«Йөрәккәйем!»

«Йөрәккәйем!»Үҙен яҡшы тойһон, күтәренке кәйефтә йөрөһөн өсөн ҡатын-ҡыҙға сама менән тәмле-татлы менән һыйланыу ҙа кәрәк, ти психологтар. Кәнфит-шоколадтан, торт-печеньенан кем баш тартһын! Күгәрсен районы Мораҡ ауылында йәшәгән Гөлсәсәк Псәнчина бөгөн беҙҙе иҫ киткес тәмле, биҙәлеше менән дә күңелде яуларлыҡ торт бешерергә өйрәтә.

Бешеренергә бәләкәйҙән ярата Гөлсәсәк. «Кескәй генә сағымда әсәйем баллы торт, манник бешерә башлаһа, эргәһендә уралып йөрөй инем. Үҫә төшкәс инде атай-әсәйемде, туғандарымды үҙем тәм-том менән һыйлай башланым», – ти ул. Тәүге тапҡыр торт бешергәне бөгөнгөләй хәтерендә. Ун бер йәштәрҙә булғандыр. Ниндәйҙер сәбәп менән тортҡа тип эшләнгән крем килеп сыҡмай («Ҡайнатылған крем булғандыр ул, моғайын», – тип фаразлай бөгөн инде был йәһәттән байтаҡ тәжрибә туплаған Гөлсәсәк). Шулай булһа ла, атаһы ҡыҙы бешергән тортты маҡтай-маҡтай ашай... Тап шул саҡта яҡын кешеһенең ваҡытында әйтелгән йылы һүҙҙәре уны артабан да был шөғөлөн ташламай, үҫтерергә, бөгөнгө оҫталыҡҡа етергә этәргес булғандыр ҙа. Быны бөгөн, инде үҙе әсәй булғас, яҡшы аңлай Гөлсәсәк. Тормош иптәше Эльвир менән баһадирҙай ике ул: Динар менән Дамирҙы үҫтерәләр улар.
Журнал уҡыусылар хөкөмөнә Гөлсәсәк үҙе яратып бешергән тортты тәҡдим итә. «Ул бик тиҙ һәм ябай әҙерләнә, үҙе тәмле, күркәм», – ти ул. Был торт менән һөйгәнегеҙҙе ҡыуандыра алаһығыҙ.

«Йөрәккәйем» торты
Ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, 3 стакан он, 100 грамм өй йылыһында тороп йомшарған аҡ май, 1 стакан шәкәр ҡомо, 2 балғалаҡ бал, 1,5 балғалаҡ аш содаһы, бер семтем тоҙ кәрәк.
Кремға 150 грамм аҡ май (82 %), 150 грамм шәкәр ҡомо, 450 грамм йомшаҡ сыр (сливочный) кәрәк.


Тортыбыҙ йөрәк рәүешендә буласаҡ. Бының өсөн алдан ҡатырға йәки ҡағыҙға йөрәк һүрәте төшөрөп, ҡырҡып әҙерләп ҡуяйыҡ.
Йомортҡаны һытабыҙ ҙа шәкәр ҡомо, тоҙ, аҡ май, бал, аш содаһы, он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ул саҡ ҡына ҡулға йәбешеп торһа ла ҡурҡыныс түгел. Ҡамырҙы шыптырға төрөп, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.

Ул арала кремды әҙерләйек. Тәүҙә аҡ май һәм шәкәр ҡомон миксер менән әйләндерәбеҙ, шунан йомшаҡ сырҙы ҡушып, әйләндереүҙе дауам итәбеҙ. Өҫтөн шыптыр менән ябып, шулай уҡ һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Ҡамырҙы 5 – 8 сантиметр ҡалынлығында йәйәбеҙ ҙә табаға күсереп һалабыҙ. Шунан өҫтөнә йөрәк һүрәтен ҡуйып, бысаҡ менән киҫеп алабыҙ. Тәүҙә ҡырҡып, шунан табаға күсерһәк, «йөрәк»тәр тигеҙ килеп сыҡмай. Беҙҙең өс йәймә сыҡты.

Мейесте 180 градусҡаса эҫетәбеҙ. Йөрәк рәүешендәге йәймәләрҙе 3 – 5 минут бешереп алабыҙ. Уларҙы һыуытабыҙ.

Кремды махсус кондитер тоғона һалабыҙ. Бындай махсус ҡулайламағыҙ булмаһа, борсолмағыҙ – ҡалыныраҡ полиэтилен шыптырға һалығыҙ ҙа ипләп кенә бер мөйөшөн тишегеҙ. Тәүге йәймәбеҙҙең өҫтөнә тигеҙ аралар ҡалдырып, крем менән «төртөп» сығабыҙ. Әйткәндәй, беренсе йәймәнең аҫҡы яғын да бер аҙ кремларға онотмағыҙ – ул шылып йөрөмәҫ, тәрилкәгә ныҡ йәбешеп торор. Икенсе йәймәне һүрәте тура килерлек итеп тәүгеһе өҫтөнә һалабыҙ ҙа, өҫтөнә саҡ ҡына баҫып, рәтләп ҡуябыҙ. Шулай итеп бөтә йәймәләргә лә крем яғып сығабыҙ. Кремға саҡ ҡына аш-һыу өсөн махсус буяу ҡушып ебәргәндә лә була.
Өҫтөн үҙегеҙ теләгәнсә биҙәргә мөмкин. Емеш-еләк, шоколад ҡулланыу отошло. Беҙ иһә үҙебеҙ бешергән безе һәм аҡ шоколад менән биҙәнек. Безе ошолай әҙерләнә.

Безе
1 йомортҡа ағы, 100 грамм шәкәр, ярты балғалаҡ ванилин, бер семтем лимон кислотаһы кәрәк.

Барыһын бергә һалып, миксер менән эҫе быу өҫтөндә («водяная баня») тотҡан килеш туғыйбыҙ. Ул һауытты баш түбән тотҡанда ла ағып төшмәҫлек хәлгә килергә тейеш. Шунан уны пергамент йәйелгән табаға шулай уҡ тоҡсай ярҙамында һалып сығабыҙ ҙа мейескә ҡуябыҙ. Иң талғын утта сәғәт ярым тирәһе бешерәбеҙ. Мейестең ишеге саҡ ҡына асыҡ торһон. Мейесте һүндергәс, һыуынғансы алмай тороғоҙ.

Шуны онотмағыҙ: безе эшләгән һауыт таҙа һәм ҡоро булырға тейеш.

Биҙәк өсөн йөрәктәр аҡ шоколадтан ҡатырылған. Уны ваҡлап, ҡоро һауытҡа һалабыҙ ҙа микротулҡынлы мейескә ҡуябыҙ. Уртаса йылылыҡта 30 секунд һайын асып бутай-бутай иретәбеҙ. Шунан махсус йәки үҙегеҙгә оҡшаған һауытҡа һалып ҡатырабыҙ.
Табындарығыҙ түңәрәк, сәйҙәрегеҙ тәмле, кәйефтәрегеҙ күтәренке булһын, дуҫтар!
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.
Гөлсәсәк ПСӘНЧИНА фотолары.




Теги: Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook