Йәшәүҙән йәм табып

Йәшәүҙән йәм табыпАрхангел районы Абҙан ауылында ғүмер итеүсе Тәғлимә Рәхмәтулла ҡыҙы менән Илдар Нәжметдин улы Яҡшығоловтарҙың күркәм йортонан кеше өҙөлмәй. Ҡаланан туғандары ҡайтһынмы, әхирәттәре йомош менән инһенме, барыһын да үлән сәйе, үҙ ҡулдары менән әҙерләгән тәм-том менән һыйлай уңған хужабикә. Тормош иптәше вахта ысулы менән Себерҙә эшләй, ҡыҙҙары Илзидә менән Илүзә – Өфөлә. Тәғлимә ханым, ҡәҙерле кешеләрен һағынғанда, эш менән йөрәк һыҙлауын баҫа. Гөрләтеп баҡса үҫтерә, йәйен йәшелсә-емештән ҡайнатмалар, турамалар яһай. Ҡаралты тултырып, мал, ҡош-ҡорт аҫрай.
“Бешеренеү – бәләкәйҙән яратҡан шөғөлөм. Әсәйем дә аш-һыуға оҫта ине. Мин уға оҡшағанмын. Аш-һыу төрләндереүгә ижади ҡарайым, тиһәм дә була. Ябай ғына аҙыҡты әҙерләгәндә лә, үҙемдән ниндәйҙер яңылыҡ өҫтәп ебәрәм. Ашнаҡсыға уҡып сыҡҡайным, тик ауылда һөнәрем буйынса эш таба алманым. “Ләйсән” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып инде егерме йылдан ашыу эшләйем. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, тормошобоҙҙо йәмле итеп ҡороуымда балаларҙы яратыуым да ярҙам итә. Шаян, тиктормаҫ бәләкәстәр янында күңелһеҙләнеп йөрөп булмай. Улар алсаҡ ҡояштай күңелде иретә, наҙлай”, – ти үҙе лә балаларса ихласлыҡ менән мөләйем хужабикә.

Баллы сәк-сәк
Йәшәүҙән йәм табып

Ҡамыр өсөн ун йомортҡа, бер ҡалаҡ араҡы, бер ҡалаҡ көнбағыш майы, бер семтем сода, самалап он алына.
Сироп өсөн ике стакан шәкәр ҡомо, бер стакан һыу, бер ҡалаҡ бал талап ителә.
Һытылған йомортҡаларға бер ҡалаҡ араҡы, бер ҡалаҡ көнбағыш майы, бер семтем сода ҡушып туғыйбыҙ. Артабан он өҫтәп, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа ике сәғәткә ултыртып торабыҙ. Әҙер ҡамырҙан бауҙар әүәләйбеҙ ҙә 10 минутҡа һалып торабыҙ. Бауҙарҙан тигеҙ итеп бауырһаҡтар ҡырҡабыҙ.
Ҡаҙанға көнбағыш майы ҡойоп, ул әҙерәк йылынғас, ярты стакан һыуыҡ һыу ҡушабыҙ. Был көнбағыш майын бер эҫелектә тоторға ярҙам итә, һәм сәк-сәктәр ярылмай бешә. Шунда уҡ бауырһаҡтарҙы һалабыҙ. Ҡабарып сыҡҡансы бутай-бутай бешерәбеҙ. Унан һөҙөп, эмалле туҫтаҡ­ҡа ауҙарабыҙ.
Артабан сироп әҙерләнә. Шәкәр ҡомона һыу ҡушып, яй утта ярты сәғәт самаһы болғата-болғата ҡайнатабыҙ. Уттан алыр алдынан бер ҡалаҡ бал ҡушыла. Ошо татлы шыйыҡса менән бауырһаҡтарҙы тигеҙләп өйәбеҙ.

Балтырған ашы
Йәшәүҙән йәм табып

Өс литр һыуға 300 грамм йәш балтырған япрағы, 4-5 бәрәңге, бер йомортҡа, бер стакан самаһы он, тәменә ҡарап тоҙ алына.
Ҡайнаған тоҙло һыуға әрселгән һәм ваҡлап туралған бәрәңге төшө­рәбеҙ. Онға бер йомортҡа һытып, ыумас ыуабыҙ. Әүәләнгән ҡамыр киҫәктәрен һурпаға һалабыҙ. Яңы ғына өҙөлгән балтырғанды һалҡын, унан йылымыс һыуҙа сайҡатабыҙ ҙа, ваҡлап турап, ашҡа өҫтәйбеҙ. 10–15 минут ҡайнағас, уттан алабыҙ. Табын­ға әсе ҡорот, яңы айыртылған ҡаймаҡ йәки ҡатыҡ менән тәҡдим ителә.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
яҙып алды.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Архангел районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook