ҠАТЫНЫҢ ЕТӘКСЕ БУЛҺА

Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып ҡатын-ҡыҙ әсә, хужабикә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы һанала. Әммә ваҡыт үтә килә, «заман башҡа – заң башҡа» тигәндәй, донъяға ҡараш та, ҡиммәттәр ҙә үҙгәрә. Беҙ йәшәгән осор замана ҡатын-ҡыҙына ниндәй талаптарҡуя ла, ниндәй офоҡтар аса һуң?

Психологтар бөгөнгө гүзәл зат вәкилдәрен карьераға мөнәсәбәте буйынса өс төркөмгә бүлә. Беренсе төркөм һәр саҡ белем алыуға,юғарыраҡ вазифа биләүгә ынтыла. Ғаилә ҡороу, балалар табыу был осраҡта бер аҙ артҡы планға күсә. Икенсе төркөмгә ҡараған ҡатын-ҡыҙ ғаиләне беренсе урынға ҡуя. Улар йәшләй кейәүгә сыға, бала таба, ә карьера менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай. Өсөнсө төркөм өсөн ғаилә лә, карьера ла берҙәй мөһим. Юғары вазифаға үрләгән ҡатын-ҡыҙ яҡшы хужабикә, әсә була алмай, тигән фекерҙе беҙҙең йәмғиәттә йыш ишетергә тура килә. Әммә тормоштағы аныҡ миҫалдар был ҡарашты шик аҫтына ҡуя. Беҙҙең әйләнәтирәбеҙҙәге күпме ханымдар бәхетле ғаилә тормошон һәм уңышлы карьераны бергә алып бара бит! Быға өлгәшеү юлдары ниндәй икән?
Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook