«Сәбәптәр юҡ миңә үкенергә»

«Сәбәптәр юҡ миңә үкенергә»Бер аҡыл эйәһе: «Сәхнәлә ике төрлө холоҡло кешеләр осрай, бик һирәктәре генә сән­-ғәтте һөйә, уның хаҡына йөрәк көсөн йәлләмәй хеҙмәт итә, ә инде икенселәре, улар күпселек, сәнғәттә үҙҙәрен ярата, дан һәм билдәлелек хаҡына тырыша», – тигән. Бөтә ижади ғүмерен опера сәнғәтенә арнаған Зәйтүнә Сабир ҡыҙы Таулыҡаева-Ғәзизованы мин һис икеләнеүһеҙ шул һирәктәр араһына индерер инем.
Зәйтүнә Сабир ҡыҙының тыуған ауылы Айыулы (ул Хәйбулла районында, Быҙаулыҡ йылғаһы буйында ултыр­ған була) күптән юҡ инде. Ләкин заман елдәре тарафынан тирә-яҡҡа һибелер­гә мәжбүр ителгән кешеләр күңелендә үкенесле һағыныу хисе булып әле лә йә­шәй. «Кистәрен, тиҫтерҙәрем сыр-сыу килеп уйнағанда, мин ҡапҡа төбөндә иләҫләнеп аръяҡ урамдан ишетелгән ҡурай моңон тыңларға ярата инем. Таулыҡаев тигән фамилиялы бабай төрлө көйҙәр һуҙыр ине», – тип хәтерләй Зәй­түнә апай. Үҙҙәренең йортонда ла төрлө уйын ҡоралдарының тауышы өҙөлмәгән. Рәфҡәт ағаһы скрипкала өҙҙөрһә, Сажи­ҙә апаһы ла Темәс педагогия училище­һында өйрәнеп ҡайтып, мандолинала уйнаған, булдыра алғанса, туғандарын да өйрәткәндәр. Шуға ла, бәләкәй Зәйтү­нәнең күңеленә ҡайҙан шул хәтлем моң килеп оялаған, тип ғәжәпләнәһе түгел.
Йәшләй генә фажиғәле һәләк бул­ған атаһының: «Ни эшләһәң дә эшлә, һыйырҙы, өйҙө һатһаң, һат, балаларҙы, уҡытып, кеше ит», – тигән васыятына тоғро әсәһе, ниндәй генә ауырлыҡтар кисерһә лә, һигеҙ балаһын да аяҡҡа баҫтырып, оло юлға сығара.
Апайы, Өфөлә етемдәр өсөн туғы­ҙынсы мәктәп асылыуын белеп ҡалып, Зәйтүнәнән ҙурыраҡ Сүриәне шунда урынлаштыра. Үҙ сиратында Сүриә лә һеңлеһен баш ҡалаға саҡыртып ала. Етенсегә ауылдарҙан алмайбыҙ, тигәс­тәре, апайы ул саҡтағы мәғариф минист­ры Фатима Мостафинаға, һеңлемдең кире ҡайтыр ере юҡ, алмаһағыҙ, ҡайҙа итәйем, тип бара. Шулай итеп, бишенсе менән алтынсыны йүнләп уҡымаған килеш, бер ауыҙ русса белмәгән ҡыҙ баштан русса уҡыған балалар йортоно­ҡолар менән бер синыфта уҡый башлай. Бер ни аңламаһа ла, илай-илай ныҡышып ятлай ул дәрестәрен.
Бер көн рус теле уҡытыусыһы, уның яҡшы уҡып китеренә ышанмағандыр инде, Орехово-Зуевола тегенсегә уҡы­тырға төркөм йыялар, мин һине лә шул исемлеккә яҙҙым, ти. Шул саҡ ҡайҙан ҡыйыулыҡ килгәндер Зәйтүнәгә: «Мин Өфөгә белем алыр өсөн килдем, бер ҡайҙа ла китмәйем», – тип ҡырҡа әйтеп һала. Үҙенең наҙанлыҡ­тан түгел, ә тел белмәүе арҡаһында ыҙаланғанын аң­лай ул. Ауылдарҙан килеүселәрҙе һи­геҙенсегә генә алалар, зиһенле ҡыҙ нисек тә киләһе йылға шулар менән бер синыфҡа эләгергә уйлай. Бала ғына аңы менән уларҙың да русса белмәй киләсәктәре һәм улар араһында үҙе­нең үҙ булырын самалай ул.
Беренсе сентябрь көндө, бер кемдән дә һорап тормай, яңы синыфҡа инеп ултыра һәм уҡыу йылын алдынғылар рәтендә тамамлай. «Интернатта уҡыған саҡта үҙешмәкәр түңәрәккә лә йөрө­нөм. Шилов тигән кеше думбыраға өйрәтә ине, мандолинала уйнай белгәс, шунда яҙылдым. Беренсе тапҡыр фортепьяноны күреп, ҡыҙыҡ­һынып телдә­ренә баҫҡыслап ҡара­ғанымды иҫләйем. Музыка мине һәр саҡ үҙенә тарта ине», – ти Зәйтүнә апай.
Мәктәптән һуң да сәнғәт юлына тура ғына килеп эләкмәй ул. Юҡлыҡҡа аптырап, ауылына ҡайтып китә, әлеге лә баяғы Сүриә апайы, хат менән кире саҡырып алып, Стәрлетамаљта завод эшселәре әҙерләүсе курсҡа урынлаштыра. Унда бер ҡат кейем бирәләр һәм туҡланыу ҙа ойошторолған була. Станок артында хеҙмәт юлын башлай. Заводтың үҙешмәкәр түңәрәгендә йырлаған Зәйтүнәгә, урының сәхнәлә бит, тип әйтеүселәр күп була. Унан Стәрле музыка мәктәбендә уҡый, Өфөлә тыуған интернатында түңә­рәктәр алып бара, музыка училищеһын да бөтөрє, опера һәм балет театрында хорҙа эшләп ала, шунан филармонияға йырсы булып күсә. Шулай ваҡыт үтә тора.
«Мин бер ергә лә эшкә үҙем ны­ҡышып барманым, гел саҡырып алдылар», – ти ул. Тауышының мөмкинлектәрен ишетеп йөрөгән мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәрҙәре уны әллә нисә тапҡыр Мәскәү, Алматы консерваторияларына ҡоҙалап ҡарай. Үҙенә талапсан ҡыҙ, әле эске әҙерлегем етмәй, тип, баш тарта килә. Ләкин һирәктәрҙә генә булған киң диапазонлы тауышлы йырсыны артабан да уҡытырға теләп, һаман да өгөтләүҙән туҡтамайҙар. Бер мәл шулай гастролдә йөрөгән сағында, министрлыҡҡа саҡыралар. Унда Свердловск консерваторияһына һайлап алыу конкурстары бара икән. Бер әҙерлекһеҙ бәйгенең өсөнсө турына ғына килеп өлгөргән Зәйтүнә, үҙе лә аңғармаҫтан, студент булып китә.
Уҡытыусыһының, тауышың шәп, балҡып торасаҡ карьераңды һәләк итеп кейәүгә генә сыға күрмә, тигәненә ҡо­лаҡ һалмай, һөйгән егете Әсғәт Ғәзизовҡа тормошҡа сыға. Күп тә үтмәй, улы Марат тыуа. Сабыйы менән бергә­ләп тигәндәй уҡырға тура килә уларға. Шулай ҙа һуңғы өлөшөн тиҙләтеп уҡып, биш йыл урынына дүрт йылда консерваторияны тамамлап, белгес дипломын ҡулына ала. Диплом эше, Рәүф Морта­зиндың «Дауыл» операһындағы Хаят роле менән музыка театрҙары фестива­лендә дипломант та була әле ул.
«Сәбәптәр юҡ миңә үкенергә»
Илдең төрлө театрҙарына саҡыр­һалар ҙа, күңелендәге халҡы алдындағы бурыс тойғоһона буйһоноп, Өфөгә ҡайта. Уҡытыусыһы Нина Ивановна Уткинаның: “Һин йырламаһаң, баш­ҡорт телендәге арияларҙы кем башҡа­рыр һуң?”– тигән һүҙҙәре лә тәьҫир итмәй ҡалмай, әлбиттә. Йырсыны баш ҡалала ҙур өмөттәр бағлап ҡаршы алалар. Баш­ҡорт дәүләт опера һәм балет театрында солистка булып эш башлай.
Тик бына тормош иптәше менән генә юлдары айырылып ҡуя. Берҙән-бер улы Маратҡа лайыҡлы тәрбиә биреү, уға бәхетле бала саҡ бүләк итеү өсөн бар көсөн һала әсә кеше. «Яңғыҙ бала туғанлыҡ тойғоһон белеп үҫһен, тип, мөмкинселек сыҡҡан һайын, тыуған яҡтарыма алып ҡайттым, үҙем менән гастролдәргә лә йөрөнө, рус мәктәбендә уҡыһа ла, икәү-ара гел башҡортса ғына һөйләштек»,– ти Зәйтүнә апай. Улы, әсә өмөтөн аҡлап, мәктәпте алтын миҙалға, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын ҡыҙыл дипломға бөтөрөп, Төркиәләге Яҡын Көнсығыш техник университеты аспирантураһының дәү­ләт менән идара итеү факультетында уҡый, ғилми эшен инглиз телендә яҙып яҡлай. Әлеге көндә ул – Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары. Әсәһенең һәр яҡлап ярҙамсыһы ла, ғорурлығы ла.
Сопрано тауышлы, нескә генә һы­лыу Зәйтүнәгә сәхнәлә гел генә һағышлы ла, фажиғәле лә образдарҙы ышанып тапшыралар. Театрҙа утыҙ йыл самаһы эшләү дәүерендә ниндәй генә партиялар башҡармай ул. Башҡорт композиторҙарынан Р. Мортазиндың “Дауыл” операһында – Хаят, Яланбикә, Х. Әхмәтовтың “Замандаштар”ында – Зөһрә, З. Исмәғилевтың “Салауат Юлаев” операһында – Көнбикә, “Шәүрә”һендә – Яубикә, “Урал илселәре”ндә – Ҡуйһылыу, рус һәм сит ил авторҙарының операларынан П. Чайковскийҙың “Евгений Онегин” операһында – Ольга, “Пиковая дама”ла – Полина, А. Бородиндың “Князь Игорь” әҫәрендә – Кончаковна, Д. Пуччиниҙың “Чио-Чио-Сан”ында – Сузуки, Ш. Гуноның “Фауст” операһында – Зибель (малай) – илленән артыҡ ролдең барыһын да һанап бөтөрлөк түгел, һәр бер геройының йөрәк кисерештәрен үҙенекеләй күреп ҡабул итә ул. Бигерәк тә Дж. Вердиҙың “Дон Карлос” операһындағы Эболи ролендә тауышының бөтә мөмкинселектәрен тамашасыға асып күрһәтеүгә ирешә, әйткәндәй, был партияны һәр кем йырлай алмай, ул иркен тынлы, көслө тауыш талап итә. Батша ҡыҙы Эболи опера һөйөүселәр араһында шул тиклем ҙур һоҡланыу һәм тулҡынланыу уята. Тап ошо ҡаҙанышы өсөн Зәйтүнә Ғәзизоваға Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы исеме бирелә.
1973 йылда Ленинград ҡалаһында театр менән гастролдәрҙә булғанда, башҡорт халыҡ йырҙары “Таштуғай”, “Шәүрә”, Рәүф Мортазиндың “Түгел­мәһен әсәләрҙең күҙ йәше”н яҙҙыра. “Тиҙҙән улар ҙур тираж менән пластинка булып сыҡты һәм йәшен тиҙлегендә һатылып та бөттө”, – ти Зәйтүнә апай.
“Театр сәхнәһенән тыш, йәй һайын ауыл эшсәндәре алдында сығыш яһайбыҙ. Уларҙың алҡыштарынан да ихласырағы юҡтыр, йыл дауамына етерлек йән дауаһы алып ҡайта инек беҙ ул гастролдәрҙән”, – тип хәтерләй моңло йырсыбыҙ.
Зәйтүнә Сабир ҡыҙы Таулыҡаева-Ғәзизованың башҡорт опера сәнғәтен үҫтереүҙәге фиҙакәр хеҙмәте бик күп наградалар менән билдәлән­гән, йырсы уларҙың барыһын да ҡәҙерләп һаҡлай. Бөтөнөһөнә лә ризамын, үҙемде бә­хетле һанайым, ти ул. Инде күптән хаҡлы ялда булһа ла, сәнғәт өлкәһен­дәге яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынып бара. Аллаға шөкөр, радио һәм телевидение фондында Зәйтүнә апай баш­ҡарған йырҙар саңланып ятмай, эфир тулҡындарын биҙәп, яңғырап тора. “Уларҙы ишетһәм, йәшлегемә ҡайтҡандай булам”, – тип йылмая ул.
Зәйтүнә апайға быйыл – 75 йәш. Бөтә ғүмерен йыр сәнғәтенең ҡатмарлы төрө – операға арнаған Айыулы ауылынан Сабир Таулыҡаевтың моңло балаһының күңеле әле лә тынғы белмәй. Ейәндәре Айбулат менән Мансурҙың һәр уңышына һөйөнөп, уларҙы хәленән килгәнсе хәстәрләп йәшәй ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Өршәк йылғаһы буйынан, бик хозур урында урынлашҡан ерҙән баҡса алған. Шундағы имән-ҡайындар, күҙ яуын алған сәскәләргә ҡарап, эшләп арыһам да, күңелемә илһам алып ҡайтам, ти ул. Буш ваҡыттарында заманы һәм яҙмышы тураһында уйлана, кәйефенә ҡарап, күңеленә төрлө шиғыр юлдары килә:

Ризамын мин ошо яҙмышыма,
Намыҫыма тоғро булдым мин.
Саф күңелем, таҙа уйҙар менән
Ихлас изгелектәр ҡылдым мин.
Хәҙер инде, юғарынан ҡарап,
Баһа бирәм үткән ғүмергә.
Тырышлығым һутлы емеш бирҙе,
Сәбәптәр юҡ миңә үкенергә.
Был донъяла кеше юлсы һымаҡ,
Һәр кем үтә уны үҙенсә.
Кемдер берәү эҙ ҡалдырып үтә,
Ҡайһылары үтә һиҙмәйсә.
Мин үҙемде оҡшатамын дуҫтар
Ошо эҙ ҡалдырған юлсыға.
Күңелемде минең шул йыуата,
Дауамым бар ерҙә минең дә.
Сөнки хәҙер ҡайнар ҡаным аға
Улым, ейәндәрем тәнендә.

Ниндәй хаҡ юлдар! Артабан да бәхетле булығыҙ, Зәйтүнә апай!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


“Нет причин у меня для раскаяния”

Редактор отдела журнала Гульнара Хальфитдинова знакомит читателей с жизненным и творческим путем известной певицы, артистки Башкирского театра оперы и балета Зайтуны Газизовой.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook