Татыулыҡҡа ни етә?!

Татыулыҡҡа ни етә?!Бәхетле ғаилә парҙары, уйлап ҡараһаң, башҡаларҙан аҡыллыраҡ та, байыраҡ та, матурыраҡ та түгел. Улар бер нәмә: көндәлек тормошта кире тойғоларҙың ыңғай хистәрҙән өҫтөнлөк алыуына юл ҡуймауы менән айырыла.

Ләкин иң бәхетле һәм тотороҡло парҙар араһында ла ҡатмарлы осорҙар була. «Мөнәсәбәттәр химияһынан» бигерәк, конфликттан дөрөҫ сыға белеүе уларҙың ғаиләһен ныҡлы итә.

Әммә бер-береңде тыныс һәм яратып тыңлап, яйлап ҡына үҙ фекерегеҙҙе еткереү мөнәсәбәттәрҙәге бөтә проблемаларҙы хәл итә, тигән ҡараш һәр осраҡта ла үҙен аҡламай. Шулай итергә тырышҡан парҙар ҙур көсөргәнеш кисерә. Үпкәләрҙе ни тиклем оноторға теләгән хәлдә лә, бик һирәктәр яҡын кешеһенең тәнҡитен, рәнйетеүен ҡаҡшамаҫ тыныслыҡ менән ҡабул итә.

Ир менән ҡатын араһындағы аңлашылмаусанлыҡтарҙың яртыһынан күберәгендә хәл ителмәгән йәки ҡапыл ғына хәл ителмәҫлек проблемалар ята. Мәҫәлән, ата-әсәһе бәләкәйҙән Байрамбикә тип йөрөткән Әлфиә кеше араһында булырға, ҡунаҡҡа, киноға, театрға барырға ярата. Ире Ринат иһә ундай ерҙәрҙә йәм тапмай, уның өсөн иң рәхәте – өйҙә ял итеү. Әлфиә башҡалар һымаҡ ире менән парлашып йөрөргә теләй, ләкин ни тиклем тырышһа ла, Ринатты ҡайҙалыр алып сығыу мөмкин түгел. Шул арҡала һәр шәмбе асыуланышып туҡтайҙар.

Улар кеүек байтаҡ ғаилә парҙары бер-береһен үҙгәртергә тырышып, әллә күпме ваҡыт, көс әрәм итә. Тик мөһим айырмалыҡтарҙың сәбәбе ҡиммәттәрҙең һәм донъяға ҡараштарҙың төрлөлөгөндә – башлыса үҙгәртеп булмаған нәмәләрҙә бит. Бәхетлеләр был турала яҡшы белә һәм бер-береһен бөтә етешһеҙлектәре менән ҡабул итә.

Тотороҡло парҙар бәхәстәрҙең күбеһен аҙағынаса алып барып еткермәй. Мәҫәлән, күршелә илленән уҙған, балалары үҫеп таралышҡан бик күркәм пар йәшәй. Бәхәсләшә башлаһалар, ир тиҙерәк икенсе бүлмәгә инеп, телевизор тоҡандырыу яғын ҡарай, ҡатыны күңелен йыуатыр өсөн фитнес-клубҡа юллана. Бер нисә сәғәттән улар, асыуҙары һүрелгәс, һис ни булмағандай осраша. Күп осраҡта мөнәсәбәттәр ана шулай асыҡлап тормайынса ла яйлана.
Бөтөнләй бәхәсләшмәйенсә, «һин матур ҙа мин матур» тип кенә йәшәп булмай, әлбиттә. Әйткәндәй, ғаилә парының ни рәүешле бәхәсләшеүенә ҡарап, уларға айырылышыу хәүефе янаймы, юҡмы икәнен билдәләргә мөмкин. Тик ғаилә тарҡалыуға бәхәс сәбәбе түгел, ир менән ҡатындың нисек әрләшеүе килтереүсән.

Бәхәсләшкәндә мөнәсәбәттәр өсөн нимәләр ҡурҡыныс булыуын ҡарап үтәйек.

Һүҙҙең насар башланыуы

Насар башланған һүҙ насар тамамлана. Тәүге минуттан уҡ ябырылып һөйләшеү бер ҡасан да яҡшы бөтмәй.

Тәнҡит
Тәнҡит араларҙы боҙҙай һыуытыусы көс икәнен иҫтә тоторға кәрәк. Тормош иптәшегеҙҙең берәй ҡылығына иҫкәрмә яһау менән уны тәнҡитләү араһында айырма ҙур.

Мыҫҡыллау
Кешенән көлөп, уның һымаҡ ҡыланыу, уға ҡыйын булһын тигән маҡсаттан сығып кәмһетеү иң матур хистәрҙе лә томалай.

Ғәйепләү
Кешене ауырлыҡтарҙа тап ул ғәйепле икәненә ышандырырға тырышыу. Йәнәһе, башҡаларҙың быға бер ҡыҫылышы юҡ.

Берәүҙең ҡабырсаҡҡа бикләнеүе
Даими тәнҡитләүгә, кәмһетеүгә түҙә алмайынса, икәүҙең берәүһе күп осраҡта ғаилә тормошонан ситләшә. Үҙ-үҙенә бикләнеп, ул һыҙланыуҙы еңелерәк кисерә.

Иң нескә ептәрҙең өҙөлөүе
Гел һөжүм итеп, аяҡтан йығалар икән, йөрәгебеҙ йыш-йыш тибә башлай, ҡан баҫымы күтәрелә, ҡанда адреналин күбәйә. Йәғни был көсөргәнеште организм ғүмер өсөн ҡурҡыныс тип ҡабул итә. Беҙ үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән ауыр эҙемтәләрҙән һаҡланырға теләйбеҙ һәм тап шул саҡта икенсе яртыбыҙ менән бәйләп торған иң нескә ептәр өҙөлә лә инде.

Әлбиттә, был билдәләр мотлаҡ айырылышыу ҡурҡынысы хаҡында һөйләмәй. Әммә оҙаҡ ваҡыт дауамында йыш ҡабатлана икән, уйланырға урын бар.

Ныҡ никахтың нигеҙ ташы
Бәлки, күптәр өсөн бик сәйер яңғырар: бәхетле һәм ныҡлы ғаиләнең нигеҙендә иң элек дуҫлыҡ тойғоһо ята. Дуҫлыҡ романтик хистәр уята, ләкин мөнәсәбәттәрҙең үҙ-ара ярышҡа әйләнеүенә ирек бирмәй. Икәү аралашыуҙан кинәнес алып, бер-береңә наҙ һәм һоҡланыу менән бағаһығыҙ икән, ғаиләгеҙ ҡурсаулы, бәхәстәр һәм аңлашылмаусанлыҡтар ваҡытында ҡыҙып-ярһып киткәндә лә, ҡалҡанығыҙ бар. Ошо тойғоно һаҡлау һәм үҫтереү өсөн түбәндәгеләр ҙур әһәмиәткә эйә.
• Икенсе яртығыҙҙың донъяһын өйрәнегеҙ. Мөнәсәбәттәр тотороҡлолоғо өсөн уның хис-теләктәрен белеү генә аҙ, ҡыҙыҡһыныуҙары, дуҫтары менән танышығыҙ.
• Ғәҙәти тормошта ла романтикаға урын ҡалһын, сөнки бер-береңдән йөҙ бороу – хистәрҙең һүнә башлауына бер аҙым. Романтика – бергә үткәрелгән ялдан, шәм яҡтыһындағы киске аштан бигерәк, һәр көн бәләкәй булһа ла ихлас иғтибар менән ҡыуандырыу.
• Ғаиләлә бәхет оҙон ғүмер кисерһен өсөн йәнә бер шарт: идара итеү һәм вәкәләттәрҙең үҙ-ара тигеҙ бүленеүе мөһим.

Уртаҡ уйҙар, дөйөм маҡсаттар икәүҙе бөтөн иткән кеүек, бер-береңдең хыялдарын, ынтылыштарын хуплау ҙа яҡынайта, эҫендерә. Әммә икенсе яртыңды бәхетле итәм, тип, асылыңдан, өмөт-теләктәреңдән баш тартыу ғаиләгә һис ҡот өҫтәмәҫ. Бәхет – ҡорбан көткән ҡош түгел.
Резеда НАГАЕВА,
табип-психотерапевт.




Теги: Ғаилә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook