Зәйтүнә АРСАЕВА: “Аға ла ваҡыт аға”
Зәйтүнә Арсаева – Асҡын районы Башҡортостан ауылы ҡыҙы. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Студент йылдарында уҡ “Шоңҡар” республика йәштәр журналында эшләй башлай.
Бөгөн эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Шиғырҙар яҙа. Бер нисә йыр авторы.
Бушаныуҙар кәрәк күңелгә
Илағаным күрһәң, аптырама,
Бер сәбәпһеҙ мин һис түгелмәм.
Күҙ йәштәре тама шатлыҡ хисен
Аңлай белә торған күңелдән.
Ҡушымта
Бушаныуҙар кәрәк күңелгә лә:
Көтмәгәндә йәшнә һәм түгел.
Әсене лә татлы итә белһәң,
Ҡайғы эйер башын, һин түгел!
Ауырлыҡтар һындырмаһын, көләм,
Уйлама һин, шашҡан был, тиеп.
Хәсрәттәргә мәңге бирешмәмен,
Бәхет-шатлыҡтарҙы үҙ итеп.
Ҡушымта
Аға ваҡыт
(Йыр)
Ағын һыуҙар аҡҡан кеүек
Аға ла ваҡыт аға.
Арғымаҡтар сапҡан һымаҡ
Елә гел ваҡыт алға.
Ҡушымта
Йәшәйек бергә, берлектә,
Буш үтелмәһен юлдар.
Бәрәкәте менән килһен
Аҙна, айҙар һәм йылдар.
Ваҡытты булмай йүгәнләп,
Осҡан ҡошҡа тиң ваҡыт.
Кисәгене ҡайтарыу юҡ,
Үткәнде булмай табып.
Ҡушымта
Бирелгән ғүмерҙәр уҙа,
Тик үтһен бәхет менән.
Хәсрәт елдәре ҡаҡмаһын,
Көндәр аҡ тыуһын гелән.
Ҡушымта
Һүнгән инде һөйөү ялҡыны
(Йыр)
Иҫермәм мин һөйөү шарабына,
Ул усаҡты ҡабат яндырма,
Ҡабыҙма һин үткән үкенесте,
Һүнгән хыялдарҙы яңыртма.
Ҡушымта
Йәшәй алмайым, юҡ, ташҡындарһыҙ,
Дауыл-бурандарһыҙ, ахыры.
Беҙ икебеҙ – ике донъя хәҙер,
Һүнгән инде һөйөү ялҡыны.
Мин бит хәҙер элеккесә түгел,
Үткәндәргә һин дә теҙләнмә,
Бер йылы юҡ унда, бөтәһе көл,
Һүнгән уттан күмер эҙләмә.
Ҡушымта
Ул киткәндән ҡояш һүнмәй
(Йыр)
Бейей-бейей тама тамсылар,
Ҡапыл күңелемде күтәреп.
Ағып китте уның эҙҙәре,
Бөтә нимә шулай үтәлер.
Ҡушымта
Ул киткәндән, ҡояш һүнмәй,
Ул киткәндән, донъя бөтмәй.
Ул киткәндән, ул киткәндән
Йәшәү бөтмәй, бәхет үтмәй.
Етер, инде аҡмай йәштәрем,
Иртәгәмдең асам ҡапҡаһын,
Күңелемдә өмөт һүнмәһен,
Көтһөн бәхет-ҡояш ҡалҡаһын.
Ҡушымта
Киләсәгем мине сәләмләй,
Һәр саҡ өмөт – минең ҡанатым.
Һынауҙарҙа һынмай ҡалғанда,
Юлдарыңда һәр саҡ уңаһың.
Әсәйемә
Ҡояшҡа мин, әсәй, тиңләр инем
Һине был яҙасаҡ йырымда.
Ул да ер-сабыйын ҡосағында
Һинең кеүек наҙлап йылыта.
Тиңләр инем сылтыр шишмәләргә
Һәр йөрәккә йәшәү өләшкән.
Төн пәрҙәһен асып, сафлығына
Унан хатта ай ҙа көнләшкән.
Әсәкәйем, берҙән-берем минең,
Гел изгелек кенә уйыңда.
Күңелемдә яҙ ҡояшы булып,
Балҡырһың һин ғүмер буйына.
Нимә генә
Бик күптәрҙең күгендә һин йондоҙ,
Минекендә бары ай ғына.
Йондоҙҙар ҙа, ай ҙа таң атыуға
Һүреләләр күктә яй ғына.
Йондоҙ булһаң да һин, ай булһаң да,
Ни ҡыҙығы, ялҡын алмағас.
Нимә генә кислек йондоҙ булыу,
Ғүмер буйы дөрләп янмағас.
Был төн тик беҙҙең өсөн!
Нурлан һин, тип ай йәлләмәй
Төнөнә көмөш төҫөн.
Бышылдай төн юлдашына:
Беҙ бит ғашиҡтар өсөн!
Сихри нурға иҫергәндәр
Аңлайҙар төндөң көсөн.
Ҡабатлай тылсымлы һүҙҙе:
Был төн тик беҙҙең өсөн!
Күгеңдәге ҡояш һүнде...
Бер күреү ҙә уға шатлыҡ ине
Һинең татлы ҡараштарыңды.
Шуға, бәлки, һиҙмәгәндер ҙә ул
Ситләшергә тырышҡаныңды.
Күңелеңә гөлдәр булып шытты,
Тапап уҙҙың, ниңә өҙмәнең?
Ҡояш булып ҡалҡты һинең күккә,
Йылыһын да хатта һиҙмәнең.
Урғылды ул шишмә булып һиңә,
Уртламаның, тамсы ҡапманың.
Башҡа күҙҙәр араһында ла бер
Уныҡына ғына баҡманың.
Күмер атты йөрәк усағыңа,
Тырыштың һин шул саҡ янмаҫҡа
Һәм күгеңдә ҡояш кинәт һүнде,
Анттар итеп ҡабат ҡалҡмаҫҡа.
Көтмәҫ
(Йыр)
Ҡайтып киләм әле тыуған яҡҡа,
Көтмәҫкәйем, мине ҡаршыла.
Йәнләнгәндәй булып һиндә ҡалған
Хәтирәләр сыға ҡаршыма.
Ҡушымта
Көтмәҫ, көтмәҫ, көтмәҫ,
Көтөп тормай, китәр ағып,
Көтмәҫ йылғаһы аҡҡан ерҙә
Тора минең тыуған яғым.
Һәр ҡыуағы бәләкәйҙән таныш,
Һәр һуҡмағы миңә ти, сәләм.
Атай, әсәй, сәләм тип ҡайтам,
Сәләм, тыуғын яғым, сәләм, сәләм!
Ҡушымта
Тыуған яғым ҡышы миңә тик наҙ,
Көҙҙәре лә уның алтындан.
Һиңә бына тағы ашҡынам,
Ҡосаҡ йәйеп, мине ҡаршыла!
Ҡушымта
Бар нәмәне ваҡыт дауалар
Һин тип мин ҡабат өҙгөләнмәм,
Берҙән-берем булыр тик бүтән.
Маңлай күҙем һине күрһә лә,
Күңелдеке менән һис күрмәм.
Утлы йөрәк дөрләп янһа ла,
Тышта булыр төньяҡ һалҡыны.
Күҙ йәштәрен эскә йотам мин,
Бер кем тоймаҫ минең ҡайғыны.
Бары тик һуң ғына айныным,
Йөрәк тигән нәмә һиндә юҡ.
Бар нәмәне ваҡыт дауалаһын, Киләсәктә һиңә урын юҡ!
Мин бөгөнгөм менән бәхетле!
Тағы бер көн шатлыҡ өҫтәп тыуҙы,
Ҡояш балҡый, зәңгәр күк көлә!
Сәскәләрҙән баллы еҫ бөркөлә,
Йәшәү йәме ергә түгелә!
Хыялымда тыуған йәрем янда,
Һөйөү мәңгелекме, ни хәтле?
Киләсәкте Раббым ғына белә,
Мин бөгөнгөм менән бәхетле.
Ҡаф тауҙары кәрәк түгел дәһә,
Булғанына ҡалһаң ҡәнәғәт.
Бер йылы һүҙ етә боҙ ирергә,
Бер йылы һүҙ – донъя йәмләнә!
Ауырлыҡтар килһә лә, һынмайыҡ –
Һынауҙарға булып рәхмәтле.
Шатлыҡтарҙы уртаҡлашыу –
бәхет,
Мин бөгөнгөм менән бәхетле.
Килер көндө Хоҙайға тапшырам.
Белә бит ул уны яҡшыраҡ.
Мин бөгөнгөм менән бәхетле,
Киләсәгем булһын яҡтыраҡ.
Теги: