Шылтырат һин беҙгә, шылтырат

Шылтырат һин беҙгә, шылтырат– Мин ҡурҡам! Атайым менән әсәйем эштә. Шкаф артында Барабашка тора. – Балалар ышаныс телефонына сираттағы шылтыратыусы – алты йәшлек малай. Бәләкәстең мышҡылдап иларға етешкәне ишетелә.
– Минең исемем Вероника. Вәт ҡыҙыҡ! Бер ҡасан да Барабашка күргәнем юҡ. Ул ниндәй? Йә, һөйлә әле?
Консультанттың ундай һорау биреүен көтмәгән малай һүҙһеҙ ҡала.
– Һиңә, моғайын, ныҡ күңелһеҙ булғандыр ҙа шуға Барабашканы уйлап сығарғанһыңдыр. Эйе бит?
– Эйе. – Малай тыныслана төшә. Иң мөһиме – бер үҙе ҡалыуҙан ҡурҡыу солғаған сабыйға ошо мәлдә терәк булып, шик-шөбһәһен таратыу. Психолог тәүге минутта уҡ был маҡсатҡа өлгәшә.
– Э-э-эй, баштан уҡ әйтергә ине уны. Һиңә бик ҡыҙыҡ шөғөл табыр инек! Әкиәт яратаһыңмы?
– Яратам.
– Улай булғас, тыңла.


Балалар ышаныс телефоны консультанттары йыш ҡына шулай баланы әүрәтеп тынысландырыусыға, серҙәшкә, кәңәшсегә, хатта өйгә эш әҙерләшеүсегә әйләнә. Тик баяғыса әкиәт һөйләп кенә ултырырға тура килмәй, әлбиттә. Евгения ышаныс телефонында эшләй башлаған йылда күңелен урынынан ҡуптарып, бөтә елеген һурған ун биш минутлыҡ һөйләшеүҙе мәңге онотмаҫ. «Көн тыныс үтте, тип ҡыуанып ҡына ултырғанда бер ҡыҙ шылтырата. «Миңә ныҡ ҡыйын, ҡоҫҡом килә, башым әйләнә», ти. Ауырып киткәндер, тип бәйнә-бәйнә һорашам. Баҡһаң, ҡыҙ наркотиктар ҡуллана икән. Был юлы үҫмер организмы зәһәр ағыуҙы күтәрә алмаған. Һанаулы минуттар эсендә уның хәле насарайҙы, теле бәйләнде. «Йәһәт адресыңды әйт, «тиҙ ярҙам» ебәрәм!» – тип ҡысҡырам. Аңы томаланған ҡыҙ адресын иҫенә төшөрә алмай. Бына-бына уның һуштан яҙасағын беләм: «Телефонды ҡулыңдан ысҡындырмайынса ишегеңде ас, күршеләргә туҡылдат!» Күршеһенең ишеге шығырҙап асылғаны, «ни булды?» тигәне ишетелде һәм элемтә өҙөлдө», – тип һөйләй Евгения. Ышаныс телефонында эшләүселәр кире бәйләнешкә сыға алмай, сөнки шылтыратыусыларҙың номерҙары сағылмай, ни өсөн тигәндә, был хеҙмәт эшмәкәрлегенең төп нигеҙе – анонимлыҡ. Төнө буйы өҙгөләнеп сыҡҡан Евгенияға иртәнсәк шул уҡ тауыш шылтырата: «Рәхмәт һеҙгә! Дауаханаламын...»
Башҡортостанда балалар ышаныс телефоны, илебеҙҙең күп төбәктәрендәге кеүек, 2010 йылда Рәсәй балаларҙы яҡлау фонды һәм Ауыр тормош хәлендәге балаларға ярҙам фонды тәҡдиме менән ойошторола. Ул Республика ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәгенә ҡарай. Хеҙмәттең «Компас» тигән йүнәлеше тәүлек әйләнәһенә эшләһә, «Зебра» тигәне иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске туғыҙға тиклем шылтыратыуҙар ҡабул итә. Шуныһы ҡыҙыҡ: иң күп шылтыратыуҙар тәүлектең, йылдың билдәле бер ваҡытына тура килә. Мәҫәлән, дәрестәрҙең беренсе сменаһы бөткәс, икенсе смена тамамланғас, телефон бер минутҡа ла тынып тормай. Берҙәм дәүләт имтихандары осоронда, уҡыу йылы башланғанда – балалар ҙур көсөргәнеш кисергәндә, оҙайлы байрамдар алдынан, унан һуң – улар өйҙә яңғыҙ ҡалғанда мөрәжәғәттәр айырыуса күп.

– Нығынып бөтмәгән бала йәне өсөн бөгөн донъя бик ҡатмарлы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ата-әсәләр, эшкә бөтә көсөн һалып, улы йәки ҡыҙы менән һөйләшергә, уның эсендәген һорашып ултырырға ваҡыт тапмай. Ә бит өлкән кешегә бер ни күренмәгән проблема балаға тауҙай тойола. Ғөмүмән, уның өсөн ҙур йәки бәләкәй мәсьәлә юҡ – барыһы ла үтә мөһим. Яратҡан көсөгөн юғалтыу – йөрәгенә төшкән оло ҡайғы, ғашиҡ булып йөрөгән кешеһе менән ташлашыу – бәләкәй генә үлем, иптәштәренең ҡыйырһытыуы – һәләкәткә тиң. Кисерештәре, һыҙланыуҙары, баш етмәҫ һорауҙары менән яңғыҙ ҡалған үҫмерҙе яҡындары ишетмәй, аңламай икән, йәтмәһенә эләктерергә әҙер ҡара уйлы төркөмдәр етерлек, – тип һөйләй ышаныс телефоны психологтарының етәксеһе, супервайзер Лилиә Мәҡсүм ҡыҙы Шәрәфетдинова. – Беҙҙең бурыс – балаға ауыр булғанда, ул ни эшләргә белмәй өҙгөләнгәндә шул минуттарҙы уның менән бергә йәшәп, эске көсөн асырға ярҙам итеү, үҙенә ышаныс уятыу, сөңгөлгә тартҡан ҡараңғы уйҙарынан арындырып, яҡтылыҡҡа алып сығыу...
«Һөйләшеүҙәр яҙҙырыла, мәғлүмәт ҡайҙалыр тапшырыла икән», – тигән һүҙҙәр буш. Ғөмүмән, мөрәжәғәт итеүсе бөтөнләй исемен әйтмәҫкә мөмкин. Консультант-психологтар ҙа псевдоним буйынса эшләй.

8-800-2000-122, 8 (347) 264-44-34 – был телефон һандарын мөмкин тиклем күберәк атай-әсәй, балалар белергә тейеш, тип уйлайбыҙ.
Альмира КИРӘЕВА.


Теги: Балалар ышаныс телефоны




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook