«Башҡа тормош та бар!»

«Башҡа тормош та бар!»Ике тиҫтә йыл буйы йәнен иҙгән иренән айырылған Гөлфиәнең тарихын уҡығас, ҡайһы берәүҙәр: «Үҙе ғәйепле. Кем шулай түҙеп йәшәргә ҡушҡан?» – тиер. «Ғәйепләргә ашыҡмағыҙ. Был һорауҙы ул үҙенә йөҙ тапҡыр биргән, тик тимер ҡоршауҙай тормошонан сығыуҙары ғына түгел, аңлауҙары ла еңел булмаған», – ти беҙгә уның яҙмышын бәйән итеүсе табип-психо­терапевт Резеда НАГАЕВА.

Йәш саҡта осрашып йөрөй башлағанда, Фәрхәт башҡа ғашиҡ егеттәрҙән бер яғы менән дә айырылмаған. «Яғымлы, иғтибарлы, миңә һоҡланып туя алмайынса: «Һинән дә матур ҡыҙ юҡ ер йөҙөндә!» – ти торғайны», – шулай тип һөйләй Гөлфиә танышҡан ваҡыттарын иҫкә төшөрөп. Ҡыҙҙы нимәлер һағайтып ҡуя-ҡуйыуын, тик нимә икәнен аңлап та етмәй, аңларға ла тырышмай: яратыуҙан күҙе томаланған мәле.

Ғаиләлә психологик көс ҡулланыу ҡапылдан ғына барлыҡҡа килмәй. Ул яйлап тамыр йәйә. Иренең ҡасан тәү тапҡыр күңелен киткәнен Гөлфиә яҡшы хәтерләй. Өйләнешкәндең икенсе көнөндә кисен ашарға ултырғас: «Вәт, тоҙһоҙһоң икән!» – ти Фәрхәт шарҡылдап көлөп. Ашҡа тоҙ һалып еткермәгәнһең, ти, йәнәһе. Кәләшенең кәйефе төшкәнен күреп, шунда уҡ кире ҡайта: «Шаярттым ғына бит!» Шул рәүешле шаяртыуҙар йышая бара. «Эй, үпкәселһең дә инде. Бер һүҙ әйтергә ярамай», – тигәнде ишетә торғас, Гөлфиә: «Ысынлап та, ерле-юҡҡа үпкәләп барам шикелле, – тип ышана башлай. – Шаяртыуы тупаҫыраҡ инде, асыуланырға түгел», – үҙен шулай тынысландыра. «Яңы күлдәк кейеп, кемде ҡаратырға йыйы­наһың?» – тиеүен дә ишетмәмешкә һалыша: ярата бит ул мине, бер аҙ көнләшә лә! Бала саҡ әхирәтенең килеүен өнәмәйенсә, аралашмауҙы талап итеүен дә тыныс ҡына ҡабул итә: әхирәт ҡәҙерлерәкме, ирме?

Фәрхәттең тағы бер яғы асыҡлана: алдашыуҙы бер ни урынына ла күрмәй икән. Иптәштәре менән эштән һуң байрам итеүе, уныңса, «өҫтәмә заказ алыу» тип атала. Алдашыуын, һуңлап ҡайтыуҙарын тыйырға тырышҡан ҡатынына һүҙе бер: «Алйып бараһыңмы әллә?» Гөлфиә үҙен шул саҡтарҙа ысынлап алйып барғандай тоя. Улы менән ҡыҙы хаҡында уйлау әсәне ысынбарлыҡҡа ҡайтара.

«Ир өйгә ашыҡмай икән, тимәк, унда йәм тапмай, мин донъямды матурыраҡ итергә, яҡшыраҡ, егәрлерәк булырға тейешмен», – бер ҡатлылығы менән ул шулай өмөтләнә. Тик йорттоң ҡыйып баҫҡыһыҙ таҙа, йыйнаҡ булыуы ла, өҫтәлдә борхоп ултырған тәмле ризыҡ та ирҙең йөҙөн асмай. «Ни тиклем уңғаныраҡ булһам, шул тиклем ҡәҙерем китте, – ти Гөлфиә. – Ярты төндән һуң, ашым һыуынғас ҡайтып инһә, һикереп тороп, йылытырға тотонам».
Ул үҙен атылырға торған уҡ менән сағыштыра. Кистәре «ҡасан ҡайта» тип, тәҙрәнән күҙен алмай үтә, төнөн, уйланып, уяулы-йоҡоло ята. Ял көндәрендә Гөлфиә иртәнсәк балаларын гел киҫәтеп тора: «Шым ғына булығыҙ, атайығыҙҙы уята күрмәгеҙ». Бөтә ғаилә шулай аяҡ осонда йөрөй.
Фәрхәт төшөрөп ҡайтҡан саҡта ҡаршы өндәшмәҫкә кәрәклеген тәүге йылдарҙа уҡ төшөнә. Ғөмүмән, иренә ҡаршы өндәшергә түгел. «Телемде тыйһам, янъял сыҡмаҫ ине», – тип күпме анттар әйткәндер.

«Сабыр ҡатын, шәп хужабикә, яҡшы әсәй, йәғни бар яҡлап та камил булһам, тормошом ыңғайланыр, тип уйлайым. Кеше алдында гел йылмайырға, көлөргә тырышам. Хәлемде һиҙеп торған туғандарыма: «Ҡыҫылмағыҙ. Беҙҙең барыһы ла һәйбәт!» – тип ҡабатлайым. Ғаилә­беҙҙе бәхетле иткем, шулай күрһәткем килә. Күмәкләшеп төшкән фотоларҙы «Бәйләнештә», «Класташтар» селтәрҙәренә ҡуям: беҙҙең, йәнәһе, ал да гөл...» – ысынбарлыҡҡа күҙ йоморға тырышыуҙарын Гөлфиә шулай тип хәтерләй.

Йылдар буйы үҙ яҙмышы, балаларының киләсәге хаҡында ултырып уйларға ла форсат тапмаған ҡатын бер көн ҡапыл шуны аңлай: ул иренән ҡурҡа. Ҡото осоп ҡурҡа. Был хис һәр күҙәнәген сорнаған. Балаларының ҡарашында ла йәнде һиҫкәндерер шул тойғоно ошоғаса нисек күрмәгән? Әллә мәрткә киткән булғанмы? Нисек ошо көнгә еткән? Киске табында Фәрхәттең ғәҙәттәгесә: «Итең бешмәгән, үҙең кеүек», – тип мығырҙауы етә ҡала, ул сайпылып түгелә. «Бешмәһә, ашама!» Ире бәреп ебәргән ҡалаҡтан ялтанып ҡала. «Берҙән-бер теләк шул ине: балаларымды алып, сығып китеү. «Етте! Мин айырылышам!» – тип ҡысҡырҙым. «Ана бара юлың! Кемгә кәрәкһең. Тәрбиәсе аҡсаһына нисек йәшәрһең икән? Малай менән ҡыҙ миндә ҡала», – теш араһынан сыҡҡан һүҙҙәр мине урыныма ултыртты. Кемгә баш төртәм? Атай-әсәй күптән мәрхүм, туғандарҙың үҙ тормошо. Фәрхәттең аҡсаһынан башҡа балаларҙы нисек уҡытырға? Ул дөрөҫ: мине көтөп тороусы юҡ, – тип һөйләй Гөлфиә иренән китергә уҡталып, кире һүрелеүе хаҡында. – Мин уның өсөн күптән «донъялағы иң матур ҡыҙ түгел», ә иң йәмһеҙ бисә. Көҙгөләге өркәк, төҫһөҙ ҡатын үҙемә лә оҡшамай. Ирем янында көсһөҙмөн, хатта аяғында саҡ баҫып торған иҫерек ваҡытында ла. Күҙҙәрендәге зәһәрлектән тамырҙарымдағы ҡаным туҡтай яҙа.

«Сығып кит! – тип өйҙән ҡыуа ул. – Китергә теләгәйнең бит». Һәр бәхәсте баштан-аяҡ әйләндерергә оҫта, йәнәһе, бөтәһенә лә мин ғәйепле.
Эйе, мин ғәйепле: ҡурҡаҡҡа әйләнеүем, ҡасандыр уны һайлауым, унан балалар табыуым өсөн. Уларҙың именлеге хәҙер төп маҡсатым булырға тейеш. Балалар хаҡына, улар атайлы үҫһен, туйҙарында һыңар ҡанат ҡош булмайым, тип ғүмер үткәреп, ниндәй оло хата яһағанлығымды көндән-көн тәрәнерәк аңлайым. Хаталарҙы төҙәтергә әле һуң түгел. «Балаларымды, мине һаҡла», – тип Хоҙайыма һыйынам һәм яҙмышымды уға тапшырам...»

Ғаиләлә көс ҡулланыу тәндәге йәрәхәт, биттәге күк кенә түгел, йән яралары күпкә оҙағыраҡ төҙәлә. Бер йыл элек иренән айырылған Гөлфиәнең яралары һаман ҡанһырай. Тәүҙә туғандарында йәшәгән, унан егерме йыл ҡорған донъяны бүлеп, фатир һатып алған ҡатын был аҙымды әллә ҡасан яһамағанына үкенә. Һәр ҡыштырҙауға тертләгән, йоҡоһо ҡасҡан, ҡобараһы осҡан һеңлеләрен психотерапевҡа яңыраҡ туғандары килтерҙе лә инде. Күңел төшөнкөлөгө, һис бөтмәҫ хәүеф тойғоһо, йән имгәнеүенән һуң була торған халәт – Гөлфиәнең торошон шулай тип билдәләргә мөмкин. Аҡса кәрәк булғас, тәрбиәсе һөнәрен алмаштырып, мәктәпкә уҡытырға барған. Тик директорҙың, уның урынбаҫарының ҡәҙимге генә талабынан да ҡан баҫымы күтәрелеп китә. Бер йыйылышта етәксе тауыш күтәргән икән, йөрәгенә йәбешкән. Иренең егерме йыл буйы йәберләүҙәре кистәрен, кино һымаҡ, күҙ алдынан үтә. «Үҙемдән бигерәк, балаларҙы бәхетһеҙ иткәнмен. Ҡыҙым, миңә ҡарап, «тормошта сабыр булырға, түҙеп йәшәргә кәрәк», тип үҫте. Улым, ир кеше шулай булырға тейеш, тип атаһынан өлгө алмаһын өсөн хафаланам. Балалар беҙҙең яҙмышты ҡабатлай күрмәһен», – ти ул.

Егерме йыл ғүмерен йәберҙә үткәрергә мәжбүр иткән сәбәптәрҙе барлайбыҙ. Гөлфиә башҡа кешеләрҙән айырылып, ҡабырсаҡта йәшәгән, шәфҡәтһеҙ иренең аҡсаһына мохтаж булған. Йоҡоһон туйҙырмайынса, гел арып йөрөгәс, үҙ хәлен нисек бар, шулай баһалай алмаған. Эшкинмәгәнһең, тип тылҡығандар – ышанған. «Бына хәҙер йәнемде ҡыйратыр», – тип көтөп йәшәү былай ҙа самалы көсөн алған. Иң мөһиме – иренең миһырбанһыҙлығынан бигерәк, унан башҡа йәшәүҙән ҡурҡҡан. Мәхшәрҙәй тормоштан башын йырған Гөлфиә иҫән-һау ҡотолғанына ҡыуана. Уның яҙмышында үҙен таныусы ханымдар ҙа булыр, тип уйлайым. Шулай иҙелеп, баш баҫып йәшәүсе ҡатындарға: «Башҡа тормош та бар!» – тип әйтергә теләй ул.
Альмира КИРӘЕВА
яҙып алды.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook