Гөбәҙиә

Гөбәҙиә
Байрам, тантаналарҙа, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршылағанда табын түрен биләгән милли ризығыбыҙ ул гөбәҙиә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тормош юлдашы – Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәриҙә Яҡуп ҡыҙынан бөгөн журнал уҡыусыларға был затлы тәғәмде әҙерләү серҙәрен бүлешеүен һораныҡ.

Ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, 300 миллилитр һөт, 200 грамм аҡ май, 100 грамм маргарин, 1 балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ сүпрә, 1 ҡалаҡ шәкәр, он кәрәк.
Эслеккә 3 стакан дөгө ярмаһы, 300 грамм ҡыҙыл эремсек, 1,5 килограмм һыйыр ите, 2 ҙур баш һуған, 9 йомортҡа, 300-400 грамм күрәгә, 350 грамм аҡ май, тоҙ, ҡыҙҙырыр өсөн үҫемлек майы кәрәк.

Был күләмдәр диаметры 38 сантиметрлыҡ ҙур табаға иҫәпләнгән. 15 – 20 кешегә ошолай тап-таман ғына була.

Алдан кәрәкле аҙыҡтарҙы әҙерләйбеҙ. Дөгө ярмаһын йыуып, бүрттереп алабыҙ. Итте турағыстан үткәреп, һуған менән бергә тағы ла блендерҙа иҙәбеҙ һәм, тоҙ һалып, ҡыҙҙырабыҙ. Йомортҡаны бешереп әрсейбеҙ. Күрәгә емештәрен эҫе һыу менән йыуабыҙ, ебетеп алырға ла мөмкин.

Күрһәтелгән аҙыҡтарҙы ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ондоң күләмен яҙманыҡ, сөнки ул, сифатына ҡарап, йә аҙыраҡ, йә күберәк кәрәк булыуы мөмкин. Ҡамырҙы ярты сәғәткә ултыртып торабыҙ.
Әҙер ҡамырҙы икегә бүләбеҙ. Бер өлөшөн йәйәбеҙ ҙә майлы табаға урынлаштырабыҙ. Был саҡта ҡамыр өҙөлмәһен өсөн табаның ситтәрен таҫтамал менән ҡаплайбыҙ. Ҡамырҙың өҫтөнә саҡ ҡына май яғабыҙ. Хәҙер ҡатлап эслекте һалабыҙ.
Бүрттерелгән дөгө ярмаһына тоҙ ҡушып бутайбыҙ. Уны бер нисә ҡабат ҡатлап һалырға тура киләсәк, шуға һәр алғанда самалайбыҙ. Ҡамыр өҫтөнә тигеҙләп һалып сығабыҙ.
Өҫтөнә ҡыҙыл эремсек, артабан тағы дөгө ярмаһы һалабыҙ.
Киләһе ҡатлам – ҡыҙҙырылған ит, шунан тағы ла дөгө. Артабан ит өҫтөнә йомортҡаны ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Күрәгә теҙәбеҙ.
Аҡ майҙы иретәбеҙ ҙә эслеккә ҡоябыҙ. Ҡалған ҡамырҙы йәйеп, бәлештең өҫтөн ябабыҙ ҙа, ситтәрен матурлап, семтеп бөрөп ҡуябыҙ.
Мейестә 40–50 минут бешерәбеҙ.
«Әллә нисәмә рецепт менән танышып, төрлөсә бешереп ҡарағас, үҙемсә бер төрлө ысул килтереп сығарҙым», – ти Фәриҙә апай. Бәлеш, бәрәмес, гөбәҙиә, ваҡ бәлеш, ҡоймаҡ өҫтәлдәренән өҙөлмәй Бикбаевтарҙың. Ҡамыр ашы бешерергә яратҡас, ҡайҙа барһа ла таба-һауыт ҡарап йөрөй хужабикә. «Әлеге ҙур табаны Дәүләкән баҙарында күргәс, шатланғанымды белһәгеҙ! Ир-егеттәр шулай машина алғанда ҡыуаналыр... Америкаға сәфәрҙә лә үҙенсәлекле һауыт күреп ҡалғас, түҙмәнем. Юлда юҡ-бар һорау тыумаһын, тип, киленем менән уны сумаҙандың төбөнә үк урынлаштырҙыҡ. Ҡайтып, әллә ни хәтле ваҡыт үткәс, әлеге һауытта бешерелгән ваҡ бәлеш бушатҡанымды күреп ҡалып, Рауил ағайығыҙ: «Бик үҙенсәлекле күренә, ҡасан алып өлгөрҙөң?» – тип һорай. «Теге саҡ Американан алып ҡайттым», – тиһәм, ышанмай, баш сайҡай, – тип көлә Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы. – Беҙ йәш саҡта бындай ҡалын төплө, матур, уңайлы һауыттар булһамы!.. Ул саҡта былау ҙа «хан һыйы» һанала ине, әле генә ул көндәлек тәғәмгә әйләнеп китте. Шулай тыуған көнөмә ҡунаҡтар йыйылған. Былау ҡуйҙым. Инде кәрәкле ваҡыт үткәс, бешкәндер, тип былауҙы асһам, дөгөһө «теп-тере». Ҡунаҡтарыма өҫтәл уйындары тәҡдим иттем (ул саҡта төрлө уйындар уйнай инек), ваҡыт үткәне һиҙелмәне лә, былауым бешеп сыҡты... Тәжрибә шулай туплана инде ул. Тормош булғас, төрлө хәлдәргә осрайһың. Тоҙо күберәк тә китә, етмәйерәк ҡалған осраҡтар ҙа була...»
Гөлшат ҠУНАФИНА.
Александр ДАНИЛОВ
фотолары.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2018) һанында уҡығыҙ.




Теги: Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook