Башҡортостан Ҡыҙы

Уңған ҡулда – бәрәкәт

Уңған ҡулда – бәрәкәт
Бөгөн юлыбыҙ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлфиә Рафиҡоваларға төштө. Йор һүҙле, тапҡыр телле һөйкөмлө актриса, баш ҡалала урынлашҡан мәртәбәле театрҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, күңеле менән ауыл ҡыҙы булып ҡала, тап ошо сифаты ҡала ситендә йорт һалып инергә этәрә. Картуф баҡсаһы булмаһа ла, һуған-әнисен үҫтерә, етмәһә, ҡош-ҡорт та тота ул. Былтыр 30 өйрәк аҫраған, быйыл да иҫәбе бар. Бында, әлбиттә, күплектә һөйләргә кәрәктер – барыһы ла тормош иптәше Илгиз менән ҡулға-ҡул тотоношоп, иңгә-иң терәшеп башҡарыла. «Илгиз – эшҡыуар. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәре тап минең иремә ҡарата әйтелгән кеүек – ҡулынан килмәгән эше юҡ. Уға оҡшап, улдарым да егәрле, маҡсатҡа ынтылыусан булып үҫеп килә», – ти ҡыуанып Гөлфиә. Үҙе лә ғаиләһен һәр саҡ тәүге урынға ҡуя. Ил етәксеһе булған хәлдә лә ҡатын-ҡыҙ үҙ асылына тоғро ҡалырға, ғаилә усағын һүндермәҫкә тейеш, тигән ҡарашта ул. Тормош иптәше, улдары Ильяс менән Ислам өсөн бар уңайлыҡты тыуҙырып, өй йылыһын булдырырға ынтыла. Был саҡта ул, бәлки, үҙе лә һиҙмәҫтән әсәһе Зәбҙәне ҡабатлайҙыр. Сөгөлдөр утау эшенә киткәнсе сабыйҙарын уятып, тамаҡтарын туйҙырып ала торған була. Кистән ҡамыр баҫып, таңдан тороп малын ҡарай, мейес яға ла, уны булдырып, икмәк ултырта ҡәҙерлеһе. Ул бешкәнсе, майлы табала ҡабартма ҡыҙҙыра. Шул еҫкә уянып киткән ғәмһеҙ бала сағы, ете бала араһында төпсөк булып, иркәләнеп үҫкән мәле һағындыра. Йыуа бәлеше, үлән аштары, ҡайын һыуы, атаһы тотоп алып ҡайтып мейестә ҡаҡлаған балыҡ тәме әле лә тел осонда ғына торған кеүек. Шөкөр, әсәһе бөгөн дә иҫән, 87 йәшендә, ауылса әйткәндә, йүгереп йөрөй, тыуған ауылы Ғафури районы Бәләкәй Үтәш ауылында абруйлы ағинәй. Имәнлек ауылында йәшәгән ҡәйнәһе Гәүһәрҙе лә донъяла иң тәмле икмәк бешереүселәрҙең береһе тип һанай актриса. Әсетеп ҡойған ҡоймағы ла телеңде йоторлоҡ...

Үҙ сиратында Гөлфиә лә балалары күңелендә тыуған йорт тураһында тик матур тойғолар ғына ҡалыуын хәстәрләй. Табында бары хәләл ризыҡ урын ала, башҡорт милли аштары өҫтәлдән төшмәй. Йыбанмай ҡаҙылығын да әҙерләй, бауырһағын да бешерә.

Улдары спорт менән дуҫ. Ильяс инде Мәскәүҙә юғары уҡыу йортонда белем ала, универсаль көрәш менән шөғөлләнә, студенттар араһында үткән ярыштарҙа еңеүсе. Туғыҙ йәшлек Ислам ҡурайҙа, баянда уйнай, дзюдо буйынса ҡала ярыштарында тәүге урындарҙы алып ҡыуандыра. Аш-һыуға бәйле ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе хәтерләүен һорағас, иң тәүҙә улы менән булған хәлдәр иҫенә төштө Гөлфиәнең: «Оло улым Ильястың тыуған көнө. Тик баланың байрамы тип кенә эштән китеп булмай шул. Берәм-һәрәм туғандар йыйылған, улым хужа булып уларҙы ҡаршы алған. Гәп һатышып ултыра торғас, Ильяс әйтә икән: «Картуф булһа ла ҡура тораһығыҙмы әллә...» Әйтелгән – эшләнгән, картуф әрсегәндәр, турағандар, ҡурғандар, ашап туйғандар... Мин ҡайтҡанда барыһы ла туҡ, таба буш, һәммәһенең күңеле көр. Әлбиттә, тиҙ генә табын әҙерләп, тыуған көндө байрам итә һалдыҡ...

Икенсе юлы улымдың тыуған көнө бергәләп гастролгә сыҡҡан ваҡытҡа тура килде. Ул «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» спектаклендә ҡатнашты. Тамаша тамамланыуға биҙәнеү бүлмәһендә актерҙар өҫтәл әҙерләгән, һәр береһе бүләк хәстәрләгән, изге теләктәрен әйтеп баланың күңелен үҫтерҙеләр. Күрһәтелгән иғтибарҙан «йәш артист» бик ҡәнәғәт ҡалды».

Ҡунаҡсыл кешенең табыны буш булмай, тиҙәр. Артист һөнәре йыш ҡына сит тарафтарға алып китә, өйҙән алыҫта йөрөтә. «Эштән бик һуң ҡайтаһың. Бына шул саҡта ла ғаиләңдең күңелен күреү, яратҡан ризыҡтарын бешереү мөһим. Һуңға ҡалып ҡайтҡанда магазиндар ҙа ябыҡ була, йыш ҡына һыуытҡыста нимә булһа, шулар менән төрләндереп, яңыса ашамлыҡтар уйлап табырға, шул мәлдә үҙең өсөн дә асыштар яһарға тура килә», – ти актриса. Ҡайҙалыр баҫылған ре­цептан тик идеяһын ғына алып, ҡалғанын тормош тәжрибәһе менән байытып, бөтөнләй башҡаса эшләп ҡуйған саҡтары ла аҙ түгел. Ҡатын-ҡыҙға хас ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, яңыға ынтылыш хас Гөлфиәгә. «Ауыл ҡатындарының аш-һыу яраштырғанын күҙәтергә яратам, иң заманса ризыҡ әҙерләп, яңыса ысулдарҙы ҡулланһа ла, ниндәйҙер кимәлдә билдәле бер тәртипкә, үҙҙәренә генә аңлашылған илаһи бер ҡалыпҡа һалына уларҙың эше», – ти ул.
Журнал уҡыусыларыбыҙға Гөлфиә Рафиҡова итле урама эшләп күрһәтә.

Итле урама
Эслек өсөн 1 килограмм иткә 100 грамм ҡош итенең эс майы, 100 грамм кәбеҫтә, 1 картуф, 2 баш һуған, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.
Ҡамырға 2 йомортҡа, ярты стакан һыу, он, саҡ ҡына тоҙ алына.


Йомортҡаға тоҙ, һыу һалып туғыйбыҙ ҙа кәрәк тиклем он алып ҡамыр баҫабыҙ. Ул билмән ҡамыры кеүек була.
Һыйыр итенә ҡаҙ-өйрәк майын, башлы һуған, картуф, кәбеҫтә ҡушып ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Тоҙ, борос һалып баҫабыҙ.
Ҡамыр йәйәбеҙ. Өҫтөнә эслекте тигеҙ итеп яғабыҙ. Бер ҡалынлыҡта ғына матур ятһын өсөн еүеш ҡалаҡ менән һыпырып алырға мөмкин. Артабан уны ипләп кенә урайбыҙ. Ситтәрен бөрөп, йәбештереп ҡуябыҙ.
Таба төбө ҡапланырлыҡ ҡына итеп үҫемлек майы яғабыҙ. Ураманы урынлаштырабыҙ ҙа өҫтөнә һалҡын һыу ҡоябыҙ. Ул аҙыҡты күмер-күммәҫ булып торорға тейеш. Самалап тоҙ, лавр япрағы һалабыҙ ҙа, ҡаплап, утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметәбеҙ. Һыуы ҡайнап бөткәнсе бешерәбеҙ, быға яҡынса 20 минут китә. Төбө кетерләп торһа, бигерәк тәмле!
Артабан ураманы ҡырҡып, тәрилкәләргә бүләбеҙ. Йәшел тәмләткес үләндәр, помидор, ҡыяр киҫәктәре менән биҙәп табынға бирәбеҙ. Төрлө йәшелсә турамалары менән ашау ҙа яҡшы.
Гөлшат Ҡунафина яҙып алды.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Теги: Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook