Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың “тура линия”ла халыҡ менән һөйләшеүе
Төбәк башлығы менән тура эфир һөйләшеүендә журналыбыҙ мөхәрририәте ағзаһы, Баймаҡ районында йәшәүсе тоғро дуҫыбыҙ, әүҙем йәмәғәтсе Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина ла ҡатнашты. Ул, йәмәғәт ойошмалары исеменән сығыш яһап, кешеләрҙең тормошонда гәзит-журналдарҙың ифрат ҙур роль уйнауы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн рухиәтебеҙ терәге булған матбуғаттың үҙенә ярҙам талап ителеүе хаҡында бәйән итте. Рөстәм Зәки улы халыҡтың матбуғатты, ғөмүмән, рухиәтте һуғарыусы сараларҙы юғары баһалауына шатланыуын белдерҙе, шул уҡ ваҡытта интернетта яманлыҡ таратыусы сайттар ҙа бар, был бик хәүефле, тине. “Һуңғы ваҡытта интернет-селтәрҙә төрлө оппозициялар ҡиәфәте аҫтында низағ сәсеүсе структуралар ҙа үҙ эшен алып бара. Идеология, ресурстар өсөн көрәш көсәйә. Мин күп фекерлелек яҡлы. Ләкин күп фекерлелек ялғанға, яуапһыҙлыҡҡа әйләнә икән, хоҡуҡи саралар талап ителә, – тине ул. – Һеҙ күтәргән көнүҙәк тема яйға һалынасаҡ. Матбуғат халыҡты тәрбиәләүсе, гражданлыҡ ҡарашы тәрбиәләүсе булыуын дауам итәсәк”.
Теги: Тура линия