Башҡортостан Ҡыҙы

Бер ҡатындың нисек ирен яңынан ғашиҡ иткәне

Бер ҡатындың нисек ирен яңынан ғашиҡ иткәне
Ире Фәриттең һуңғы ваҡытта телефонын өйҙә саҡта гел кеҫәһендә йөрөтөүе, төнө буйы ноутбугында эшләй башлауы Лилиәне бер аҙ һағайтып ҡуйһа ла, күңелен шөбһә биләмәй. «Иремә хыянат итеү түгел, был турала уй башыма ингәне булманы, уның тоғролоғон да шик аҫтына ҡуйырға сәбәп юҡ, минеңсә. Институт бөткән йылда уҡ өйләнешеп, инде донъябыҙҙы түңәрәк иткәнбеҙ. Ҡала уртаһында дүрт бүлмәле фатирҙа йәшәйбеҙ. Икебеҙ ҙә яҡшы эштә. Еткән улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙ Мәскәүҙә уҡый.

Муллыҡ айы – август аҙағында бөтә нәҫел-нәсәпте, дуҫтарҙы йыйып, гөрләтеп көмөш туй үткәрҙек. Айҙай тулы бәхетебеҙгә бер хәүеф-хәтәр ҙә янар һымаҡ түгел ине», – тип һөйләй ул.

Көмөш туйҙа кисергән шатлыҡлы хистәр ҡойононан йәшлеккә ҡайтҡандай була Лилиә. Иртәнсәк йыраҡтан килгән ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, ире «ял итеп алам» тип бүлмәгә инеп китә. «Арығандыр инде ҡәҙерлем, өҫтөнә ябып сығайым, – өйөн йыйыштырып бөткән Лилиә уның янына шулай тип инһә, Фәрите йоҡлап киткән, бәләкәй өҫтәлдәге ноутбугын да һүндермәгән. – Ял көндө лә эшләмәһәң...» Ноутбукты ябырға тотонған Лилиә йығылып китмәҫ өсөн ултырғысҡа сүгә: ире, баҡһаң, танышыу сайтында ултырған!

...«Өҫтөмә боҙло һыу ҡойҙолармы ни! Мин дә, балалар ҙа уның өсөн ҡәҙерһеҙ, кәрәкмәгән кешеләр инек, әйтерһең, тормошонда беҙ бөтөнләй юҡ, булмағанбыҙ ҙа – быны төшөнөп, әллә күпме шаңҡып ултырҙым, – тип тасуирлай ул саҡтағы хәлен Лилиә. – Иремдең аккаунтына логин һәм паролде нисек хәтеремдә ҡалдырғанымды үҙем дә белмәйем. Шул көндән башлап алған һәр хатын, ебәргән һәр хәбәрен уҡый башланым. Ашауҙан, йоҡонан яҙҙым...»
Ирен юғалта барыуын аңлауҙан йөрәге һыҙылған ҡатын бер кистә тәүәккәл аҙымға бара: танышыу сайтында теркәлеп, уның менән аралашыу юлдарын эҙләй башлай: «Фәрит тәү күргәндә оҙон сәсемә ғашиҡ булып, мине Һыуһылыу тип йөрөткәйне. Шуны иҫемә төшөрөп, сайтҡа үҙ фотомды түгел, һыу ҡыҙы һүрәтен ҡуйҙым, исемемде лә шулай тип атаным: Һыуһылыу. Кистәрен икебеҙ ике бүлмәлә ултырып, хат алыша башланыҡ. «Мине бер кем дә шулай һинең кеүек тәрән аңлағаны юҡ, торған һайын яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк һин минең өсөн» – был һүҙҙәрҙән ҡапма-ҡаршы тойғолар кисерәм: йылы бәхет тулҡынында бәүеләм дә ергә, һалҡын ысынбарлыҡҡа ҡайтам. Ә ысынбар­лыҡтың һалҡынлығынан һәр күҙәнәгем өшөй.

...Фәрит сайтта ошоғаса аралашҡан ҡатындарға ҡыҙыҡһыныуын бөтөнләй юғалтып, бар иғтибарын Һыуһылыуға йүнәлтте. Егерме биш йыл бергә йәшәгән иремде минән дә яҡшыраҡ өйрәнгән кеше юҡ: уны белеү йәһәтенән берәү ҙә минең менән ярыша алмай шул. «Ҡыҙыҡ ҡына тойғо миндә: һинең менән йөҙ йыл таныш кеүекмен» – был һүҙҙәрҙән, «фаш ителеп ҡуймайым» тип, тертләп китәм»...

...«Әйҙә, осрашыуҙы артабан һуҙмайыҡ? Ошо ялда күрешәйек. Ғүмер буйы эҙләгән кешем һин...» – ҡайнар тәҡдимгә яуап итеп Лилиә: «Ә ҡатының?» – тигән бик ҡыҫҡа һорау ебәрә. «Ныҡлы ҡарарға килдем: айырылышам!»

«Күңелдә әллә нисә төрлө теләк тыуҙы: унан үс алырға, әҙәм көлкөһөнә ҡалдырырға, тауыш ҡуптарырға. Ләкин, бер нимәгә ҡарамаҫтан, уны яратыуҙан туҡтаманым һәм был сырмалсыҡтан нисек сығырға белмәйенсә, сайтҡа бүтән инмәҫкә булдым. Аңлатып тороуҙы ла кәрәк тапманым, хәлемде еткерерлек һүҙ ҡөҙрәтем юҡ ине», – тип бүлешә Лилиә.

Ғашиҡ ир Һыуһылыуҙың юҡҡа сығыуын бик ауыр кисерә. Һурылып, ҡарайып китә. Мейеһендә йөҙ уй ҡайнаған сағында, күрәһең, ҡатынын йәш сағында Һыуһылыу тип йөрөтөүен келт итеп хәтеренә төшөрә. Хәйер, тормошоноң тик ҡатынына ғына билдәле мәлдәре хаҡында яҙышыуҙары ла башына барып етәлер, моғайын.
– Һыуһылыу – һинме ул әллә? – тип һорай, батырсылыҡ итеп.
– Эйе, мин.
– Үс алырға теләнеңме?
– Юҡ. Бары шул ғына: һине юғалтаһым килмәне.

Мәжнүн ире ашығып-ашығып әйберҙәрен юл сумкаһына тултыра. Ул ишекте шапылдатып ябып сығып киткәс, ҡатын хатта еңел һулап ҡуя: ниһайәт, мәхшәр тамамланды, алдаҡ донъяла буталып, үҙен юғалта яҙҙы түгелме? Ир-ат йөрәгендә һөйөү үлһә, уны ғаиләлә бер нәмә лә тота алмай: бәхетле үткәндәр ҙә, дөйөм хәстәр ҙә, балалар киләсәге лә, хатта иң нескә хәйлә лә, тип һығымта яһап, Лилиә үҙен тулыһынса яңы тормошҡа көйләргә тырыша. Тик күңелдәге төпһөҙ упҡындай бушлыҡты нисек тултырырға?

…Теп-теүәл ярты йылдан фатирҙа ишек ҡыңғырауы шылтырай. Күкрәгенән атылып сығырҙай типкән йөрәге таный: «Ул!» Шул уҡ юл сумкаһын иңенә аҫып, ишек төбөндә ире тора: «Булдыра алһаң, кисер…»

– Йөрәкте ялмаған һыҙланыуҙарҙы ла, мине шартлар хәлгә еткергән асыуымды ла, дәғүәләремде лә бер һүҙ менән дә белдермәнем. Улар шул минутта осоп юҡҡа сыҡты, – тип һөйләй Лилиә. – Был ҡаты һынауҙан һуң беҙ бер-беребеҙҙе бик һаҡлайбыҙ, яңылыш ҡына булһа ла ауыр һүҙ әйтеп ҡуймайыҡ, тип ҡурҡабыҙ. Ул мине йәш саҡтағыса Һыуһылыу тип атай башланы, ҡасандыр билгә тиклем төшкән сәсем яурынға ҡәҙәр ҡыҫҡарһа ла, шулай тиеүе бик оҡшай. Мөкиббән китеп яратыуын ҡарашынан, тауышынан, тын алышынан тоям. Ә танышыу сайтындағы мажараларыбыҙ хаҡында бөтөнләй һүҙ ҡуҙғатмайбыҙ. Әйтерһең, донъябыҙҙы емерә яҙған ул хәлдәр беҙҙең менән булмаған.
Альмира Кирәева.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2018) һанында уҡығыҙ.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook