«Ҡыҙыл бәрхәт»

«Ҡыҙыл бәрхәт»«Ҡыҙыл бәрхәт» – тәме менән күптәрҙең күңелен яулаған, баҙыҡ төҫө күҙҙе ҡамаштырған, байрамдарҙа өҫтәлде биҙәгән торт ул. Бөгөн бөтә донъя хужабикәләре уны яратып бешерә. Был тортты беҙгә Өфө районы Шамонин ауылында йәшәүсе Гөлшат ДӘҮЛӘТШИНА әҙерләп күрһәтте.

Ҡамыр өсөн 250 грамм он, 120 грамм аҡ май, 300 грамм шәкәр, 2 йомортҡа, 1 стакан ҡатыҡ, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ какао онтағы, 1 балғалаҡ ҡамыр күперткес, 1 балғалаҡ ванилин, 2 ҡалаҡ шыйыҡ аш-һыу буяғысы, 1 балғалаҡ аш содаһы, 1 балғалаҡ аш һеркәһе кәрәк.

«Ҡыҙыл бәрхәт»
Он менән бергә ҡамыр күперткесте, тоҙҙо, какао онтағын ҡушып иләйбеҙ. Бүлмә йылыһында йомшарған аҡ майҙы миксер менән 1-2 минут болғатабыҙ, шәкәр һалып, күпергәнсе туғыйбыҙ. Берешәрләп йомортҡа һытабыҙ, ванилин, аш-һыу буяғысы ҡушабыҙ. Миксерҙың тиҙлеген кәметеп, аҙ-аҙлап он, ҡатыҡ өҫтәй барабыҙ. Соданы аш һеркәһе менән һүндереп һалабыҙ ҙа яҡшылап болғатабыҙ.

Мейесте 175 градусҡаса эҫетәбеҙ. Табаға аҡ май яғып, пергамент йәйәбеҙ. Ҡамырҙы, өс өлөшкә бүлеп, мейестә бешереп алабыҙ. Торт йәймәләрен (корждарҙы) табала килеш һыуытабыҙ.

«Ҡыҙыл бәрхәт» өсөн ҡуйы крем әҙерләнә. 100 грамм 33 процентлы һөт өҫтө, 70-80 грамм шәкәр онтағы, 400 грамм эремсекле сыр талап ителә.
Һөт өҫтө лә, сыр ҙа һалҡын булырға тейеш. Һөт өҫтөн тотороҡло хәлгә еткәнсе яҡшылап туғыйбыҙ. Артабан шәкәр онтағын ҡушып, туғыуҙы дауам итәбеҙ. Эремсекле сырҙы һалабыҙ ҙа, миксерҙы иң түбән тиҙлегенә ҡуйып, һәйбәтләп болғатабыҙ. Бындай крем еңел яғылыуы, формаһын тотоуы менән уңайлы.
Араһына крем яғып, йәймәләрҙе ҡатлап теҙәбеҙ. Барыһын урынлаштырып бөткәс, тортты тулыһынса крем менән ҡаплап тигеҙләйбеҙ. Өҫтөн, тирә-яғын еләк-емеш менән биҙәйбеҙ.
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.
Гөлшат ДӘҮЛӘТШИНА фотолары.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook