“Башҡортостан ҡыҙы” журналының май һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының май һанына күҙәтеү Баҫманың яңы һаны уҡыусылар көтөп алған “Баш мөхәррир һүҙе” рубрикаһы менән асыла. Һәр гүзәл заттың күңелен имләп, йөрәгенә ҡанат ҡуйыр һүҙҙәр бар унда. Ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ заты асылындағы айырмалыҡтар, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе аҡыллы итеп ҡороуҙың ике яҡ өсөн дә ҡиммәт булыуы хаҡында тормошсан һәм тәрән фекерҙәр урын алған яҙмала.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын өйрәнеүсе журналист Фәрит Вәхитовтың “Тыуған иле уны онотмаһын” исемле мәҡәләһе аша оҙаҡ йылдар “билдәһеҙ юғалды” тип нарыҡланған, батырҙарса һәләк булған Миәкә ҡыҙы Зоя-Зәйтүнә Әлбаеваның үлемһеҙ даны, ниһайәт, тыуған халҡына әйләнеп ҡайтты! Шулай уҡ Рәхимә Мусинаның “Һуғыш балаларҙы ла батыр яһаны” исемле мәҡәләһен күҙ йәштәрен тыймайынса уҡып булмай. Үҫмер мәлдәре һуғыш ваҡытына тура килгән ҡыҙ-улдарҙың өлөшөнә төшкән ауыр һынауҙар хаҡында һөйләнелә унда.

Журналыбыҙ тышлығын биҙәгән эшҡыуар ханым Гөлнара Байрамғолова һәм уның һоҡланғыс ғаиләһе, тормош юлдарында осраған ҡатмарлыҡтар һәм хеҙмәт тәмен татып ҡыуанған минуттары хаҡында “Ихласлыҡтан донъя яҡтыраҡ” тигән мәҡәләлә Гөлдәр Яҡшығолова бәйән итә.

“Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһында автор Фәнирә Ғайсина был юлы никах серҙәрен аса. Шулай уҡ унда көндәлек тормошта мөһим ҡыҫҡа доғалар ҙа урын алған. Ә психолог Ғәлиә Сәлихова әлеге һанда бәлиғ булмаған йәштәр араһында осраған иртә никахтар проблемаһын күтәрә.

Гөлназ Ҡотоеваның “Яҙмыштарҙан көслөрәк” рубрикаһында сыҡҡан “Раббым – баш, милләтем – юлдаш...” тигән мәҡәләһендә иһә заманында республикабыҙ тарихында ҙур роль уйнаған, оло сәйәсәт даирәһенә үтеп инеп, үҙ һүҙен әйтә алған легендар шәхестәрҙең береһе – Разия Шәриф ҡыҙы Ҡолшәрипованың яҙмышы тасуирлана. Альбина Ғөбәйҙуллинаның “Күңел күҙҙәренә нур бөркөп” тип аталған мәҡәләһе – ирле-ҡатынлы икеһе лә арҙаҡлы педагогтар Лилиә Фаил ҡыҙы менән Юлай Камил улы Әмәкәсовтарҙың маҡсатлы ғаиләһе, уларҙың йәшәү фәлсәфәһе һәм бәхет сере хаҡында. “Парлы ғүмерҙәр” рубрикаһы ла был юлы тормошта уңыу өсөн иң мөһиме ышаныслы терәк кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Кино йылына арналған был материалда журналист Гөлнара Хәлфетдинова актриса Зиләрә Юлтаева һәм уның тормош иптәше, режиссер Руслан Юлтаевтың ижади һәм мөхәббәтле тандемы хаҡында һөйләй.

Журналда шулай уҡ заман талаптарына яуап биргән алдынғы уҡыу йорттарының береһе – Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында уңышлы эшләп килгән технология факультеты, был бүлектә уҡып сығыусы һөнәрмәндәрҙең баҙар шарттарындағы өҫтөнлөктәре хаҡында ла мәҡәлә урын алған.
“Әҙәби балҡыш”та фәйләсүф-шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның “Ғазап булғас, тимәк, бәхет булған” исемле яңы шәлкеме һәм уҡыусыларыбыҙ яратып өлгөргән йәш яҙыусы Рәйлә Сабитованың “Самауыр һырты биҙәк” хикәйәһе бөтәһенең дә күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.

“Сихәт” бүлегендә был юлы табип-гинеколог Гөлназ Нурғәлина ҡатын-ҡыҙҙарға эндометриоз сире, унан нисек һаҡланыу юлдары хаҡында аңлата. “Ғаилә янсығы”нда торлаҡ алыусылар ҡуллана алған һалым ҡайтармаһы хаҡында мәғлүмәттәр бирелгән.

Ҡул эшен һөйгәндәр – беләҙек яһау нескәлектәре, бешеренергә яратыусылар – тау йыуаһынан бөйөрөк әҙерләү ысулы, гүзәллеккә ынтылыусылар йәшәртеү көсөнә эйә битлектәр файҙаһы менән танышыр, гөл үҫтереүгә ылыҡҡандар ҙа үҙҙәренә кәрәкле матур кәңәштәр табып шатланыр.

Журналыбыҙға яҙылайыҡ, дуҫтарыбыҙ!



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook