Табын йәме – бауырһаҡ

Табын йәме – бауырһаҡ
«Бауырһаҡ» тигәс тә һәр кемдең ауыҙына бала саҡтан таныш бер тат киләлер. Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәгендә был милли ризығыбыҙҙы әҙерләүҙең үҙенсә ысулы һаҡланған – журналыбыҙҙы яратып уҡыған әхирәттәребеҙ үҙ еренә хас булған, әсәй-өләсәйҙәренән отоп алған бешереү ысулын яҙып ебәрһә, бик шат булыр инек. Ә бөгөн беҙҙе Өфө районы Чесноковка ауылында йәшәүсе хужабикә Эльмира ҒӘЛИЕВА һыйлай.

Бауырһаҡ өсөн 10 йомортҡа, 800 грамм он, тоҙ, шәкәр, аш содаһы, аш һеркәһе, үҫемлек майы, ҡаҙ майы, сиропҡа шәкәр, бал кәрәк.
Тәүҙә йомортҡаны туңдырабыҙ, шунан иретәбеҙ. Ҡамыр баҫыр алдынан ондо ике тапҡыр иләйбеҙ – шулай иткәндә ҡамырыбыҙ болоттай ҡабарып торор. Йомортҡаға семтеп кенә тоҙ, шәкәр һалабыҙ, балғалаҡтың 1/3 өлөшөндәй генә аш содаһын аш һеркәһендә һүндереп өҫтәйбеҙ. Ондо аҙ-аҙлап ҡына ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Һуҙылып торғансы, ҡулға йәбешмәй башлағансы баҫабыҙ, ун биш минут самаһы үтеп китә. Шунан ҡамырҙы ярты сәғәткә «ял итергә» ултыртып торабыҙ.
Табын йәме – бауырһаҡ
Ҡамырҙы аҙлап алып, таҡтала тәгәрәтә-тәгәрәтә бау кеүек һуҙабыҙ, шунан 2-3 сантиметр ҙурлыҡ киҫәктәргә ҡырҡып, бауырһаҡ эшләйбеҙ.
Бауырһаҡ бешереү өсөн Эльмира ҙур алюмин табаҡ тотона. Уға 1 литр таҙартылған (рафинирланған) май, ярты стакан таҙартылмаған май, 3 ҡалаҡ ҡаҙ майы, ярты стакан һыу һала. Ҡайнап сыҡҡанын көтмәйбеҙ, йылынғас, бауырһаҡтарҙы төшөрәбеҙ. Ҡайнап торған майға һалһаң, бауырһаҡ ярыла. Шуның өсөн дә икенсегә бешерер алдынан майҙы бер аҙ һыуытып алабыҙ, кәрәк икән, тағы ла май өҫтәйбеҙ. 10 – 15 минут самаһы бешерәбеҙ, әленән-әле болғатып торабыҙ.
Табын йәме – бауырһаҡ
Бауырһаҡтарҙы һөҙгөс менән һөҙөп, артыҡ майы аҡһын өсөн иләккә һалабыҙ.
Ул арала сироп әҙерләйбеҙ. Бының өсөн бер стакан шәкәргә ярты стакан һыу ҡушып, 10 минут самаһы ҡайнатабыҙ. Һүндергәс кенә 3-4 ҡалаҡ бал өҫтәйбеҙ.
Бауырһаҡтарҙы ошо сиропҡа һалып бутайбыҙ һәм тәрилкәгә өйөп теҙәбеҙ. Вафлянан эшләнгән сәскәләр, ваҡ кәнфит менән биҙәйбеҙ.

«Бауырһаҡ» тигәндә күңелле байрам, туй табыны, өй тулы ҡунаҡ күҙ алдыма баҫа, – ти Эльмира. – Ҡунаҡ йыймағанда ла, өҫтәлгә был тәмлекәс ултырһа, йорт байрамса төҫ ала, бер-береңә йылы һүҙ һөйләге, балаларҙы ла иркәләге генә килеп тора. Улар ҙа магазинда һатылған тәм-томға ҡарағанда халҡыбыҙҙың файҙалы, тәмле ризыҡтарын өҫтөнөрәк күрә». Өлкәне – Гүзәл ҡыҙы – әсәһенең уң ҡулы, кәңәшсеһе, улдары Арыҫлан менән Урал да әсәйҙең татлы аштары менән нығынып, уның наҙлы ҡарашын, аталары Илһамдың иңен тойоп, һәр яҡтан ҡурсаулы булып, өй йылыһында буй еткереп килә. Тамағы туҡ, күңеле бөтөн баланың киләсәге өмөтлө, тигән фекерҙә әсә.
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.




Теги: Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook