙа ла күргєне юҡ ине. Ул, батша һарайындағы балға барып элєккєн Көлһылыу һымаҡ, ваҡыт тигєн нємєне бөтөнлєй онотто. Кемдеңдер кеҫє телефоны шылтырағанға тертлєп, концерт ваҡытында тауышһыҙ режимға ҡуйған телефонын килтереп сығарһа: утыҙҙан ашыу ҡабул ителмєгєн звонок. Сєғєт беренсе ярты булып киткєн. Өйҙєгелєр нимє уйлап, нимє кисерергє тейеш шул арала?!
– Миңє йєһєтерєк ҡайтырға кєрєк, – тине ул, такси саҡырырға керешеп.
Уның ағарынып киткєн йөҙөн күреп, Искєндєр тиҙ генє:
– Такси кєрєкмєй, – тиергє ашыҡты. – Атайҙың машинаһын алырбыҙ.
Төрөпкєһенєн хуш еҫле тємєке борҡотоп, бер юлы єллє нисє ҡыҙ-ҡатынға матур һүҙ һөйлєп, ирєйеп ултырған дєү ир өндєшмєй генє баш ҡаҡты.
***
Өйҙє, єлбиттє, берєү ҙє йоҡламай ине. Йоҙаҡ тишегенє асҡыс тығыу менєн үк ишеккє йүгерешеп килделєр. Єсєһе менєн өлєсєһе, ризаһыҙлыҡтарын белдереп, ауыҙ асҡайны, күҙҙєре балҡып, бер ҡосаҡ рауза сєскєлєре күтєреп ҡайтып ингєн ҡыҙының йөҙөндє ғєйеп тойғоһо шєйлєгєн атаһы, уларҙы тыйғандай, ҡулын күтєреп:
– Аллаға шөкөр, иҫєн-аман, – тине. – Барыбыҙға ла тыныс йоҡо. Иртєгє байрам түгел.
Сєскєлєрҙе вазаға түгел, ваннаға һалҡын һыу ағыҙып, төнгөлөккє шунда ҡалдырырға кєңєш иткєн арала өлєсєһе шулай ҙа:
– Иртєгє єсєйең бик ҡатмарлы операция яһарға тейеш, – тип єйтеүҙєн тыйыла алманы. «Ауырыуҙар, сирлелєр, операциялар… Беҙ ҙє был донъяла йєшєйбеҙ тип йөрөгєн булабыҙ икєн…» – тип уйланы Алһыу, шым ғына сисенеп урынына ятҡанда.
Иртєнсєк душ инеп сыҡҡандан һуң Алһыу көҙгө алдында сағылышына оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Уның быға тиклем үҙенең сибєрлеге тураһында уйлағаны юҡ ине. Уларҙың нєҫелендє – ике яҡтан да – барыһы ла бик һылыуҙар, шуға күрє быға айырым єһємиєт биреүсе лє юҡ. Матур икєн матур инде. Єммє Алһыуҙың єсєһе – хатта һылыу нєҫелдє лє айырылып торған бер сибєр. Шуға күрє һєр бер комплиментты, һоҡланыуҙы йєне көйөп, мыҫҡыл кеүек ҡабул итє. Уның бөтє булған тырышлыҡ емештєрен, һєр уңышын матурлығына япһарып, бєлєкєйҙєн йєненє тейеп, йонсотоп бөткєнгєлер, моғайын.
– Саҡ ҡына йємһеҙерєк булһа, исмаһам, тынысыраҡ эштє эшлєр ине, – тип һуҡрана уның ауыр операциялар яһағандан һуң, өйөнє ҡайтыуҙы ла онотоп, ауырыу сабый янында төн үткєреүенєн йонсоған өлєсєһе. Дөрөҫ, һуҡраныуында һоҡланыу күберєк.
“Һинең кеүек сибєркєйҙєргє хирургияның ни кєрєге бар?” – тигєн бер профессор Алһыуҙың єсєһенє студент сағында һєм шуның менєн ғүмерлеккє рєнйеткєн. Инде оҫта хирург булып танылһа ла, єсєһе һаман шул уҡытыусыһына үҙен иҫбатлауын дауам итє, күрєһең. Хєйер, ул ҡарт хирург, аҡыллы студентканың нєфис оҙон бармаҡтарының ниндєй мөғжизєлєргє һєлєтле икєнен алдан күреп, зитына тейер өсөн юрый єйткєн булғандыр, бєлки.
Нисек кенє булмаһын, тєбиғєт биргєн матурлыҡты ниндєйҙер етешһеҙлек кеүегерєк ҡабул итеп, уны тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ, егєрлелек менєн ҡапларға кєрєк, тип үҫтерелгєн Алһыу.
Бөгөн иһє беренсе тапҡыр үҙенє тикшереп ҡарап торҙо ла ныҡ оҡшатты, сөнки Искєндєрҙең һоҡланыулы ҡарашы менєн баға ине.
– Сибєрҙєргє күберєк нємє рөхсєт ителергє тейеш, сөнки улар донъяны йємгє күмє, – тине бит кисє Искєндєрҙең атаһы, моғайын, үҙен дє сибєрҙєр рєтенє индергєндер.
***
Алһыу үҙен ғєрєсєтле ҡойон уртаһына килеп юлыҡҡан елкєнле карап һымаҡ тойҙо. Быға тиклем ул дөрөҫ тип уйлаған бөтөн ҡиммєттєре емерелє, тормошҡа ҡарашы үҙгєрє башланы. Искєндєр уны тотош байрамдан ғына торған ғєжєйеп бер яңы донъяға алып инде. Тамашалар, банкеттар, ирекле мөнєсєбєттєр, сиклєнмєгєн шєхес азатлығы… Баштарың єйлєнерлек шул.
– Бер кем дє бер кемгє лє бер нємє лє тейеш түгел, – тип ҡабатларға ярата егет, һєр бер һүҙгє баҫым яһап. – Тормошҡа еңелерєк ҡарарға кєрєк. Єхлаҡты уны үҙ-ара көнитмештє уңайлы булһын өсөн кешелєр махсус уйлап сығарған. Алла бабай күктєн төшөрмєгєн был ҡағиҙєлєрҙе.
Егеттең ғаилєгє ҡарата ла ҡараштары үҙенсєлекле.
– Бына минең өс атайым, өс єсєйем бар. Улар барыһы ла мин тип өҙөлөп тора. Шул насармы ни? – ти ул йєнде иретерлек йылмайыу менєн.
Ата-єсєһе Искєндєр бєлєкєй саҡта уҡ айырылышҡан. Атаһы йєнє ике тапҡыр өйлєнгєн, балалары бар. Єсєһе шулай уҡ тағы ике тапҡыр кейєүгє сыҡҡан… Тағы ла єсєһенең беренсе, икенсе, өсөнсө һєм хєҙерге һөйєрҙєре бар. Иң ҡыҙығы – ошо ғєм халыҡтың барыһы ла үҙ-ара дуҫтар…
Был ҡыҙға шул тиклем заманса тойола. Үҙенең ғаилєһе, күңелһеҙ һєм тар тормоштары өсөн уңайһыҙ булып китє.
– Нимє-нимє, ирҙєрҙєн бєхетем бар, ти минең єсєй ҡарсыҡ. – «Ҡарсыҡ» тип шаярта Искєндєр. Ул мєңге йєш єсєһенең еңеүҙєре менән ифрат ғорурлана. Шуға күрє ниндєйҙер бер магазин директорының, дүрт балаһы менєн ҡатынын ташлап, єсєһе алдында шыуышып йөрөгєнен көлє-көлє һөйлєргє ярата.
– Эй мєрєкє, єсєйем туфлийының осо менєн генє уны бесєй балаһы шикелле генє этеп ебєрє. «Бисєң менєн балаларың янына ҡайт», – тип ҡыуалай, є ул ҡабат мүкєйлєп килеп аяҡтарын ҡосаҡлай. Шул арала енлєнеп, мєсекєй єбей кеүек ҡатыны килеп инде лє ҡулындағы зонты менєн єсєйемде туҡмай башланы. Єсєйем, тєне күгєреп сыҡһа ла, уны судҡа бирмєне. – Єсєһенең киң күңеллелеге уны сикһеҙ һоҡландыра.
Матурлыҡҡа ҡараш та ғєжєплєндерє Алћыуҙы был яңы донъяла. Бында уны тауар һымаҡ баһалайҙар. Ана бит, Алһыуға ла туҡтауһыҙ һоҡланып, маҡтап торалар. Был ҡыҙҙы тєүҙє уңайһыҙландыра ине, тора-бара шаҡтай оҡшап төштө.
Є уларҙың ғаилєһендє аң-белем, маһирлыҡ, зиһен юғарыраҡ баһалана, тоғролоҡ, выждан, тєүфиҡ тигєн күңелһеҙ ҡиммєттєр һанлана. Алһыу үҙенең яңы асыштарын ҡайтып һөйлєп, матурлыҡты файҙаланыу, ҡиммєтерєк, файҙалыраҡ итеп һата белеү ҡеүєһе хаҡында фекер йөрөтє башлағайны… Был һүҙҙєр єсєһен хатта ытырғандырып ебєрҙе. Моғайын, ғүмерендє беренсе тапҡырҙыр, ул ҡыҙына ысынтылап асыуланды.
– Нисек инде табышлыраҡ итеп һатырға? – тип аптыраны ул. – Инде мин нимє эшлєргє тейеш: берєй миллионерҙы элєктерергє, атайыңды ташларғамы? Шунан, минең яхтам, ҙур йортом бар икєн, ти. Єммє унда яратҡан кешелєрем: атайың, һин, өлєсєйең, ағайҙарың, еңгєйҙєрең, бєпестєр булмаһа, күңелем ятҡан эшем булмаһа, миңє нимє менєн шөғөллєнергє? Алтын єйберҙєрҙе бер урындан икенсеһенє күсереп, алтын табаҡтан алтын кєнфиттєр ашап, үҙ-үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмєй, хеҙмєтселєремдең ҡанын ҡарайтып ултырырғамы?
– Бушты сурытма єле, єсєй. Һин минең нимє тип єйтергє телєгєнемде бик яҡшы аңланың, – тине Алһыу. – Єллє ниндєй сєхнє түрҙєрен биҙєрлек, «Мисс мира» булып бриллианттарға лайыҡ булырлыҡ матурлығың тураһында һүҙ бара.
– Ниңє, єсєйеңдең бриллианты бар ул, – тип вайымһыҙ ғына һүҙ ташланы атаһы. – Иң ҡєҙерле ҡаҙаныштары өсөн лайыҡ булды.
– Нисек? Ҡайҙа ул? – тип ғєжєплєнде ҡыҙ.
– Олатайың менєн өлєсєйеңдең орден-миҙалдары, атайыңдың наградалары һалынған ҡумтала ята, – тине єсєһе. – Ҙур ағайың тыуғас, атайың, бөтөн тапҡан-табынғанын йыйнаштырып, бриллиантлы йөҙөк, Айнур ағайың тыуғас, алҡа бүлєк иткєйне. Є инде һин тыуғанда, шаҡтай бай булғас, кольеға ла аҡсаһы етте, – тип көлдө єсєһе.
– Улар бриллиантмы ни? – тип шаҡ ҡатты Алһыу. – Нишлєп был турала бер ваҡытта ла єйткєнегеҙ булманы?
– Єллє, – тине єсєһе. – Уның һиңє шул тиклем єһємиєтле булғаны башҡа ла инеп сыҡҡаны юҡ.
«Ысынлап та, – тигєн уй килде Алһыуҙың күңеленє. – Бының шул тиклем єһємиєтле булғанын күптєн түгел үҙем дє аңламай инем». Ул ни өсөндөр асыуланып китте.
– Мине һаман бала күреп, һүҙҙе ситкє алаһығыҙ ҙа китєһегеҙ. Є мин талант тураһында єйтєм. Атайым, тєбиғєт биргєн моңон йєшереп, ауыҙ эсенєн генє мөңрєп йөрөмєһє, бөгөндєн ҙур артист булып танылырлығы бар кеше. Ул сағында беҙ ҙє башҡасараҡ йєшєр инек.
– Мєҫєлєн? – тине атаһы тыныс ҡына.
– Хєтєр йортобоҙ булыр ине, мєҫєлєн.
– Дүртебеҙгє дүрт бүлмє етмєйме ни? – тип аптыраны єсєһе.
– Күмєгєйһєк, тағы хєстєрлєрбеҙ, – тине аҙ һүҙле атаһы.
– Хєтєр машинабыҙ, – тип дауам итте Алһыу.
– Уның менєн ҡайҙа барабыҙ? Хєтєр булмағаны ла айҙар буйына гараждан сыҡмай, – тип ҡаршы төштө єсєһе. – Эшебеҙгє ике аҙым.
– Бына шул шул. Һеҙҙең шул больницағыҙҙан башҡа барырға урынығыҙ ҙа юҡ.
– Һуң, беҙҙең иң телєп, шатланып барған еребеҙ шул эшебеҙ бит инде, – тип һүҙгє ҡыҫылды өлєсєһе. Ул, бушана алмаған өсөн алыҫ райондан самолет менєн килтерелгєн ауыр хєлдєге ҡатынды, ниһайєт, бєпєйлєтеп, ауыҙы ҡолағына етеп, ҡайтып ингєйне. – Беҙ бит шунда бєхетлебеҙ.
– Бєхетлеһегеҙ… – тине Алһыу, үсеклєшеп. – Исмаһам, ҡунаҡта ла тыныс ултыра алмайһығыҙ, тулыһынса бергєлєп ял да иткєнегеҙ юҡ. Йє берегеҙҙе, йє икенсегеҙҙе, йє өсөнсөгөҙҙө алырға артығыҙҙан машина килеп етє.
– Үҙ эшеңдең шундай кимєлдє оҫтаһы булыу үҙе бєхет түгелме ни? – тип йєнє аптыраны єсєһе, ҡыҙына танымағандай ҡарап.
– Йєшлек менєн тышҡы матурлыҡ бик тиҙ уңа торған нємєлєр, – тине өлєсєһе лє. – Є оҫталыҡ арта ғына бара.
– Бына шуның өсөн дє уларҙы тиҙерєк файҙаланып ҡалырға кєрєк, – тип ҡабатланы Алһыу Искєндєрҙең єсєһенең һүҙҙєрен. – Был иһє үҙе бер сєнғєт.
– Бының өсөн нимє эшлєргє инде?
– Үҙеңде дөрөҫ итеп тєҡдим итергє өйрєнергє, мєҫєлєн…
– Бєлки, бында дөрөҫлөк барҙыр. Ысынлап та, белеп һалынған грим тєүге ҡарашҡа етешһеҙлектєрҙе ҡаплайҙыр… Єммє һєр ваҡыт гримда йөрөп булмай ҙа баһа…
– Нишлєп булмаһын? – тине Алһыу, Искєндєрҙең єсєһен күҙ алдына килтереп. Ханым шул тиклем нескє, нєзєкєтле, һығылмалы, йөрөшө-торошо, хєрєкєттєре менєн хатта бер һөйєкһеҙгє, йыланға оҡшап китє. Бары тик уны ныҡлап белє башлағас ҡына, был нєзєкєтлектең, һєр ишара-ымдың бик тырышып, ғєйєт ентеклєп уйланылғанын, арбағыс йылмайыуҙың көҙгө алдында ҡат-ҡат ҡабатлап, репетиция яһап нығытылғанын аңлайһың. «Был да оҫталыҡ. Һєм ниндєй оҫталыҡ єле!» – тип уйланы ул, Искєндєргє ашыҡҡанда.
Є өс кешегє ҡалған ғаилє кєңєшмєһе, Алһыуҙы танымаҫлыҡ итеп үҙгєртє башлаған был егет менєн тиҙ арала танышырға кєрєк, тигєн ҡарарға килде.
– Имтихандарын тыныс ҡына тапшырып бөтһөн инде тєүҙє, – тине өлєсєһе, һүҙҙе йомғаҡлап. Ҡалғандар уның менєн килеште.
Тик яңылыштылар. Икенсе көндө эштєн ҡайтыуҙарына, һыуытҡыстың ишегенє йєбештереп ҡуйылған ҡыҫҡа хат ҡына көтє ине уларҙы. «Атай, єсєй, өлєсєй! Борсолмағыҙ! Беҙ Искєндєр менєн, тиҙ генє диңгеҙгє барып, һыу инеп ҡайтырға булдыҡ. Искєндєргє шундай форсат сыҡты. Һуңғы имтиханымды, єгєр кєрєк тапһам, көҙгє тапшырырмын».
– Был ни тигєн хєбєр? – Талапсан єсєһе асыуланып китте. – «Кєрєк тапһам»… Быны нисек аңларға?
– Тимєк, бала йє шоу-бизнесҡа, йє кейєүгє сығырға йыйына, – тине зирєк өлєсєй.
– Йє икеһенә бер юлы, – атаһы ауыр һуланы.
– Был ниндєй баш-баштаҡлыҡ, – тип ярһый башланы єсєһе. – Берєй сараһын күрергє кєрєк!
– Ниндєй сараһын? – тине атаһы уйсан ғына.
– Єгєр ҙє был мөхєббєт булһа? – тип уға ҡушылды өлєсєһе.
– Єгєр ҙє булмаһа? – Єсєһе йєшенє төйөлдө. – Мөхєббєт булмай ҡуйһа? Был тормошта йышыраҡ шулай ҙа була.
– Был уға ла, беҙгє лє, беҙҙең йєшєү рєүешебеҙгє лє һынау. – Ғалим атаһы, ғєҙєтенсє, тєрєнерєк фекер йөрөттө. – Є мин ҡыҙыбыҙға ышанам.
– Ниндєй һынау? – тип үкһене єсєһе. – Єле бит уның ун һигеҙе лє тулмаған.
– Бєхеткєме, бєхетһеҙлеккєме, тормош иң ҡатмарлы һынауҙарҙы кешегє ошо йєштє ҡуя ла инде, – тине ҡапыл ҡартайып, шиңеп киткєн сая өлєсєй.
***
Бейек яр башынан ҡояш нурҙары аҫтында емелдєп, наҙланып ятҡан иркє диңгеҙгє ҡарап, бєхеттең етенсе ҡатында ултыра ине был мєлдє Алһыу. Самолеттан килеп төшөү менєн Искєндєр уны туп-тура ошонда, диңгеҙгє сумырѓа ярата торған ҡаяһына, алып китте. Тормоштоң һєр миҙгеленєн байрам, һєр ваҡиғанан мажара яһай белє торған ниндєй ғєжєйеп кеше ул! Ҡыҙ, ғєҙєтенсє, шатлығын яҡындары менєн уртаҡлашырға телєп, кеҫє телефонына тотондо. Шул саҡ һылыу тєнендє диңгеҙ тамсыларын емелдєтеп килеп еткєн егет уны ҡосаҡлап алды.
– Арабыҙға бер кемде лє ҡыҫылдырмаҫҡа һөйлєштек тє инде, – тине ул, телефонға ишаралап.
– Өйҙєгелєргє иҫєн-һаулығыбыҙҙы белдерергє тейешбеҙ ҙє инде.
– Беҙ бер кемгє лє бер нємє лє тейеш түгелбеҙ. Ошо хєҡиҡєтте ҡолағыңа киртеп ҡуй: хатта ата-єсєңє лє. Иң беренсе сиратта, уларғалыр єле! – Искєндєрҙең тауышында аңлашылмаған ярһыу яңғырап китте. – Беҙ бит уларҙан яҡты донъяға тыуҙырыуҙарын һораманыҡ. Шулай булғас, ниндєй тейеш булырға тейеш… – Төкµрөгөнє сєсєп, туҡтаны.
Һис булмаһа «смс» ебєрергє маташҡан Алһыу абайламай ҙа ҡалды, егет көлє-көлє уның телефонын алды ла диңгеҙгє ырғытты. – Ой, – тине ул, һис ни булмағандай. – Төштө лє китте. – Алһыуҙың кєйефе боҙолғанын күреп, битенєн суп итеп үбеп алды. – Ҡайтҡас, мин һиңє хєтєрерєген бүлєк итермен. – Икенсе атай, – Алһыу, уның атайҙарын һан буйынса йөрөтөүен мєрєкє күреп, ирекһеҙҙєн көлөп ебєрҙе. – Икенсе атай былтыр уҡ крутой телефон алып бирєм, тип ҡырсына ине. Бир ҡулыңды, єйҙє, һикерҙек. Бер, ике, өс…
Шау-шыулы дискотекалар, иртєнгє тиклем ҡыйшаңнап бейеүҙєр, һыра, шарап, тємєке, тир еҫе аңҡып торған еүеш тєндєр, яһалмалыҡ: юҡ-бар хєбєр, тоҙһоҙ мєрєкє, йємһеҙ көлөүҙєр… Алһыуҙы тиҙ ялҡытты. Диңгеҙ яры буйлап, ай нурында ҡойоноп йөрөргє, өйҙє ҡалып, һөйлєшеп ултырырға, китап уҡырға телєр ине. Єйтеп ҡарағайны, егет, башын артҡа ташлап, ихлас хахылданы.
– Ну көлкө тоҡсайы… Китап уҡып… Йєйҙең йємле көнөндє Ҡара диңгеҙ буйына килеп, китап ҡосаҡлап ятырға миңє бит єле йөҙ ҙє бер йєш түгел…
Ҡыҙҙы был аптыратманы, сөнки тєүге осорҙа аҡыллы төҫ менєн Уэльбек, Коэльо, Ирвинг, Мураками…. тип исемдєре тел осонда булған авторҙарҙы эре генє сирттереп ҡабатлауы күҙ буяу, уҡымышлы булып күренеү өсөн генє булғанын төшөнє башлағайны.
Арыуы сигенє еткєйнеме, һалҡын алдырҙымы – Алһыу ныҡ итеп ауырып китте. Бөтөн тєне уттай яна, башы сатнай, тамсы ла хєле юҡ. Хафаға төшкєн Искєндєр эргєһендє йүгереп йөрөнө, дарыухананан єллє нємєлєр алып килеп эсереп, наҙлы итеп хєстєрлєне. Баҙарҙан тауыҡ һатып алып, һурпа бешерҙе, ҡалаҡлап ашатырға тырышты. Тик икенсе көндө, сєлємєтлєнеү урынына Алһыуҙың хєле тағы ла хөртєйгєс, йєне көйє, түҙемһеҙлєнє башланы. Саҡ ҡына йөрөп килергє рөхсєт һораны ла, иртєнгє тиклем юҡҡа сыҡты. Рєхєтлєнеп ял итер, диңгеҙҙє ҡойонор саҡта, күҙ көйөгө булып, кеше мєшєҡєтлєп ятҡанына ҡыҙ үҙе лє уңайһыҙлана ине. Таң һарыһында ғына ҡайтып йығылған егеткє бер һүҙ ҙє өндєшмєне.
Искєндєр, уяныу менєн, бєхетле йылмайып, һикереп торҙо.
– Белєһеңме, Алһыу, – тине ул, балҡып. – Мин бер иҫ киткес һылыу ҡыҙ менєн таныштым. Беҙҙең яҡташ. Сургутта йєшєйҙєр. Атаһы башҡорт, єсєһе хохлушка. Шул ҡатнаштан иҫ киткес матурлыҡ тыуған. Күҙҙєре диңгеҙ төҫөндє. Ышанаһыңмы? Күрҙем дє хайран ҡалдым. Юҡ, һин ундай матурлыҡты күҙ алдына ла килтерє алмайһың. Телєйһеңме, мин һеҙҙе таныштырам?
Алһыу өндєшмєне. Уның шымтайып күңелһеҙлєнгєнен абайлаған егет ҡысҡырып көлөп ебєрҙе.
– Һин нимє, иҫєркєй, үпкєлєнеңме єллє? – тине ул. Иркєлєп, сєсенє ҡағылды. – Беҙ бит һинең менєн, мєңге бергє булабыҙ, тип ант итешмєнек. Мєңгелек тоғролоҡ тураһында вєғєҙєлєшмєнек, шулаймы? Бєхетле булғың килһє, һин үҙеңдең был иҫкергєн йолаларыңды онот.
Алһыуҙың иҫенє осрашҡандарының тєүге көндєрендє булған бер ваҡиға килеп төштө.
Өлкєн бер актерҙың бенефисы айҡанлы ойошторолған бєлєкєс кенє табынға барып элєккєйнелєр. Байрам хужаһының шунда уҡ Алһыуға күҙе төштө. Ҡарт актерҙың уға ғүмерҙє лє ишетмєгєн комплименттар яуҙырыуы ҡыҙға мєрєкє тойолдо. Ул үҙен ниндєйҙер спектаклдең персонажы итеп тоя ине, йылмайып тик торҙо. Унан ул өлкєндєргє иғтибарлы булырға һєм ихтирам итергє кєрєк тип тєрбиєлєнгєн. Шуға күрє Искєндєрҙең көнлєшеүенє һєм, йєне көйөп, шарт-шорт баҫып сығып китеүенє аптырап ҡалды, нимє эшлєргє лє белмєйенсє, һорау менєн тирє-яғына ҡаранды. Егеттең ҡыланышын аңламаны: нишлєп, нимєгє асыуланырға? Алһыу бит уны шул тиклем ярата. Є өлкєн кешегє көнлєшергє мөмкинме ни?
– Афарин, ҡыҙыҡай, – тине Искєндєрҙең єсєһе, ҡул сабып. – Былай булһа, һин һис шикһеҙ уңыш ҡаҙанасаҡһың. Минең артыҡ үҙ-үҙенє ышанып, эрелєнеп киткєн улымдың танауына сиртеп ала белгєн ҡыҙҙарҙы оҡшатам мин. Юғиһє ул, үҙенең һөйкөмлөлөгөнє артыҡ маһайып китє лє, алйотлоҡтар эшлєй башлай. Шуға күрє үҙеңде гел матур ћаљла. Гел генє уяу бул, – тип, күҙендє йєшен ялтлатты. Алһыу уның нимє єйтергє телєгєнен аңлап бөтмєгєйне, єле төшөндө. Ханым дөрөҫ єйткєн, бына бит, ул ауырып саҡ ҡына төҫћөҙлєнгєйне, Искєндєргє ҡыҙыҡ булмай башланы.
Төн уртаһынан һуң егет бер ҡыҙыҡай эйєртеп ҡайтып инде. Ысынлап та, күҙ алғыһыҙ сибєр. Нимє-нимє, матурлыҡты күрє һєм һоҡлана белє шул Искєндєр. «Мин улымды матурлыҡ танырға өйрєттем», – тип єсєһе юҡҡа ғына ғорурланмаған.
– Һин килєһе йыл мотлаҡ «Һылыуҡай»ҙа ҡатнашырға тейешһең. Һинең был күҙҙєреңде күрһєлєр, жюриҙағылар телде йүнлєп белмєгєнеңє лє иғтибар итмєйєсєк, – тип һөйлєнде егет, рухланып. Үҙенең килєһе йылға «Гран-при»ҙы Алһыуға вєғєҙє иткєнен онотҡайны, күрєһең.
Нимє эшлєһен Алһыу, Искєндєр яңы танышы менєн сөкөрҙєшкєн арала, єйберҙєрен ашыҡ-бошоҡ йыйҙы ла шым ғына сығып китте. Һөйөү тураһында һүҙ барғанда:
– Химия, – тип ҡабатларға ярата ине егет. – Үтеп китє торған химик реакция бит ул.
Алһыуға уның шулай тип фекерлєүе оҡшай ине, сөнки эстєн генє үҙҙєренең «химик реакцияһы»ның үтеп китмєйєсєгенє тамсы ла шиге юҡ ине. Тик, ни тиклем ҡыҙғаныс булһа ла, үтеп киткєн инде, тимєк…
Ҡыҙҙың хатта бының өсөн ҡайғырырға ла, иларға ла хєле юҡ ине. Ҡайҙа барырға? Башты таңға тиклем ҡайҙа барып терєргє? Сєлємєт сағы булһа, яйын табыр ине, ебеп бара торғандарҙан итеп тєрбиєлєнгєн кеше түгел ул. Тик баш сатнап ауырта, күкрєк ҡыҫып бара. Аңҡы-тиңке килеп, бара бирҙе лє, ниндєйҙер иҫерек бєйлєнє башлағас, ҡурҡып, кире боролдо. Єммє ҡапҡа биклєнгєйне. Ай яҡтыһында нурланып ятҡан диңгеҙҙе күреп, пляжға йүнєлде. Унда түңкєрелгєн кємєлєр бар. Береһенє һөйєлеп, онотолдо.
Ыңрап ҡына көйлєгєн тауышҡа күҙҙєрен асһа, көнсығыш алланған. Ҡарт ҡына єбей буш шешєлєр йыйнап йөрөй. Алһыуға көй таныш тойолдо. Бынан бер нисє йыл элек ғаилєлєре менєн Пицундала ял иткєндє оҡшатып, йырлап та йөрөгєйнелєр кипарис тураһында был тау йырын.
…Ғорурлыҡ юғары баһаланған, хеҙмєт юғары баһаланған замандарҙа йєшєгєн, ти, бер ҡыҙ. Балыҡсы егет менєн бер-береһенє онотолоп ғашиҡ булғандар. Ҡыҙ һөйгєненең диңгеҙҙєн ҡайтыуын, үрелеп ҡарай-ҡарай, көтөр булған. Є инде бер дауыл йєрен кире ҡайтмаҫ донъяға алып киткєс, ҡыҙ һомғол буйлы моңһоу кипарисҡа єйлєнгєн.
Уның ҡиммєттєренең кемгєлер, хатта ул инде бик өлкєн кеше булһа ла, кєрєк булыуына Алһыуҙың күңеле тулды. Гүзєл сєскєгє һоҡланып, уны өҙөп алырға, күкрєккє тағып йөрөргє телєүселєр менєн уларҙы маңлай тиренє һуғарып үҫтергєндєр араһындағы айырманы аңлаған һєм баһалаған кешегє зар ине єле ҡыҙ был мєлдє.
– Єбекєй, ярҙам итегеҙ миңє, зинһар, – тип шыбырҙаны ул. Ҡояшҡа ҡарайып янған, ғүмер буйы ауыр эштєн көмрєйє төшкєн ярлы єбейҙє миһырбан таба алыуына шиге юҡ ине. Єбей шырауланып ҡатҡан эшсєн ҡулын ҡыҙҙың янып барған маңлайына терєне лє «ашығыс ярҙам» саҡыртты.
Иҫенє килгєндє, Алһыуҙың дєү, көслө һєм өндєшмєҫ атаһы карауат эргєһендє тубыҡланып тора ине:
– Һин беҙҙең менєн нимє эшлєйһең ул, ҡыҙым? – тине ул, єрнеүле шыбырҙап. – Үҙең менєн нимє эшлєйһең, ғєзизем?
Алһыуҙың сикєһен рєхєт еүешлєтеп, ике генє тамсы йєше ағып төштө. Үҙенең ни ҡєҙєр бєхетлелеген һєм донъяла ысын һөйөүҙең барлығын аңлағанға күрє, был күҙ йєштєре хайран татлы ла, шифалы ла булды.
Теги: