«Илһөйәрлек – булмышыбыҙҙа»

«Илһөйәрлек  – булмышыбыҙҙа»
Йәне илһөйәрлек менән һуғарылған, был халәте йәшәү рәүешендә, ғәмәлдәрендә сағылған аҫыл заттар менән көслө төйәгебеҙ. Ике йылда үҙен республикала ғына түгел, унан ситтә лә танытып өлгөргән «Мин – илһөйәр» төбәк-ара ойошмаһы ағзалары ла изге ниәттәрен уңышлы тормошҡа ашыра.
«Илеңде яратыуҙы көндәлек тормошта нисек итеп раҫларға?» – Даланлы эшҡыуар, сәмле спортсы, БР Ҡатнаш хәрби көрәш федерацияһы президенты Руслан Зариповтың күңелендә оҙаҡ йөрөгән һорауға яуап булараҡ барлыҡҡа килә лә инде был ойошма. Руслан Булат улы үҙе тирәләй йәнтөйәгебеҙ, оло Ватаныбыҙ, халҡыбыҙ киләсәгенә битараф булмаған, ялҡынлы йөрәкле фекерҙәштәрен туплаған. Ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләүҙең ни өсөн бөгөн үтә мөһим булыуын еткереүҙе маҡсат иткән ойошма Рәсәй Геройҙары ассоциацияһы ярҙамында төҙөлгән һәм үҙ эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһы Башлығы булышлығында алып бара.

«Илһөйәрлек  – булмышыбыҙҙа»

Замандың иң оло бурысы
…Халҡыбыҙ йөрәк түрендәген ҡысҡырып йөрөргә күнекмәгән. Ойошма ағзалары ла үҙ бурысын яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләп түгел, төрлө ижади проекттар һәм мәҙәни саралар, спорт ярыштары үткәреп, спорт һәм патриотик клубтар селтәрен киңәйтеп, балалар үҙәк­тәренә, коррекцион мәктәп-интернаттарға, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, мохтаждарға ярҙам итеп бойомға ашыра. Быларҙың барыһы ла дәүләт власы, урындағы үҙидаралыҡ органдары, мәғариф ойошмалары, башҡа йәмәғәт берекмәләре менән килешеп, улар менән берлектә уҙғарыла.
Әлеге заманда йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүҙән дә олораҡ бурыс юҡ, тиеү тамсы ла арттырыу булмаҫ. Ватансылыҡ, уйлап ҡараһаң, – беҙҙең өсөн хис кенә түгел, булмышыбыҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө. Рухи ҡиблаларҙы онотоуҙың, уларға хыянат итеүҙең, ғөмүмән, илһөйәрлек тәрбиәләүҙе күҙҙән ысҡындырыуҙың әҙәм балаһы, нәҫел өсөн генә түгел, тотош халыҡ, хатта ил өсөн оло һәләкәт, ҡайтарып булмаҫтай юғалтыу икәнен Украинаның фажиғәле яҙмышында күрәбеҙ. Кешеләрҙең үҙ илен һөйөүе, уның өсөн яныуы – йәмғиәттең тотороҡло үҫеше, дәүләттең именлеге өсөн мөһим шарт. Ул тамырҙы йолҡоуға юл ҡуйыла икән, халыҡтарҙы ҡыйратыу бер ни тормай…

«Батырҙарҙы йөҙҙәренән таныйыҡ!»
…«Мин – илһөйәр» үҙ проекттарын «2016 – 2020 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү» дәүләт програм­маһына ярашлы атҡара. Мәҫәлән, былтыр уҙғарылған «Үлемһеҙ полк. Минең батырым» республика интернет-конкурсы Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығына арналған. 7-нән 30 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар ғаиләләге билдәле шәхестең, һуғыш йәки хеҙмәт ветеранының республика, ил үҫешенә индергән ҡаҙанышын эссе, инша, хикәйә, мультимедиалы презентация, видеофильм аша күрһәткән, документаль сығанаҡтар ҡулланып, ғаилә тарихын сағылдырған. Иң яҡшы эштәр дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланған. Ғаилә тарихын мәңгеләш­тереүселәр нәҫелдәр йылъяҙ­маһының таныш булмаған биттәрен асҡан. Бының, асылда, ил тарихын яҙыу икәнен аңлау, һис шикһеҙ, уларҙың үҙбаһаһын күтәргән. Эштәрен яҡлап халыҡ араһында сығыш яһау, аралашыу даирәһенең киңәйеүе иһә йәштәрҙең социаль әүҙемлеген, гражданлыҡ ҡарашын нығытып, күңелдәренә ышаныс өҫтәгән, шәхес булараҡ асылырға ярҙам иткән...

…«Илһөйәрҙәр һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм!» тигән интернет-проект бигерәк тә ҙур популярлыҡ яулаған. Унда 7-нән 60 йәшкә тиклемге 300 ҡатнашыусы тәрән ижади эҙләнеү­ҙәрен тәҡдим иткән. Респуб­ликабыҙҙың 50 районынан, туғыҙ ҡалаһынан килгән эштәр – халҡыбыҙҙың үҙ тамырҙарын етди өйрәнеүе дәлиле. Бәйгегә йомғаҡ яһау байрамына Рәсәй Президенты шәжәрәһе хаҡындағы китап авторы, ил башлығының туғаны А.М. Путиндың килеп, бик мәғлүмәтле телмәр тотоуын ҙур мәртәбә булараҡ ҡабул итәләр, данлы нәҫел хаҡындағы күп йыллыҡ тикшеренеүҙәрҙе олоһо ла, кесеһе лә ауыҙын асып тыңлай...

…Социаль әһәмиәткә эйә акциялар үткәреү бында айырым иғтибарҙа. «Илһөйәрҙәр беҙҙең менән! Илһөйәрҙәр – балаларға!», «Батыр­ҙарыбыҙҙы йөҙҙәренән таныйыҡ!» гражданлыҡ-патриотик хәйриә сараларында балалар һәм йәштәр менән осрашыуҙарға яугир-интернацио­налистарҙы, Рәсәй Геройҙарын, Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарын, хеҙмәт ветерандарын саҡыралар...

…«Үҙебеҙ ҙә йыш ҡына осрашыуҙарҙан һуң оҙаҡ уйланып йөрөйбөҙ. Мәҫәлән, ауыр яҙмышлы малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың ваҡытлыса төйәге – Республика балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәгенән һәр ваҡыт тетрәнеп ҡайтабыҙ. «Хәлдәрегеҙ нисек?» – тип һорау етә, улар бар тормошон асып һала – өйҙә ата-әсәһе эсеүен, һуғышыуын, тик уларҙы барыбер һағыныуҙарын, йәлләүҙәрен, үҙҙәренең наркотиктар ҡулланыу йәки урлашыу арҡаһында бында эләгеүҙәрен, күңелдәрендә йөрөткән матур хыялдарын, ата-әсәләре яҙмышын ҡабатларға теләмәүҙәрен. Был балаларҙың киләсәге яҡты булһын тиһәк, улар йөрәгенә ата-әсәһе, уратып алған донъяһы бирә алмағанды беҙ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, күмәкләп һалырға тырышырға тейешбеҙ», – тип бүлешә ойошма әүҙемселәре...

Алтын бағаналарыбыҙ терәк булһын
…«Мәҙәниәтебеҙ, әҙәбиәтебеҙ, тарихыбыҙ һәм телебеҙ – рухиәттең алтын бағаналарына таянғанда, беҙ көслө, ғәйрәтле», – Руслан Зари­повтың урынбаҫары һәм рухташ­тарының береһе, уның күңелендәген ысынға әйләндерешеп, ойошма тормошон ҡотло итеүсе Рәйлә Вәхитова шулай ти...
«Илһөйәрлек  – булмышыбыҙҙа»
…Илһөйәрлек тигән ғәйәт оло мәғәнәгә ойошма ағзалары үҙенең, ғаиләһенең төшөнсәһен дә һала. Ватансылыҡ – улар өсөн ете быуын бабаларыИлһөйәрлек тигән ғәйәт оло мәғәнәгә ойошма ағзалары, Рәйлә Камил ҡыҙы кеүек, үҙенең, ғаиләһенең төшөнсәһен дә һала. Ватансылыҡ – улар өсөн ете быуын бабаларының риүәйәттәрҙә сағылған тарихы, инҡилаптарҙа башын һалған батырҙарыбыҙ даны, халҡының өмөтө, һыҙланыуҙары, бәхете...
Альмира КИРӘЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Мин - илһөйәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook