Күңелдәге ҡояш һүнмәһен тип

Күңелдәге ҡояш һүнмәһен тип
«Көтмәгәндә донъям тура мәғәнәлә дөм-ҡараңғыға әйләнде – күҙ нурынан яҙҙым. Ғүмерем «ошоға тиклем» һәм «ошонан һуң» тигән ике өлөшкә бүленде. Күреү һәләтен юғалтҡандар яйлап үҙ халәтенә күнә, тиеүҙәре төптө дөрөҫ түгел. Уларҙың нисек йәшәүен аңлау өсөн биш кенә минутҡа күҙҙе бәйләп йөрөп ҡарарға кәрәк. Баш осомдағы ҡояш һүнгәндә күңел ҡояшымды һүндермәй һаҡлап ҡалырға оло йөрәкле бер кеше – «Статус» инклюзив театры режиссеры Гүзәл Дәүләтова булышлыҡ итте. Гүзәлдең ярҙамы менән күҙ нурымдың ҡайтасағына ышанысым артты, операцияға йыйынам». – Журналыбыҙҙы уҡыусы йәш ҡатындың нескә иңенә һуңғы ярты йылда төшкән һынауҙар тураһында ихлас уртаҡлашыуын беҙ тетрәнеп тыңланыҡ.
Күрмәгәндәр өсөн ҡараңғылыҡ донъяһынан яҡтылыҡҡа тәҙрә асҡан, дөпөлдәтеп үҙ аяҡтарында йөрөү бәхетенән мәхрүмдәргә тормошта ныҡ тороу тойғоһон нығытҡан, мәңгелек тынлыҡта йәшәүселәрҙең йөрәк ауазын еткерергә ярҙам иткән режиссер Гүзәл Дәүләтова менән танышыу теләге беҙҙе «Статус» инклюзив театрына алып килде.


«Статус» – республикалағы берҙән-бер инклюзив театр. Сәләмәт кешеләр ҙә, мөмкинлектәре сикләнгән актерҙар ҙа бергә уйнаған сәхнәнең барлыҡҡа килеүенә ни бары ике йыл булһа ла, баш ҡалала ул уңыш ҡаҙанған – «Халыҡ театры» исемен алып өлгөргән. Уның «авторы» Дәүләтованың бөтә ғүмере сәнғәт менән бәйле, тиеү һис арттырыу түгел. Гүзәл Риф ҡыҙы байтаҡ йылдарын Башҡортостандың рус дәүләт академия драма театрында режиссер ярҙамсыһы булараҡ, юғары профессиональ кимәлдә пьесаны сәхнәгә ҡуйыу нескәлектәрен энәһенән ебенә тиклем өйрәнеүгә арнаған.
«2000 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, драма режиссеры дипломын алғас, миндә ҡыйыу уй бөрөләнде: «Үҙ театрымды асҡым килә!» – тип һөйләй Гүзәл ханым. – Ул әкренләп кенә бөтә күңелемде яулап, гел әйҙәп торған хыялға әйләнде.

Ни өсөн тап инклюзив театр ойошторорға ҡарар иттем? Яратҡан туғаным – бер туған апайымдың улы көтмәгәндә инвалид булып ҡалғас, яҡын әхирәтем фажиғәгә тарып, һаулығын юғалтҡас, сәләмәт­лектәре сикләнгән кешеләрҙең үтә тар, бикле донъяла йәшәүен, йәмғиәттән ни тиклем айырылыуын күрҙем. Уларҙы, улар яҙмышына юлыҡҡан башҡаларҙы төшөнкөлөк даръяһынан тартып алырға теләүем инклюзив театр асырға этәргес булды».
Ошо мәлдә Дәүләтованың Бөтә Рәсәй «Факел» инвалидтар ойошма­һының республика бүлеге рәйесе, Рәсәй йыйылма командаһы менән 2008 һәм 2012 йылдарҙағы Паралимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсы Марат Йосопов менән танышыуын, яңы осрашҡан ике кешенең үҙенсәлекле театр асыу хаҡында уйҙары, игеҙәктәй, тап килеүен осраҡлы тип әйтергә мөмкинме? Юҡтыр.

«Мәскәүҙә, Паралимпия уйындарына әҙерлек үҙәгендә шөғөлләнгән ваҡытта, Таганкалағы театр спектаклдәренә беҙҙең егеттәрҙе лә йәлеп итә инеләр, – тип һөйләй Марат Рафаэль улы. – Ул спектаклдәрҙе ҡараған саҡта: «Ни эшләп беҙҙә, Башҡортостанда ла, шундай сәхнәләр булдырмаҫҡа?» – тип уйлай торғайным. Сөнки бөгөн бөтә донъяла мөмкинлектәре сикләнгән һәм сәләмәт кешеләр араһындағы кәртәләрҙе алып ташлауға йөҙ борҙолар. Был йүнәлештә мәҙәниәттең көсөн файҙаланыу бик дөрөҫ. «Инклюзия» һүҙенең асылы ла «айырыу, сығарыу» түгел, «индереү» тигәнде аңлата». Йосопов Гүзәл Риф ҡыҙының тәҡдимен хуплап ҡына ҡалмай, театрҙың етәксеһе, улай ғына ла түгел, төп ролдәрҙе башҡарыусыларҙың береһе булып китә.

Тәүге эштәрен – Надежда Птушки­наның «Иҫәркәй» спектаклен, тама­шасыларға оҡшауын күреп, ете тапҡыр күрһәткәндәр. Икенсе премьера – «Софи» пьесаһының авторы Гүзәл Дәүләтова үҙе. Артистар икенсе илдә йәшәүсе, башҡа ҡатламға ҡараусы геройҙарҙың холоҡ-тәбиғәтен, хис-тойғоһон, яҙмышын сағылдырғанда үҙҙәре өсөн бүтән донъяны аса. Спектаклдә һүҙ беҙҙең көндәрҙә Голландиялағы хәл тураһында бара. Хәтерен юғалтҡан Софи исемле ҡыҙ банкир ғаиләһенә эләгә. Софиҙы үлгән ҡатынына оҡшатыусы банкир, «һин минең ҡатыным» тип ышандырып, мөхәббәтен яуларға теләй. Етеш йорт, бала, бай ир – бәхет өсөн тағы ни кәрәк? Ләкин ҡыҙ был матур тормоштоң уныҡы түгеллеген тоя. Бер осрашыу барыһының да донъяһын селпәрәмә килтерә... Өҫтәп шуны әйтәйек, Софи мөхәббәте өсөн көрәшеүсе ике ир-егет ролен коляскала йөрөүсе Рауил Нафиҡов менән Марат Йосопов башҡара.

Спектакль башынан аҙағынаса тамашасыны ҡаты көсөргәнештә тота. Ҡыйыу алымдар яратыусы режиссер тап шундай ҡатмарлы сюжет һәм йылдам, ихлас уйын стиле күңелдең аҫтын өҫкә килтереп, мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйланырға мәжбүр итәсәк, тип ышана һәм яңылышмай. Ғәҙәти булмаған декорация, музыка спектаклдең тәьҫирен бермә-бер көсәйтеп, ваҡиғалар барышын сағыуыраҡ күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә.

Бөгөн халыҡ театры йөҙҙән ашыу кешене туплаған. Уның исеме тулыһынса есеменә тура килә: мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән бергә табиптар, музыканттар, уҡытыусылар, студенттар, хужабикәләр, хатта эшһеҙҙәр ҙә уйнай. Театрҙан башҡа йәшәй алмаусылар коллективтың үҙәген тәшкил итә. Сәнғәт илаһи дауалау ҡөҙрәтенә эйә: ауырыу кешенең дә, һауҙың да күңеленә ышаныс өҫтәй, баһаларын күтәрә, шәхес булараҡ үҫтерә: көслөрәк, ихласыраҡ, байыраҡ рухлы итә. Ҡаты сырхауҙарға һалынған ҡоршауҙарҙы алып ташлап, йән азатлығы менән бүләкләй.

«Театрҙа уйнау һеҙгә нимә бирә?» – тигән һорауға актерҙар төрлөсә яуап ҡайтара. «Яңы хис-тойғолар иленә сәйәхәт иттерә, ижад диңгеҙендә арҡыры-буй йөҙҙөрә, бығаса билдәле булмаған һәләттәребеҙҙе аса, зиһен офоҡтарын киңәйтә, ауырлыҡтарға еңелерәк ҡарап, донъяуи мәсьәләләрҙе тиҙерәк сисергә ярҙамлаша һәм иҫ киткес ҡәнәғәтлек бүләк итә», – ти улар. Асылда беҙҙең тормош үҙе театр бит.

Уйлап ҡараһаң, ошо халыҡ театры беҙ ынтылырға тейешле – кешеләрҙе сәләмәттәргә, ғәриптәргә һәм сирлеләргә бүлмәгән, араларына кәртәләр ҡуймаған шәфҡәтле йәмғиәттең бәләкәй генә бер өлгөһө булып тора. Ҡаты ауырыуға дусарҙарҙы «бахыр» тип йәлләп түгел, тиң күреп, сабырлыҡ менән ҡабул иткән, улар өсөн тигеҙ шарттар тыуҙырған миһырбан аҡыллы йәмғиәттә йәшәйә­сәгебеҙгә инандыра. Инклюзив театр тигән ҡабатланмаҫ күренеште бул­дырған Гүзәл Дәүләтованың кешеләрҙе бита­рафлыҡ сиренән ҡурсаларға ынтылыуы сикһеҙ һоҡланыу, ихтирам уята.
Альмира Кирәева.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2018) һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook