Башҡортостан Ҡыҙы

«Сәңгелдәк»ле уның донъяһы

«Сәңгелдәк»ле уның донъяһы«Тамыр» – бер радиотапшырыуҙан башланып, хәҙер тәүлек әйләнәһенә эшләгән, күп проекттарҙы берләштергән бөтә Рәсәйгә берҙән-бер төбәк балалар каналы. Бөгөн уны арҙаҡлы журналист, тиҫтәләгән фильмдар авторы Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина етәкләй. Тап уның ҡулы аҫтында «Тамыр» эшмәкәрлеге киң ҡолас алды. Бында эшләнгән проекттар халыҡ-ара фестивалдәрҙә гел еңеүселәр рәтендә. «Тамыр»ҙың үҙ вокаль ансамбле бар, уның сығарылыш уҡыусылары, йәнә лә «Сулпылар» еңеүселәре – бөгөн башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары. Каналдың «Оло сумаҙан» проектын хатта үҙәк каналдар һатып алған.
«Тамыр» – үҙе бер сағыу донъя. Әммә уның йөҙөк ҡашы булып инде егерме биш йыл «Сәңгелдәк» тапшырыуы иҫәпләнә. Был программала эшләп киткәндәр бер ерҙә лә юғалып ҡалмай. Уларҙың күбеһе бөгөн төрлө даирәләрҙә уңыш ҡаҙанып, исемдәрен донъя кимәлендә яңғыратҡан шәхестәр. «Сәңгелдәк» мөхәррирҙәре араһында уны иң оҙаҡ йылдар дауамында әҙерләүсе – тапшырыуҙың тоғро хеҙмәткәре Гөлназ Ишемғолова.


…Билдәле журналист, «Тамыр» каналының оҫта ижадсыларының береһе Гөлназ Рафаэль ҡыҙы – сығышы менән Күгәрсен районы Теләүембәт ауылынан. Ауылда туғыҙынсыны тамамлағас, Өфөгә Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатына килә ул. Бәләкәйҙән «Башҡортостан пионеры» гәзитенә яҙышып «Йәш хәбәрсе» исемен алған һылыу гимназия тормошоноң уртаһында ҡайнай. Бөйөк шағирға арналған «Һабантурғай йыры» (режиссеры Р. А. Исмәғилев) исемле фильмға ла төшә. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡығанда иһә «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенең әүҙем ағзаһы була.

Диплом алғас, бер аҙ мәктәптә уҡыта, әлеге эшендә – ун туғыҙ йыл. Ике тиҫтә йыл дауамында бәләкәй балалар менән «Сәңгелдәк» төшөрөү уның холоҡ-фиғеленә лә үҙ һыҙаттарын һалған. Һәр саҡ йылмайып йөрөгән, йомшаҡ телле апайҙарын бәләкәстәр бик ярата.
«Сәңгелдәк» менән бер ҡатарҙан ошо йылдар эсендә каналдың байтаҡ тапшырыуҙарында үҙен һынап ҡарай ул. Радиола «Иләү», «Аҡ елкән», «Көнбағыш», «Моңасҡыс» тапшырыуҙарын әҙерләп алып бара. Телевидениела «Сулпылар», «ӘЮЯ ҡаласығы», «Портрет», «Әкиәт китабы», ШОС һәм БРИКС-ҡа арналған «Бауырһаҡ»тар, «Бәхетнамә», «Уңайлы мөхит» дәүләт программаһы буйынса режиссер Айгөл Малбаева менән социаль роликтар эшләй. Барыһын да яратып, күңел биреп башҡара. Шулай уҡ «Тамыр»ҙың төрлө байрамдарға арнап үткәргән концерттарына сценарийҙар яҙа тынғыһыҙ ижадсы. Уҡытыусылар һәм мәктәп уҡыусылары араһында ҙур уңыш ҡаҙанған «ӘЮЯ ҡаласығы»н айырым билдәләү зарур. Баланы мәктәпкә әҙерләргә ярҙам итеүсе был тапшырыу аша мөхәррир үҙенең һөнәри кимәленең юғарылығын раҫланы. «Тамыр» – Гөлназ Ишемғолова өсөн ижад майҙаны. Ғүмерен ошо канал менән бәйләүен ул бәхеткә тиңләй…

…Башҡарған эшенең емештәрен тиреп, тормошҡа ҡыуанып йәшәй белә Гөлназ. Һөйөклө ҡатын, Арыҫлан, Нурсолтан улдарына хәстәрлекле әсә лә. Ул эшләгән тапшырыуҙар бер кемде лә битараф ҡалдырмай, республикабыҙҙың министрлыҡтары һәм башҡа ойошмалары тарафынан тапшырылған грамоталар, дипломдар, рәхмәт хаттары шул хаҡта һөйләй.
«Барыбыҙ ҙа тере кеше, арытып киткән мәлдәр ҙә була. Әммә яратҡан «Тамыр»ыбыҙҙың ишеген асып үтеү менән барыһы онотола. Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү, ошонда кәрәклегеңде тойоу йәшәүгә көс бирә», – ти Сәңгелдәк апай.
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Тамыр каналы




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook