Башҡортостан Ҡыҙы

Фәрештәләргә тиң зат

Фәрештәләргә тиң зат...Йылы мөнәсәбәткә, әсә наҙына һыуһаған сабый шунда уҡ Ғәйнетдиновтарға ылығып китә. «Иҫ киткес бала булды Дилбәр. Мыжыманы ла, иламаны ла, артыҡ ауырлыҡтар ҙа тыуҙырманы. Яҡшы уҡыны, Мәскәүҙәге Президент шыршыһында ла ҡатнашты, мәктәптән һуң бер юлы өс ергә уҡырға инде», – ти Әнисә апай. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, бәхетһеҙлек килә: Рәмил ҡустыһы, алты балаһын етем ҡалдырып, фажиғәле вафат була. Әсә кеше, хәмер шауҡымына бирелеп, ҡайҙалыр сығып киткән була. Әнисә апай инде ҡалған балаларҙы ла тәрбиәгә алыу тураһында иптәше менән кәңәшләшә. «Алып киләһең балаларҙы, тик бер ҡасан да рәнйетмәйһең. Мин һеҙҙе ашатам, ҡарайым, тип йәндәренә теймәйһең», – ти Рафаэль ағай...

… Тәүҙә, Дилә менән Әлфирҙе алып киләләр. Луиза, Люция һәм Шамилды ваҡытлыса Учалы балалар йортона урынлаштыралар. Опенкунлыҡҡа документтар юллағансы бер йыл үтә. «Еңел генә түгел, әлбиттә, төрлө саҡ булды. Таңғы алтынан тороп, көн дә икмәк бешерәм. Балалар үҫкәндә тамаҡ ашауға шәп була бит. Көн һайын өс икмәк һатып алһаҡ, өсөһөн мейестә бешерәм. Алтау янына етенсеһе лә һыйҙы: уҡырға ингәс, бер туған һеңлемдең ҡыҙы Гөлгөнә лә беҙҙә йәшәне», – ти ҡаһарман апай…
Нурия ӘХТӘМОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2018) һанында уҡығыҙ.


Теги: Ғаилә Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook